From Wikipedia, the free encyclopedia
Полоний (лат. Polonium, Po) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 16-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 84. Халькогендар төркөмөнә ҡарай. Нормаль шарттарҙа йомшаҡ радиоактив металл, көмөшһыу-аҡ төҫтә[4][5].
Полоний | |
Кем хөрмәтенә аталған | Польша |
---|---|
Асыусы йәки уйлап табыусы | Мария Склодовская-Кюри һәм Пьер Кюри |
Асыу датаһы | 1898 |
Элемент символы | Po[1] |
Химик формула | Po[2] |
Каноническая формула SMILES | [Po][2] |
Атом һаны | 84 |
Электр кирелеге | 2 |
Ионный радиус | 0,97 ангстрем[3] |
Полоний Викимилектә |
Полоний элементының символы — Po (Полоний тип уҡыла).
Элемент 1898 йылда Пьер Кюри һәм Мария Склодовская-Кюри тарафынан уран ыҫмалалы рудаһында асыла[6]. Улар 18 июлдә Париж Фәндәр академияһы ултырышында докладта беренсе тапҡыр асыш тураһында хәбәр итәләр. Элемент Мария Склодовская-Кюриның тыуған яғы — Польша (лат. Polonia) хөрмәтенә исем ала[5]
1902 йылда немец ғалимы Вильгельм Марквальд яңы элемент аса. Ул уны радиотеллур тип атай. Кюри, асыш тураһындағы яҙманы уҡып, был — улар тарафынан дүрт йыл элек асылған полоний элементы, тип хәбәр итә. Марквальд бындай баһа менән килешмәгән һәм уларҙың төрлө элементтар булыуын белдергән. Элементтар менән бер нисә эксперименттан һуң Марквальд үҙ хатаһын танырға мәжбүр була.
Полонийҙың 0,1 мг беренсе өлгөһө 1910 йылда алына.
Полоний радионуклидтары тәбиғи радиоактив рәт составына инә:
Шуға күрә полоний һәр саҡ торий һәм уран минералдарында була. Полонийҙың ер ҡабығындағы тотороҡло йөкмәткеһе — массаһы буйынса яҡынса 2·10−14 %[4].
Полоний — көмөшһыу-аҡ йомшаҡ радиоактив металл.
Металл полоний һауала тиҙ окислана . Полоний диоксиды (РоО2)x һәм полоний монооксиды РоО билдәле. Галогендар менән тетрагалогенидтар ойоштора. Кислоталар йоғонтоһонда Ро2+ катиондары барлыҡҡа килеп, алһыу төҫлө иретмә хасил була:
Полоний-210 аҙ ғына миҡдарҙа тәбиғәттә бар һәм тәмәкелә туплана[7][8][9], һөҙөмтәлә тәмәке тартыусыларҙың һаулығына зыян килтерә. Бүтән тәбиғи полоний изотоптары бик тиҙ тарҡала, шуға күрә тәмәкелә тупланып өлгөрә алмай. «Тәмәке етештереүселәр был элементты 40 йыл элек тапҡан, уны юҡҡа сығарырға ынтылыштар һөҙөмтә бирмәй», — тиелә 2008 йылда америка Стэнфорд университетының һәм Майо Рочестер клиникаһы тикшеренеүселәре яҙған мәҡәләлә.
Полоний-210 артык ағыулы, радиотоксинлы һәм канцерогенлы, ярым тарҡалыу осоро 138 көн 9 сәғәт. Уның сағыштырма активлығы (166 ТБк/г) шул хәтле оло, хатта альфа-киҫәксә генә нурланһа ла, уға ҡул менән ҡағылырға ярамай, сөнки тире генә түгел, бәлки бөтә организм ағыуланыуы мөмкин: полоний тире аша шаҡтай еңел үтә. Ул аралыҡ булғанда ла ҡот осҡос хәүефле. Шуға күрә полоний-210 менән герметик бокста ғына эшләйҙәр.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.