From Wikipedia, the free encyclopedia
Самоа (самоа. Sāmoa, ингл. Samoa [səˈmoʊə]), рәсми исеме — Бойондороҡһоҙ Самоа дәүләте (самоа. Malo Sa’oloto Tuto’atasi o Samoa, ингл. Independent State of Samoa), шулай уҡ Көнбайыш Самоа булараҡ билдәле — Көньяҡ Тымыҡ океандағы утрауҙа урынлашҡан дәүләт, шул уҡ исемдәге архипелагтың көнбайыш өлөшөн биләй.
| |||||
Девиз: «Fa'avae i le Atua Samoa (Самоаны Аллаһ бар иткән)» | |||||
Гимн: «The Banner of Freedom சமோவா தேசிய கீதம் (வாத்தியம்)»noicon | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 1 ғинуар 1962 ( Яңы Зеландиянан) | ||||
Рәсми телдәр | инглизсә һәм самоанский язык[d] | ||||
Баш ҡала | Апиа | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
О ле Ао О ле Мало
Премьер-министр | Naomi Mataʻafa | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 166 2832 км² 0,3 | ||||
Халыҡ • Һаны (2008) • Халыҡ тығыҙлығы | 188 540 чел. (189) 76 чел./км² | ||||
Валюта | Тала (WST) | ||||
Интернет-домен | .ws | ||||
Код ISO | WS | ||||
МОК коды | SAM | ||||
Телефон коды | +685 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 13 |
Элекке исемдәре — Германия Самоаһы (1900—1914) һәм Көнбайыш Самоа (1914—1997). 1976 йылдың 15 декабрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ҡабул ителә[1]. 1970 йылдан — Милләттәр берҙәмлеге ағзаһы.
Баш ҡалаһы — Апиа ҡалаһы, Уполу утрауында урынлашҡан.
Ил атамаһының килеп сығышы аныҡ ҡына билдәле түгел. Уның килеп сығышына ҡағылышлы бер нисә версия бар. «Самоа» һүҙе Sa-ia-Moa һүҙенең ҡыҫҡартылған формаһы булып тора, был һүҙ самоа теленән «Моа өсөн изге» тип тәржемә ителәhttps://web.archive.org/web/20080413055007/http://www.janesoceania.com/samoa_origin/.
Урындағы халыҡ араһында икенсе версия иң популяр. Самоандар билдәләүенсә, «Моа» «үҙәк» йә «тауыҡ» тигәнде аңлата (әммә Мануа утрауҙарында был һүҙ был контекста ҡулланылмай; унда тауыҡ manu һүҙе менән аңлатыла). Шуға күрә дәүләттең исемен самоан теленән «ғаләмдең изге үҙәге»[2] йәки «моа урыны» (моа — тауыҡты хәтерләткән урындағы йорт ҡошо) булараҡ тәржемә итергә мөмкин[3].
Бынан тыш, «Моа» — король титулына эйә булғандар йөрөткән фамилияhttps://web.archive.org/web/20080413055007/http://www.janesoceania.com/samoa_origin/.
Ил Самоа архипелагының көнбайыш өлөшөндә араһында урынлашҡан.
Дөйөм ҡоро ер майҙаны 2832 км² тәшкил итә һәм ике ҙур утрауҙы үҙ эсенә ала — Савайи (1708 км²) һәм Уполу (1118,7 км²) — һәм 8 ҙур булмаған утрау (5,71 км²), уларҙан тик Манонола һәм Аполимала ғына кеше йәшәй.
Самоа биләмәһенә 130 000 км² яр буйы иҡтисади зона һәм 23 100 га риф һәм ҡултыҡтар (5 м тиклем тәрәнлектә) инә[4].
Ил төньяҡта — Токелау; көнсығышта — Америка Самоаһы; көньяҡта — Тонга; көньяҡ-көнбайышта — Уоллис һәм Футуна утрауҙары, төньяҡ-көнбайышта Тувалу утрауҙары менән сиктәш.
Утракҙар | Майҙан (км²) | Халҡы кеше (2006) | |
---|---|---|---|
Савайи | 1708 | 43 103 | |
Уполу | 1118,7 | 136 674 | |
Нуусафее | 0,02 | — | |
Аполима боғаҙы утрауҙары | |||
Маноно | 3 | 889 | |
Аполима | 1 | 75 | |
Нуулопа | 0,01 | — | |
Алеипата утрауҙары | |||
Нуутеле | 1,08 | — | |
Нуулуа | 0,25 | — | |
Намуа | 0,20 | — | |
Фануатапу | 0,15 | — | |
Бөтәһе | 2832,41 | 180 741 |
Самоа утрауҙарына кеше, Фиджи һәм Тонга утрауҙары кеүек үк, беҙҙең эраның бишенсе быуатында[5] Көнбайыш Меланезияла урынлашҡан Бисмарк утрауҙарынан лапита мәҙәниәте вәкилдәре күсенгән ваҡытта ултыра[6].
Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, кеше беҙҙең эраға тиклем II һәм I мең йыллыҡтар сигендә күсеп йәшәй башлай[7].
Самоа утрауҙары полинезия мәҙәниәтенең формалашыуы үҙәктәренең береһе була. Нәҡ Самоанан Үҙәк һәм Көнсығыш Тымыҡ океандың утрауҙары һәм атоллдары үҙләштерелә.
XVII быуат уртаһына Самоа порттары Полинезия эсендә лә, европалылар менән сауҙа итеүҙә лә төбәктә төп сауҙа функцияларын үтәй.
Самоа территорияһы 11 итумалоға (округтарға) бүленгән, улар европалылар утрауҙарға килгәнгә тиклем үк барлыҡҡа килгән. Һәр һайлау округының үҙ конституцион ҡоролошо (фаавае) бар, ул һәр округтың фаалупег (традицион сәләмләү) титулдарының традицион тәртибенә нигеҙләнгән.
Округтың административ үҙәге булған ауыл округ эштәрен башҡара, ҡарарҙарын башҡа округтарҙың үҙәктәре менән яраштыра.
№ | Округ | Административ үҙәге | Округтың майҙаны, км² | Округтың халҡы,[8] кеше (2011) | Тығыҙлыҡ, кеше/км² | |||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Уполу | ||||||||||||||||||||||||
1 | Туамасага | Афега | 479 | 89 582 | 187,02 | |||||||||||||||||||
2 | Аана | Леулумоега | 193 | 21 769 | 112,79 | |||||||||||||||||||
3 | Аига-и-ле-Таи¹ | Мулифануа | 27 | 5050 | 187,04 | |||||||||||||||||||
4 | Атуа² | Луфилуфи | 413 | 21 928 | 53,09 | |||||||||||||||||||
5 | Ваа-о-Фоноти | Самамеа | 38 | 1543 | 40,61 | |||||||||||||||||||
Савайи | ||||||||||||||||||||||||
6 | Фаасалелеага | Сафотулафаи | 266 | 13 736 | 51,64 | |||||||||||||||||||
7 | Гагаэмауга³ | Салеаула | 223 | 7757 | 34,78 | |||||||||||||||||||
8 | Гагаифомауга | Аопа | 365 | 5035 | 13,79 | |||||||||||||||||||
9 | Ваисигано | Асау | 178 | 6759 | 37,97 | |||||||||||||||||||
10 | Сатупаитеа | Гаутаваи | 127 | 5304 | 41,76 | |||||||||||||||||||
11 | Палаули | Ваилоа и Палаули | 523 | 9357 | 17,89 | |||||||||||||||||||
Бөтәһе | 2832 | 187 820 | 66,32 |
¹ Маноно, Аполима һәм Нуулопа утрауҙарын индереп
² Алеипата һәм остров Нуусафее утрауҙарын индереп
³ округтың бер өлөшө Уполула урынлашҡан (шул иҫәпкә Саламуму-Уту һәм Леава ауылдары инә)
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.