From Wikipedia, the free encyclopedia
Рави Шанкар (ингл. Shankar Ravi, бенг. রবি শঙ্কর Shôngkor Robi, һинд रवि शङ्कर или शंकर; 7 апрель 1920 йыл, Варанаси — 11 декабрь 2012 йыл, Сан-Диего) — композитор, ситарҙа уйнаусы киң билдәле виртуоз.
Рави Шанкар донъяла иң билдәле һинд музыканты. Ул көнбайыш илдәрендә һинд классик музыкаһын, ҡоралдарын һәм башҡарыусыларын популярлаштырыуға ҙур өлөш индерә. Бында The Beatles төркөмө менән танышыу һәм уларҙың гитарасыһы Джордж Харрисон менән оҙайлы дуҫлығы (Харрисон Равинан ситарала уйнарға өйрәнә), шулай уҡ Рави Шанкарҙың шәхси харизмаһы мөһим ролде уйнай.
1969 йылда легендар «Вудсток» фестивалендә сығыш яһай, 1980 йылдарҙа Иегуди Менухин менән бергә концерттарҙа ҡатнаша.
Кинола Сатьяджит Рай, Мринал Сено, Норман Макларен, Оливер Стоун, Аттенборо Ричард һәм башҡалар менән эшләй, уға 30-ҙан ашыу документаль һәм уйын фильмдарына музыка ҡарай. Рави Шанкарҙың музыкаль карьераһы алты тиҫтә йылдан ашыу дауам итә, ә халыҡ-ара карьераһы «Гиннесстың рекордтар китабына» ярашлы, донъяның иң оҙайлыһы була. Маҡтаулы пандит исемен йөрөтә.
Тәүге ҡатыны Аннапурна Девинан улы Шубхендра Шанкар, композитор, музыкант, рәссам булған (1942—1992). Йырсы Нора Джонстың (Сью Джонстан, 1979) һәм уның һеңлеһе америка ситарсыһы һәм композитор Анушка Шанкарҙың (Суканья Шанкарҙан, 1981) атаһы.
Рави Шанкар индуист һәм вегетариан булған[6][7]. Калифорнияла йәшәгән. 2012 йылдың 9 декабрендә тын алыуы ҡыйынлашыуына зарланғас, Шанкарҙы Калифорния штаты Сан-Диегоның Ла-Хольела Scripps Health шәфҡәтлек селтәрендәге бер клиникаға урынлаштыралар. Ике көн үткәс, 2012 йылдың 11 декабрендә йөрәк ҡапҡасын күсереп ултыртыу буйынса операциянан һуң реанимацияла үлә[8][9]. Уға 92 йәш була[10].
2013 йылдың 5-6 ғинуарында Калькуттала, ҙур Nazrul Mancha концерт залында Рави Шанкар иҫтәлегенә арналған һинд классик музыка оҫталарының фестивале үтә, Фестиваль Shreeranjani мәҙәни йәмғиәте тарафынан ойошторола, уның менән сародта уйнаусы билдәле Tejendra Majumdar етәкселек итә. «Уҡытыусының» хәтер кисәһенә Калькуттаға Һиндостандың һәм донъяның бөтә мөйөштәренән һинд классик әҙәбиәте һәм музыка оҫталары килә[11].
Рави Шанкар күп премияларға, бүләктәргә һәм маҡтаулы исемдәргә эйә була:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.