![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/f4/Ilya_Efimovich_Repin_in_the_Photographers_studio_Rentz_and_Schrader.jpg/640px-Ilya_Efimovich_Repin_in_the_Photographers_studio_Rentz_and_Schrader.jpg&w=640&q=50)
Репин Илья Ефимович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Репин Илья Ефимович (5 август 1844 йыл — 29 сентябрь 1930 йыл)[1] — Рәсәй империяһы[2] һәм СССР рәссамы, педагог, профессор, Император художество академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
Илья Ефимович Репин | |
![]() 1900-сы йылдарҙағы фотоһүрәт | |
Тыуған: |
24 июль (5 август) 1844({{padleft:1844|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны: |
Рәсәй империяһы Харьков губернаһы (хәҙер Украинаның Харьков өлкәһе) Чугуев ҡалаһы |
Үлгән: |
29 сентябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (86 йәш) |
Үлгән урыны: |
Финляндия Республикаһы Выборг губернаһы (хәҙер Санкт-Петербург ҡалаһының Курорт районы) Куоккала (1948 йылдан Репин) ҡасабаһы |
Гражданлығы: | |
Жанр: |
портрет, тарихи һәм жанрлы рәсем сәнғәте |
Уҡыған урыны: |
Император сәнғәт академияһы |
Стиль: |
реализм |
Исемдәре: |
|
Сайт: | |
Имза: | |
![]() |
1870 йылдарҙан башлап, Репин рус реализмының төп фигураларының береһе була. Рәссам һынлы сәнғәт әҫәрҙәрендә тирә-йүндәге тормоштоң бөтә төрҙәрен сағылдырыу мәсьәләһен хәл итеүгә өлгәшә. Ижадында ул хәҙерге замандың бөтә өлкәләрен яҡтыртырта, йәмәғәтселекте борсоған темаларға ҡағылыла, көн үҙәгендәге мәсьәләләргә сағыу яуап бирә. Репиндың художестволы теле һығылмалылыҡ менән ҡылыҡһырлана, XVII быуаттағы испан һәм голланд рәссамдарының һәм хәҙерге француз импрессионистарының төрлө стилистик йүнәлештәрен ҡабул итә.
Репин ижадының сәскә атыуы 1880-се йылдарға тура килә. Замандаштарының портреттары галереяһын булдыра, рәссам-тарихсы һәм көндәлек тормош күренештәр оҫтаһы булып таныла. Тарихи һынлы сәнғәт өлкәһендә уны тәҡдим ителгән хәлдең эмоциональ сағылышын асыу мөмкинлеге йәлеп итә. Рәссамдың стихияһы — хәҙерге заман, хатта легендар үткәндәр темаһына картиналар ижад итеп, ул, тамашасы менән әҫәрҙәре геройҙары араһындағы алыҫлыҡты кәметеп, тормошсан хәҙерге заман оҫтаһы булып ҡала. Сәнғәт тарихсыһы В. В. Стасов фекеренсә, Репин ижады — «реформанан һуңғы Рәсәй энциклопедияһы». Ғүмеренең һуңғы 30 йылын Репин үҙенең Пенаталағы Куоккалалағы имениеһында, Санкт-Петербург тирәһендә үткәрә. Был территория Финляндияға күскәндән һуң, 13 йылы мәжбүри эмиграцияла. Һуңғы йылдарҙа Библия сюжеттарына мөрәжәғәт итә. Куоккалала Репин мемуарҙар яҙа, уның бер нисә очеркы «Далёкое и близкое» хәтирәләр китабына индерелгән. Уҡытыусы булараҡ билдәле рәссамдар плеядаһын тәрбиәләй: Б.M. Кустодиев, И. Е. Грабар, И. С. Куликов, Ф. А. Малявин, А. П. Остроумова-Лебедева, Н. И. Фешин, В. А. Серов.