From Wikipedia, the free encyclopedia
Рамаҙан (ғәр. رمضان [ra.ma.dˤaːn], йәки Рамаза́н (төр. Ramazan [ɾɑmɑˈzɑn]; рус. Рамазан) — мосолмандар өсөн исламдың биш нигеҙенең береһе булып торған мотлаҡ ураҙа (саум) тота торған ай.
Рамаҙан | |
Культура | Ислам |
---|---|
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Ураҙа байрамы |
Йылдың көнө | Рамаҙан |
Рамаҙан Викимилектә |
Рамаҙан айы дауамында хаҡ динле мосолмандар көндөҙгө ваҡытта аҙыҡ-түлек ҡабул итеүҙән, эсеүҙән, тәмәке тартыуҙан һәм енси яҡынлыҡ ҡылыуҙан баш тарта. Ай оҙонлоғо 30 көн тәшкил итә һәм ай календарына (ҡара.: ислам календары) бәйле. Ураҙа таң атҡандан (иртәнге аҙандан һуң) башлана һәм ҡояш байығас (киске аҙандан һуң) тамамлана.
Көн һайын мосолмандар ураҙа тоторға ниәт әйтеп, уны үтәй.
Төнгө намаҙҙан (йәстү, иша) һуң көн һайын мосолмандар күмәкләп 8 йәки 20 рәҡәғәттән торған тәрәүих намаҙы ҡыла. Айҙың һуңғы ун көнөндә Ҡәҙер кисәһе башлана.
Шәүүәл айының тәүге көнөндә, рамаҙан айының тамамланыуы хөрмәтенә Ураҙа байрамы уҙғарыла. Был көндө мосолмандар байрам намаҙы уҡый һәм мотлаҡ фытыр саҙаҡаһы тарата.
Ҡатын-ҡыҙ өсөн физиологик сәбәптәр арҡаһында ураҙа тотоуҙың айырым шарттары бар: күрем ваҡытында ураҙа тоторға ярамай, йөклөлөк һәм бала тапҡандан һуңғы осорҙарҙа ла шулай уҡ әсәнең мөмкинлегенә ҡарап рөхсәт бирелә. Айлығы башланыуын белеү ауыҙға ниҙер ҡабып, ураҙаны өҙәләр, сөнки был хәлдә ураҙа тотоу гонаһ һанала. Ифтар инеүгә әҙ генә ваҡыт ҡалған булһа ла ураҙа боҙолған иҫәпләнә.
Ураҙа тотолмаған көндәр һанунса улар башҡа ваҡытта ураҙа тотоп, ҡаза ҡылып ҡуялар. Хәйез (айлыҡ) ваҡытында уҡылмай ҡалған намаҙҙар ҡаза ҡылынмай[1]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.