«Ростов кремле» («Ростов кремле» дәүләт музей-ҡурсаулығының Федераль дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы ) — Ростов ҡалаһында музей-ҡурсаулыҡ. Ярославль өлкәһенең федераль ҡарамағындағы берҙән-бер музей[1]. Археология, архитектура, сәнғәт, тарихты өйрәнеү буйынса ҙур ғилми үҙәк.
Ростов кремле | |
Нигеҙләү датаһы | 28 октябрь (9 ноябрь) 1883 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Ростовский Музей церковных древностей һәм Ростовский Государственный музей древностей |
Менеджер/директор | Каровская, Наталья Стефановна[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ростов[d] |
Урын | Рәсәй |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Ростов (часть 2)[d] |
Мираҫ статусы | Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Рәсми сайт | rostmuseum.ru |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 9377 |
Ростов кремле Викимилектә |
Рәсми исемдәре
- Сиркәү ҡомартҡыларының Ростов музейы һәм икенсе исеме Ростов ҡомартҡылары музейы[2]) ((1883—1918))
- Ҡомартҡыларҙың Дәүләт музейы (1918—1934)
- Ростов тыуған яҡты өйрәнеү музейы (1934—1958)
- Ростов музей-ҡурсаулығы (1958)[3]
- Ярославль-Ростов архитектура-художество музейы-ҡурсаулығы (Ростов филиалы) (1959—1969)
- Ростов-Ярославль архитектура-художество музейы-ҡурсаулығы(1969—1995)
- ФГУК «Ростов кремле» дәүләт музей-ҡурсаулығы (1995--)
Сиркәү ҡомартҡылары музейы (1883—1918)
Музей 1883 йылдың 10 ноябрендә (иҫке стиль буйынса 28 октябрь) сауҙагәр Королев аҡсаһына тергеҙелгән Ростов кремленең Аҡ палатаһында асыла[2] Сауҙагәрҙәр А. А.Титов һәм И. А. Шляков музейҙы булдырыу буйынса (һуңғыһы директор була) Император археология йәмғиәте[4][5], Ярославль губернаторы В. Д. Левшин, Ростов һәм Ярославль митрополиты Ионафан, Углич епискобы Амфилохий, Ростов дворянлыҡ рәйесе . А. Булатов, Ярославль сауҙагәре И. А. Вахрамеев һәм Петербург сауҙагәре А.Л.Кекин һәм император асыҡ китапханаһы директоры А. Ф. Бычков ярҙамында инициаторҙар була[2]
Һаҡлағыстар иғәнә иҫәбенә тулыландырыла (Ярославль губернаторы үтенесе буйынса митрополит музейға яраҡһыҙ булған иконаларҙы һәм башҡа сиркәү кәрәк-яраҡтарын тапшыра[2]), ә музей үҙе иғәнә иҫәбенә эшләй. Тик 1910 йылда ғына ул дәүләттән 2300 һум күләмендә аҡсалата ярҙам ала[3].
Был осорҙа музейҙға яҡынса 50 000 кеше килгән[5]. Шул иҫәптән император Николай II[3], тарихсылар И. Иловайский һәм И. В. Помяловский, рәссамдар. В. Верещагин һәм В И. Суриков, композитор А. Балакирев, яҙыусы Максим Горький, йырсы Шаляпин Фёдор Иванович, Франция илсеһе Морис Бомпар килгән[6].
Ростов дәүләт ҡомартҡылар музейы (1918—1934)
1911 йылдан А И. Шляков музейҙан киткәндән һуң[7] урынды 1921 йылға тиклем Д. А. Иванов биләй[8]. 1921 йылда музей директоры Д.А. Ушаков була. Ошо ваҡыт эсендә ике филиал ойошторола (Борисоглебский һәм Спас-Яковлевский монастыры), ҡомартҡыларҙың ҙур коллекцияһы булдырыла, ҡала архивына нигеҙ һалына[9], 1922 йылда музей коллекцияһы рус авангардистары картиналары менән тулыландырыла[10], шул уҡ йылда музей инициативаһы буйынса Рус төньяғының беренсе музей-тыуған яҡты өйрәнеү съезы үтә. 1928 йылда мәскәү археологы Дмитрий Эдинг Сарск ҡаласығында археологик тикшеренеүҙәр үткәрә. Мәскәү археология институтының Ростов бүлеген ойоштороуҙа шулай уҡ музей хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша[11]
Крайҙы өйрәнеү музейы (1934—1969)
Ростов-Ярославль музей-ҡурсаулығы (1969—1995)
Ярославль өлкәһе губернаторы Сергей Вахруков 2010 йылдың сентябрендә Ростов кремлен Рус православие сиркәүенә тапшырыу тураһында хәбәр итә[12][13][14]. Эксперттар фекеренсә, был тәҡдимде патриарх Кирилл фатихаһы менән Протек акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Вадим Якунин әйтә. Шул уҡ ваҡытта патриархия матбуғат хеҙмәте Ростов кремле «тәүҙә монастырь булараҡ төҙөлгән, һәм был уның туранан-тура тәғәйенләнеше» тип белдерә[15]. Патриархия кремлдә патриарх һәм архиерей резиденцияһын, бер нисә сиркәү музейын булдырырға ниәтләй. Әммә, Григорий Богослов исемендәге фонд сайтында һүҙ бинаны түгел, ә музей-ҡурсаулыҡты тапшырыу тураһында бара[16]. Однако, на сайте фонда имени Григория Богослова заявляется о передаче не зданий, а самого музея-заповедника[17].
Экспозициялары
- Картиналар галереяһы — Самуилов корпусының 3-сө ҡатында урынлашҡан. XVIII—XX быуаттағы рус һынлы сәнғәте коллекцияларын тәҡдим итә . Рәссам И. Шишкин, И. К. Айвазовский, К. Ер Маковский, К. С. Малевич, Д. Д. Бурлюк. картиналары бар[18].
- Боронғо рус сәнғәте — урынлашҡан 2 ҡатлы корпусы м самуилов. Экспозицияла XIII быуат — XX быуат башында яҙылған иконалар бар[19]
- Финифть музейы[20].
- Шөңгөрҙәр һәм ҡыңғырауҙар — Ростов музейының элекке директоры В.А. Ким коллекцияһына нигеҙләнгән[21].
Күргәҙмәләре
- Археология — Ростов һәм Ростов өлкәһенең ҡаҙылма табылдыҡтары менән таныштыра
- Кекиндар — ырыу, яҙмыш, мираҫ — Ленин урамында урынлашҡан. Күргәҙмә А.Л. Кекинға арналған.
- Асыҡ фондтар: керамик һәм фарфор
Музей 30-ға яҡын айырым баҫма һәм һәр йылғы ике мәҡәләләр йыйынтығы сығара, улар араһында: А.А.Титовтың «Ростовский уезд Ярославской губернии» китабы, каталогтар, Ростов өлкәһе һәм Ростов архитектураһы буйынса ғилми баҫмалары, белешмәләр һәм бер нисә тарихи-крайҙы өйрәнеү баҫмалары бар[22].
Ростов еренең тарихы һәм мәҙәниәте
1991 йылдан башлап конференцияларҙа тәҡдим ителгән докладтар нигеҙендә йылына бер тапҡыр сыға[22]. Баҫмаларҙың темалары: археология, архитектура, генеалогия, икона яҙыу сәнғәте, сәнғәт фәне, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү
Эшләүсе филиалдар
Ябылған филиалдар
- Спас-Яковлевский монастыры — филиал 1989— 1991 йыл дауамында эшләгән, әлегә бөтә комплексы рус православие сиркәүенә тапшырылып бөтмәгән .
- Баниг, Владимир Сергеевич
- Каровский, Стефановна Наталия
- Леонтьев, Андрей Евгеньевич
- Мельник Александр Гаврилович
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.