From Wikipedia, the free encyclopedia
Руденко Людмила Владимировна (27 июль 1904 йыл, Лубны, Полтава губернаһы, Рәсәй империяһы — 28 февраль 1986 йыл, Ленинград, СССР) — совет шахматсыһы. Шахмат тарихында икенсе донъя чемпионы (1950 —1953); халыҡ-ара гроссмейстер (1976), ир-егеттәр араһында халыҡ-ара мастер (1950), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1953).
Руденко Людмила Владимировна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | СССР |
Тыуған көнө | 27 июль 1904[1] |
Тыуған урыны | Лубны, Полтава губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 4 март 1986[2] (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | шахматсы |
Шахматный титул | халыҡ-ара мастер[d], ҡатын-ҡыҙҙар гроссмейстеры[d], Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар мастеры[d] һәм мастер спорта СССР по шахматам среди женщин[d] |
Спорт төрө | шахмат |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Руденко Людмила Владимировна Викимилектә |
Людмила Владимировна Руденко 1904 йылда Лубны (Полтава губернаһы) ҡалаһында тыуған. Шахмат буйынса беренсе дәресте атаһынан 10 йәшлек сағында ала, әммә тәүге мауығыуы йөҙөү була. Гимназияны тамамланғандан һуң Одессаға күсеп китә, унда иҡтисадсы дипломын ала. 1925 йылда Одессала 400 метрға брасс менән йөҙөү буйынса чемпион була. Шахматта хобби кеүек уйнап, иҡтисадсы булып эшләй башлай.
1925 йылда Одессанан Мәскәүгә күсеп килә. 1925 йылда «Комсомольская правда» гәзите ойошторған шахматсылар турнирында тәүге сығышы уңышһыҙ була, ул һуңғы урындарҙың береһен яулай. 1927 йылда СССР беренсе ҡатын-ҡыҙҙар чемпионатына баш ҡаланы күрһәтергә хоҡуҡ ала. Был ярышта бишенсе урынды биләй.
Руденко 1928 йылда ҙур уңышҡа өлгәшә, Мәскәү чемпионы була. Баш ҡала беренселегендә ул бөтә ун ике партияла еңеү яулай.
1929 йылданн Ленинградта йәшәй. Бында . П. Романов һәм А. Толуша етәкселеге аҫтында Руденконың комбинациялы уйын стиле барлыҡҡа килә. Ете тапҡыр Ленинград чемпионы була, яҡшы һөҙөмтәләр менән СССР-ҙың ун ете беренселегендә сығыш яһай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөгә эвакуациялана һәм Өфө моторҙар заводында инженер-иҡтисадсы булып эшләй.
1946 йылда СССР - Бөйөк Британия радиоматчында ҡатнаша.
Донъяның ҡатын-ҡыҙҙар шахмат чемпионатында (Мәскәү, 1949/50) Руденко 15 мәрәйҙән 11,5 мәрәй йыйып, беренсе урынды биләй һәм донъяның алтын миҙалын яулай
Ике йылдан һуң, илдең XII ҡатын-ҡыҙҙар беренселегендә еңеп, донъя һәм СССР чемпионы була (Тбилиси, 1952).
1953 йылда донъя беренселегендә башҡа совет шахматсыһы Елизавета Быкова менән уйнай. Быкова +7/-5=2 һөҙөмтәһе менән еңә.
Илдең 1-се һәм 16 башҡа чемпионаттарҙың ҡатнашыусыһы; иң яҡшы һөҙөмтәләре: 1952 йылда — 1-се урын.; 1936, 1945, 1947/48 — һәм 1953 йылдарҙа — 2-се урын. Мәскәү (1928), Ленинград(1932, 1936, 1947, 1957, 1958, 1962 һәм 1963) чемпионы, «Спартак» (1937) һәм «Зенит» (1954) спорт йәмғиәттәренең, Үзбәк ССР-ының (1955) һәм Украинаның (1956) асыҡ беренселегенең чемпионы. Бер нисә халыҡ-ара уйындар, шул иҫәптән СССР — Бөйөк Британия радиоматчы (1946), СССР- — ЧССР (1954), Ленинград — Будапешт (1957) уйындары ҡатнашыусыһы.
Шахмат ҡаҙаныштары өсөн «Почёт Билдәһе» ордены (1957) менән бүләкләнә
1941 йылдың июлендә Руденко эшләгән завод тиҙ арала Өфөгә эвакуациялана, ә эшселәрҙең балалары ҡалала тороп ҡала. Блокада ҡотлоғоһоҙ булыуы аңлашылғас, Руденко Ленинградҡа әйләнеп ҡайта һәм махсус поезд ойоштора. Ул балаларҙы Өфөгә алып сыға. Тап ошо эшен Руденко үҙенең тормошонда төп ҡаҙаныш тип һанай[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.