From Wikipedia, the free encyclopedia
Россошь — Рәсәй Федерацияһының Воронеж өлкәһендәге ҡалаһы. Россошь районының административ үҙәге, Россошь ҡалаһы Муниципаль ҡала биләмәһе берәмеге, уның составындағы берҙән-бер торлаҡ пункты[4][5]. Хәрби ҡыйыулыҡ тораҡ пункты[6]. Россошь тимер юл станцияһы (1871).
Россошь | |
Флаг[d] | |
Нигеҙләү датаһы | XVII быуат |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1][2] |
Административ үҙәге | Городское поселение Россошь[d][1], Россошанский район[d][1] һәм Россошанский округ[d] |
Административ-территориаль берәмек | Россошанский район[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 60 879 кеше (2021)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 85 метр |
Майҙан | 59 км² |
Почта индексы | 396650 |
Рәсми сайт | rossosh.info |
Урындағы телефон коды | 47396 |
Россошь Викимилектә |
Халыҡ — 62 827 кеше (2018 йыл)
Черная Калитва йылғаһына Ҡоро Россошь йылғаһы ҡушылған урында ултырған ҡаланың «Россошь» исеме славян һүҙе — рассоха, йылға тармағы һүҙенән килеп сыҡҡан[7]. Ҡала Черная Калитва йылғаһының (Дон йылғаһы бассейны) һул ярында урынлашҡан бында уға Ҡоро Россошь йылғаһы ҡушыла.
Россошь Көньяҡ-Көнсығыш тимер юлының эре тимер юл станцияһы — 214 км өҫтәрәк ҡушыла. Воронеждан көньяҡтараҡ 214 км алыҫлығындағы Воронеж-Дондағы Ростов тимер юлының Ольховатка станцияһына айырылған тармағында тора.
Климаты уртаса-континенталь, бында эҫе йәй һәм ҡыш уртаса һалҡын.
Климат Россошь | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл |
Уртаса температура, °C | -7 | -7,3 | -1,8 | 8,3 | 15,5 | 19,3 | 21,6 | 20,8 | 14,6 | 7,2 | -1,3 | -6,6 | 7,0 |
Сығанағы: NASA. RETScreen база данных |
Тейелмәгән урмандарҙың һаҡланыуы арҡаһында бында ҡабан, илек кеүек йәнлектәрҙе күрергә мөмкин. Иң ҙур ҡоштарҙан ҡауҙы, төйлөгәнде күҙәтергә мөмкин. Ҡалала иң таралған ҡоштар: күгәрсен, сыйырсыҡ, ҡарлуғастар.
Россошь XVII быуаттың уртаһында биҫтә булараҡ барлыҡҡа килгән. XVIII быуатта Тевяшов, һуңынан Чертковтарҙың ҡулында булған. РСФСР-ҙың 1923 йылдағы административ-территориаль реформаһы ваҡытында уға ҡала статусы бирелә.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Россошь аша итальян альп корпусын һәм немецтарҙың 24-се танк корпусын тәьмин иткәндәр. Ҡалала альп корпусының резерв өлөшөнө һәм штабы торған, ул корпустың дивизиялары Дондың уң ярында: Үрге Карабуттан алып Яңы Калитваға тиклем оборона тотҡан. Россошь ҡалаһын юғалтыу 250 меңдән ашыу һалдат һәм офицерлы немец, венгр, итальян ғәскәрҙәре төркөмөнөң уң флангыһын юҡ итеү менән бер булған.
Ҡала өсөн һуғыш стратегик әһәмиәткә эйә булған: һөҙөмтәлә станция 1943 йылдың ғинуарында Острогожский-Россошь операцияһы барышында совет ғәскәрҙәре тарафынан азат ителгән[8].
Милли составы
1939 йылда халыҡ иҫәбен мәғлүмәттәре буйынса ҡалала украиндар — 69 % йәғни 11 846 кеше, урыҫтар — 29,3 % йәғни 5020 кеше[9].
2010 йыл халыҡ иҫәбен алыу буйынса: урыҫтар — 84,6 %, украиндар — 12,9 %[10].
Ҡаланың төп сәнәғәт предприятиелары:
Иҫке архитектура ҡоролмалары: 1871 йылда төҙөлгән тимер юл вокзалы һәм Александр Невский сиркәүе (XIX быуаттың архитектура ҡомартҡыһы булараҡ дәүләт һаҡлауында).
2006 йылдың авгусында иҫке сиркәү янында яңы Изге-Илья ҡорамы асыла[15]. Уның фундамент майҙаны 42x30 метров, бейеклеге — 30 метрҙан ашыу. Храм дүрт биҙәлгән ҙур көмбәҙле һәм тағы бер көмбәҙе ҡыңғырауҙар манараһында. Ҡорам проектын архитекторҙар П. В. Дудин һәм В. М. Захаров төҙөгән.
2008 йылда яңы Изге Илья ҡорамы иҫке Александр Невский ғибәҙәтханаһы менән бер комплексҡа берләштерелгән
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.