Ростов кремле
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ростов кремле — башта Ростов епархияһы митрополитының резиденцияһы. Ростов ҡалаһы үҙәгендә Неро күл тирәһендә урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта кремль ансамбле уға төньяҡтан һөйкәлгән Собор майҙанының Успенский соборы архиерей йортонан һәм көньяҡта — митрополит баҡсаһынан тора[3].
Ростов кремле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ростов[d] |
Находится в охранной зоне | Ростов кремле (музей-ҡурсаулыҡ) |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | cписок объектов культурного наследия: Ростов (кремль)[d] |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] һәм объект культурного наследия России федерального значения[d][1][2] |
Рәсми сайт | rostmuseum.ru |
Указания, как добраться | центр города |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d], (iii)[d], (iv)[d] һәм (vi)[d] |
Ростов кремле Викимилектә |
Төҙөлөш ваҡытында Ростов ҡоролмаларының ниндәйҙер оборона әһәмиәте булмаған, шуға күрә кремлдең оборона ҡоролмалары ябай архитектура биҙәүе генә булып тора, һәм улар туранан-тура хәрби хәүеф осраҡтары килеп сыҡҡан саҡта алып ҡуймалы булған — шуға уның ҡапҡаһы киң, манараның иң өҫтөндә торған бойницалар майҙансыҡтары тар, тәҙрәләре ҡапҡаслы. Шуға ҡарамаҫтан, кремль рус хәрби традициялары буйынса Петр заманынан элек төҙөлгән рус оборона төҙөлөшө архитектура ҡомартҡыһы булып тора.
1998 йылдан алып Ростов кремлеЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә[4] индереүгә кандидат булып тора.
Ростов кремле 1650—1680 йылдарҙа митрополит Иона Сысоевич уйынса төҙөлгән. Библияға ярашлы манаралы диуар менән уратып алынған, ожмах баҡсаһының уртаһында күл торған ҡаралты итеп төҙөлгән[3].
1787 йылда Ростов архиерей кафедраһын Ярославлға күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителгән, шунлыҡтан Ростов митрополит ихатаһы үҙ функцияһын юғалтҡан һәм яйлап туҙа башлаған. Ғибәҙәтханала ғибәҙәт ҡылыу алып барылмаған, уны һатырға әҙер булғандар. Әммә Ростовтың мәғрифәтсе сауҙагәрҙәре 1860-1880-се йылдарҙа архитектура комплексын яңынан тергеҙгән.
А. А Титов, И. А. Шляковтарҙың инициативаһы менән 1883 йылдың октябрендә Кремлдең Аҡ палатаһында Ростов сиркәү боронғолоғо музейы асыла. 1886 йылда буласаҡ император Николай Икенсе кремлде үҙ яҡлауы аҫтына ала. 1910 йылда дәүләт думаһы был музейҙың дөйөм рәсәй музейы статусын нығыта, уны ҡарау өсөн ҡаҙнанан аҡса бүленә[5].
Һәйкәл ансамбле 1953 йылда,23 августа [./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D0%BC%D0%B5%D1%80%D1%87 ҡойон] ваҡытында зыянлана. Авария-тергеҙеү эштәре Ростов кремлендәге бөтә объекттарҙы тәүге ҡиәфәтенә килтереп тергеҙеү буйынса ғилми эштәрҙе килтереп сығара. Реставраторҙар менәнкүренкле рестаратор В. С. Банига етәкселек итә 1957 йылда реставрация эштәре кремлдең күп өлөшөндә тамамлана. Реставрация финанслау булмау арҡаһында һуңғараҡ тамамланған[6][7].
2010 йылда Григорий Богослов исемендәге фондтың йәмәғәт ойошмаһы патриарх Кирилл ярҙамында Ростов кремлен Рус православие сиркәүенә тапшырырға тырыша[8][9][10]. 2010 йылдың октябрендә Ярославль өлкәһе губернаторы А. С. Вахруков «Ростов кремле» музей-ҡурсаулығын сиркәүгә бирергә, музейҙың яңы бинаһына музей фондын күсерегә һәм архиерей резиденцияһы йортонда «Бөтә Рәсәй никахлашыу һәм суҡындырыу үҙәге» булдырыуҙы тәҡдим итә[11]. Был проект саҡырылған белгестәр яғынан тәнҡитләнә һәм проект кире ҡағыла[12].
Ростов кремле 2013 йылда «Рәсәй символдары» иҫәбенә индерелә,
Кремль Неро күле эргәһендә уңышлы урынлашҡан. Кремльдең 11 башняһы бар.
Кремль архитектура һәйкәлдәре:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.