Кемиярви
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кемиярви (фин.Kemijärvi, төньяҡ саам.Giemajávri) — Финляндияның төньяғындағы ҡала. Лаппи провинцияһының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Кемиярви күле яры буйында урынлашҡан. Ҡала халҡы 7989 кеше тәшкил итә, ә майҙаны 3930,91 км2, шуларҙың 425,94 км2 эске һыуҙар тәшкил итә
Кемиярви | |
Inari Sami: Kemijävri Northern Sami: Giemajávri фин. Kemijärvi[1] Inari Sami: Kiemâjävri | |
Герб | |
Рәсми атамаһы | Kemijärven kaupunki |
---|---|
Рәсми тел | Фин теле[2][3] |
Дәүләт | Финляндия |
Административ-территориаль берәмек | Лапландия[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Статистическая область | Восточная Лапландия[d][4] |
Ассоциацияләшкән сайлау округы | Lapland[d] |
Закондар сығарыу органы | Kemijärvi City Council[d] |
Халыҡ һаны | 7030 кеше (31 декабрь 2023)[5] |
Туғандаш ҡала | Кандалакша[d][6], Собецу[d][6], Вардё[6] һәм Вадсё[6] |
Сиктәш | Рованиеми[d][7], Посио (Финляндия)[7], Салла[7], Пелкосенниеми[7] һәм Соданкюля[7] |
Майҙан | 3504,39 км² (1 ғинуар 2023)[8] |
Рәсми сайт | kemijarvi.fi |
Классификация климата Кёппена | субарктический континентальный климат (Dfc)[d] |
Citizen's initiatives URL |
kuntalaisaloite.fi/fi/ha…[9] kuntalaisaloite.fi/sv/so…[9] |
Кемиярви Викимилектә |
Кемиярви муниципаль берәмегенең үҙәк өлөшөндә яҡынса 5700 кеше йәшәй, шул иҫәптән ҡалала 4700 самаһы, 1000 тирәһе Каллаанваара-Исокюля районында йәшәй[10].
Кемиярви — Финляндияның иң төньяҡ ҡалаһы. Төньяҡта Пелкосенниемьи муниципалитеты менән, көнсығышта Салла, көньяҡта Посио, ә көнбайышта Рованиеми менән сиктәш.
Кемиярвиға беренсе күсеп ултырыусы[11] Паавали Оллинпойка Халонен булған, ул Кемиярвиға Нисканкюляның Утаярви урынынан яҡынса 1580 йылда күсеп килә. Ҡатыны Анна Лауринтютяр Халонен тип аталған, ә балалары Пааво, Лекка һәм Олли Халонен. Паавали Халонен ғаиләһе менән күсеп ултырған урын хәҙер Халосенранта (Халонена яры) исеме аҫтында билдәле. Кусеп ултырыусылар араһында шул ваҡытта ағалы-ҡустылы Пекка һәм Матти Кярплялар була, уларҙың нәҫеле Оулуйоки йылғаһы яры буйындағы Мухос еренән килә. 1631 йылдағы йорт кенәгәһе буйынса Кемиярвила 13 йорт иҫәпләнгән. Уларҙың дүрт йортонда даими йәшәлгән: Халонен Пааво, Пекка һәм Матти Кярпля һәм Хейкки Хякиялар. Кемиярви биләмәһендәге Амманваара — боронғо саамдарҙың ҡорбан килтереү урыны булған. Беренсе күскенселәр килеп ултырыуға саамдар хәҙерге Кемиярви биләмәһендә йәшәгәндәр.
Кемиярвиның халҡы һаны ауыл общинаһын һәм Кемиярви ҡасабаһын берләштереүҙән алда 16 000 ашыу кеше тәшкил иткән.
2008 йылдың яҙында Кемиярвиның целлюлоза заводын ябыу йәмәғәтселектең киң иғтибарын йәлеп итә. Дәүләт шул ваҡытта төбәктә сәнәғәт эшмәкәрлеген дауам итеү өсөн ҙур финанс ярҙамы күрһәтә. Arktos Group компанияһы целлюлоза заводының цехтарында йәбештерелгән ағас брустарын етештереүҙе яйға һалырға маташа. Әммә был тырышлыҡ уңышһыҙлыҡ менән тамамлана, һәм 2012 йылдың башында предприятие финанс һауыҡтырыу процедураһы эләгә[12].
Keitele Group компанияһы 2015 йылда элекке целлюлоза заводы урынында үҙенең заводын асыуҙы планлаштыра. Компания целлюлоза-ҡағыҙ заводының етештереү цехтарын инде һатып алған[13].
Иҡтисади структуралағы үҙгәрештәр менән бәйле Кемиярви ҡалаһының халҡы кәмей. Хәҙерге ваҡытта ҡалала 8000-гә яҡын кеше йәшәй. Түбәндәге таблицала ҡаланың демографик үҫеше күрһәтелгән. Кемиярви ҡалаһында (рәсми булмаған мәғлүмәт буйынса) бер нисә йөҙ кешенең даими йәшәү урыны башҡа урын иҫәпләнә, әммә үҙенең тормошоноң күп өлөшөн «икенсе торлаҡта» ҡала биләмәһендә үткәрә. Ҡуртым йорттарға эйә булған Кемиярви муниципаль компанияһы бер нисә йыл рәттән граждандарға «икенсе торлаҡ» итеп фатирҙар һата. Бынан тыш, ҡалала буш торған күп ҡатлы ҡуртым йорттар һүтелә[14].
2012 йылдың ғинуарындағы мәғлүмәттәр буйынса, общинаның халҡы 8277 кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 2,28 кеше/км². Рәсми телдәр — фин, 99,0% халыҡ өсөн туған тел. 15 йәшкә тиклемге кешеләр өлөшө 10,2 %; 65 өлкән йәштәге кешеләр өлөшө 30,8 % тәшкил итә.
1970 | 1975 | 1980 | 1985 | 1990 | 1992 | 1994 | 1996 | 1998 | 2000 | 2002 | 2004 | 2006 | 2008 | 2010 | 2011 | 2012 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
7429 | 12759 | 12621 | 12762 | 12331 | 12103 | 11987 | 11628 | 11036 | 10484 | 9936 | 9529 | 9065 | 8658 | 8484 | 8393 | 8277 |
Геодезик хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса Кемиярви ҡалаһының райондары булып (биләмәнең ер кадастры номеры 0 һаны менән башлана) түбәндәге 8 район тора:[16]
Ер кадастрында теркәлгән Кемиярвиның 16 тораҡ пункттары булып (биләмә номеры 4 һаны менән башлана), түбәндәгеләр тора:[16]
|
|
Ер кадастрында теркәлмәгән тораҡ пункттары йәки территориялары 14:
|
|
Кемиярви ҡалаһының сайтында тораҡ пункттарҙың урынлашыуы менән картаһы бар[17], әммә уларҙың атамаһы юғарыла әйтеп киткәндәр менән һәр саҡ тап килмәй. Шулай уҡ Кемиярвиның статистик территориаль бүленешендә[18] үрҙә телгә алынған ауылдар барыһы ла иҫәпкә алынмай
Кемиярвила инжил-лютеран общинаһы эшләй[19]. Инжил-лютеран сиркәүенең тергеҙелеүе өсөн хәрәкәтте төбәктә лестадианлыҡ[20] һәм шулай уҡ инжил юлынан барыусылар башҡара[21], уларҙың урындағы бүлексәһе бар[22]. Башҡа конфессия вәкилдәре Кемиярвиның иллелек общинаһынан[23], шулай уҡ адвентистарҙың фин Сиркәүе составына ингән адвентистар ойошмаһынан тора[24]. Бынан тыш Кемиярвила Йәһәвә шаһиттары общинаһы эшләй.
Община урынлашҡан Көнсығыш Лапландия үҙенең саңғы курорттары: Суому, Луосто һәм башҡалар менән билдәле. 2011 йылдың ҡышында Рәсәйҙән саңғысы туристарҙы ташыу буйынса Мәскәү-Кемиярви чартер поезы эшләй башланы[25].
Ҡала янында урынлашҡан матур Кемиярви күле — йәйге ял итеү урыны, урман массивтары һәм ҡалҡыулыҡтар менән уратып алынған. Балыҡ ресурстары бағыр, алабуға, суртан һәм һыла балығы популяцияһынан ғибәрәт.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.