Салла
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Салла (фин.Salla; 1936 йылға тиклем — Куолаярви фин.Kuolajärvi) — Финляндияның төньяғында община, Лапли провинцияһында урынлашҡан. 5872 км² майҙанды тәшкил итә. Кемиярвинан 67 км, Куусамонан 115 км, Рованиеминан 150 км алыҫлыҡта ята.
Салла | |
фин. Salla[1] | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1857 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Sallan kunta |
Рәсми тел | Фин теле[2][3] |
Дәүләт | Финляндия |
Административ-территориаль берәмек | Лапландия[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Статистическая область | Восточная Лапландия[d][4] |
Ассоциацияләшкән сайлау округы | Lapland[d] |
Закондар сығарыу органы | Salla municipal council[d] |
Халыҡ һаны | 3344 кеше (31 декабрь 2023)[5] |
Туғандаш ҡала | Вильдау[d][6], Ковдор[d][6], Ботсфьорд[d][6] һәм Арьеплуг[d][6] |
Сиктәш | Савукоски[7], Куусамо[d][7], Кемиярви[7], Посио (Финляндия)[7] һәм Пелкосенниеми[7] |
Майҙан | 5729,81 км² (1 ғинуар 2023)[8] |
Рәсми сайт |
salla.fi salla.fi/en/ |
Тасуирлау биттәре | imdb.com/search/title/?l… |
Салла Викимилектә |
2012 йылға Салла — Финляндияла иң дотациялы муниципалитет, үҙ эшмәкәрлеген 70 % хөкүмәт иҫәбенә тормошҡа ашыра[9].
Салла коммунаһына 1857 йылда нигеҙ һалына һәм Куолаярви тип атала. Коммунаның атамаһы 1936 йылда мәхәллә руханийы Эркки Койвисто инициативаһы менән Салла итеп үҙгәртелә. Коммунаның элекке үҙәге Саллантуртури ҡалҡыулығы итәгендә Саллайоки йылғаһының ике яғында урынлашҡан була. Куолаярви атамаһы саам Guollejaur һүҙенән килеп сыҡҡан, ул балыҡлы күл тигәнде аңлата. Иҫке Саллала Куолаярви күлдәренең системаһы бар, унан көнбайышҡа ағыусы һәм Сайялағы Тенниоки йылғаһы менән тоташтырыусы Куолайоки йылғаһы башланғысын ала. Һуғышҡа тиклем Куолоярви 12 000 квадрат километр майҙанды биләүсе коммуна була һәм унда 5500 самаһы кеше йәшәгән[10].
1939—40 йылдарҙағы совет-фин һуғышы барышында совет ғәскәрҙәре Салла территорияһына баҫып инә, общинаның бер өлөшө Советтар Союзы тарафынан оккупациялана. 1941—44 йылдарҙа совет-фин һуғышы барышында Салла ҡалаһы сиктең икенсе яғында була, әммә совет позицияларына герман һәм фин ғәскәрҙәре һөжүм итә, юғалған территориялары Финляндияға кире ҡайтарыла. Һуғыш аҙағында немец ғәскәрҙәре Лапландиянан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Салланың көнсығыш яртыһы (Иҫке Слла тип аталған яғы) тулыһынса РСФСР-ҙың Мурманск өлкәһе составына инә.
2012 йылдың 30 сентябрендәге халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса халҡы 4007 кеше тәшкил итә; 2000 йылғы мәғлүмәттәр буйынса 5142 кеше иҫәпләнә. Халыҡ тығыҙлығ 0,71 кеше/км². Общинаның 98,9 процент халҡы өсөн фин теле - туған тел, 0,1 % — швед, 0,1 % — саам теле һәм 0,9 % — башҡа телдәр. 15 йәштән кесе йәштәге кешеләр өлөшө —11 %; 65 йәштән өлкән кешеләр өлөшө 27,7 % тәшкил итә.
Лаппиның башҡа общиналарындағы кеүек үк Саллала етди проблема булып эшһеҙлек тора, 2007 йылдың ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса уның кимәле 25,8 % — был Финляндия общиналары араһында иң юғары күрһәткес.
1970 | 1975 | 1980 | 1985 | 1990 | 1995 | 1998 | 2000 | 2002 | 2004 | 2006 | 2008 | 2010 | 2011 | 2016 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
8840 | 7926 | 7256 | 6875 | 6269 | 5812 | 5462 | 5142 | 4822 | 4683 | 4479 | 4308 | 4218 | 4104 | 3654 |
Саллала Кемиярвинан йөк тимер юл тармағы бар, әммә 2006 йылда ул фин тимер юлдары хакимиәте уны ябыу планы тураһында иғлан итә. 2013 йылда Салла-Кандалакша сифатлы тимер юлын төҙөү тураһында килешеүҙәр башлай[12]
Аатсинки, Ахоланваара, Ахвенселькя, Хаутаярви, Хирвасваара, Исохалме, Каллунки, Келлоселькя, Котала, Коутело, Куру, Кясмя, Лапаярви, Леусярви, Наруска, Ниемеля, Оуланка, Онкамо, Пахкакуму, Палоперя, Сайя, Салмиваара, Селкяля, Туохикюля, Валловаара, Варвикко, Виттикко.
Партия | 2008 һайлауҙар һөҙөмтәһе[13] | Урындар |
---|---|---|
Финляндия үҙәге | 50,2 % | 14 |
Һул союзы | 27,5 % | 7 |
Милли коалиция | 13,1 % | 3 |
Социал-демократтар | 10,8 % | 3 |
Салланың таҙа һәм кеше ҡулы теймәгән тәбиғәте күп туристарҙы йәлеп итә. Ҡышын Саллала тау саңғыһында шыуырға, болан һәм эттәр егеп походҡа юлланырға йәки уңайлы коттеджда ябай камин янында хәл йыйырға була.
Йәй һәм көҙ төбәктә йәйәүлеләр маршруты асыла, еләккә һәм бәшмәккә бай урмандары еләк һәм бәшмәк йыйыусыларҙы ылыҡтыра. Ҡунаҡтар өсөн спа-үҙәк, күп функциялы спорт залдары, ҡыҙыҡлы Болан паркы, Салланың һуғыш ваҡыты һәм һуғыштан һуң тергеҙелгән музейы һәм күп һанлы ресторандар көтә.
.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.