Ғибәҙәттә һәм ғәмәлдәрҙә ҡылына From Wikipedia, the free encyclopedia
Ниәт (ғәр. نية) — Шәриғәттә бик мөһим төшөнсә. «Ниәт» башҡортса яҡшы аңлашылып тора, «мотивация», «интенция» тигәнгә тап килеп, ниндәйҙер ғәмәлде маҡсатын һәм мәғәнәһен яҡшы аңлап ҡылырға йыйыныу булып тора. Кешенең ҡылғанына баһа биргәндә уның ниәтен белеү шәриғәт буйынса хөкөм сығарғанда иҫәпкә алына. Намаҙ, ураҙа, никах, талаҡ өсөн башта ниәт ҡылына.
Ниәт | |
Урын | кальб[d], садр[d] һәм калаб[d] |
---|---|
Төп тема | Мөбәх, batil[d] һәм великий грех в исламе[d] |
Алдағы | Taklif[d] һәм воля[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Ғибәҙәт (Ислам), Work in Islam[d], салихат[d], ғәмәл[d] һәм эшмәкәрлек[d] |
В память о | машиат[d] |
Һүрәтләнгән объект | ихляс[d] һәм Рыялыҡ |
Менән бәйләнештә | Noor[d], Secret in Sufism[d], Khafi[d], Akhfa[d] һәм Рух |
Тулы мәғлүмәт өсөн URL |
corpus.quran.com/qurandi… qurananalysis.com/… |
Вики-проект | Проект:Ислам[d] һәм Проект:Суфизм[d] |
Өлөшләтә тура килә | цель[d] |
Ниәт Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ниәт ғибәҙәттә лә, мөғәмәләттә лә (донъяуи ғәмәлдәрҙә) иғтибарға алына һәм ҡарар сығарғанда юридик көскә эйә.
Ниәт намаҙ уҡығанда уның мотлаҡ булырға тейешле ғәмәле. Шунһыҙ намаҙ дөрөҫ һаналмай. Ниәт «Аллаһу әкбәр» тәкбиренә тиклем ҡылына, шунан намаҙ башлана. Ниәтте мотлаҡ тел менән әйтергә булмаһа ла, әммә уйлағанда мосолман ниндәй намаҙ уҡырға ниәтләнгәнен — фарызмы, сөннәтме әллә ҡаҙа ҡылыумы — күңелдән үткәрергә тейеш.
Шулай уҡ тәһәрәт тә, ғөсөл дә ниәт ҡылынып алына, ул ябай ғына йыуынып-сайынып алыу кеүек түгел, ә шәриғәткә ярашлы булырға тейеш.
Ураҙа тотоусы ла быны шәриғәткә ярашлы ниәт итеп башҡарырға тейеш. Ҡайһы бер мөжәһидтәр Рамаҙан айында ураҙа тотоусы иртәнге (сабах) намаҙына аҙан ҡысҡырылғансы ниәт әйтеп ҡалынырға тейеш тип һанай. Рамаҙан айынан һуң тотолған ураҙаларҙа өйләгә тиклем ниәт итергә кәрәк.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.