From Wikipedia, the free encyclopedia
Мария Саломеа Склодовская-Кюри (франц. Marie Curie, пол. Maria Skłodowska-Curie; ҡыҙ фамилияһы Мария Саломея Склодовская, пол. Maria Salomea Skłodowska; 7 ноябрь 1867 йыл — 4 июль 1934 йыл) — поляк сығышлы (физик, химик) һәм француз ғалим-экспериментаторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Сорбонна университетының беренсе ҡатын-ҡыҙ преподавателе. Нобель премияһы лауреаты: физика буйынса (1903) һәм химия буйынса (1911)[1], Нобель премияһы тарихында ике тапҡыр беренсе булған[1]. Парижда һәм Варшавала Кюри институттарына нигеҙ һалған. Пьер Кюриҙең ҡатыны, уның менән радиоактивлыҡ өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барған. Ире менән берлектә радий (от лат. radius «луч»), полоний (Польшаның латинса исеменән, Polōnia — Ватанына ҡарата ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү билдәһе итеп шулай атаған) элементтарын асҡан.
Был мәҡәлә Һайланған мәҡәләләргә кандидат. |
Мария Склодовская-Кюри | |
Maria Skłodowska-Curie | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Варшава, Поляк Батшалығы, |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Санселльмоз, Франция |
Ил |
, Франция |
Ғилми даирәһе | |
Альма-матер | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
радий һәм полоний элементтарын асҡан автор, радиохимияға нигеҙ һалған |
Награда һәм премиялары |
Физика буйынса Нобель премияһы (1903) |
Автограф | |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Мария Склодовская 1867 йылдың 7 ноябрендә Варшавала уҡытыусы Владислав Склодовский ғаиләһендә тыуған. был ғаиләлә унан тыш тағы өс ҡыҙ: Зофия (1862), , Бронислава (1865) һәм Хелена (1866) һәм улдары Юзеф (1863) үҫкән. Ғаилә бик ауыр шарттарҙа көн иткән, әсәләре туберкулез менән оҙайлы сирләп үлгән. Аталары ауырыу ҡатынын дауалау һәм биш балаһын ҡарау өсөн бик күп тырышып эшләгән. Әсәһе үлгәндән һуң, Марияның бер апаһы ла вафат булған[2].
Мария мәктәптә уҡыған саҡта уҡ бик тырыш, хеҙмәт һөйөүсе бала булған. Һәр бер эште ул, йоҡоһон ҡалдырып булһа ла, урынына еткереп башҡарған. Шунлыҡтан ул хатта, уҡыуын тамалағас, ауырып та алған һәм оҙаҡ ҡына һаулығын нығытыу менән булышҡан.
Мария мәктәптән һуң артабан белем алырға уйлаған, тик ул ваҡытта Рәсәй империяһы составына ҡараған Привислин крайында ҡатын-ҡыҙҙарҙы юғары уҡыу йорттарына алмағандар.Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Мария аҫтыртын рәүештә ҡатын-кыҙҙар өсөн «Летучий университет»[3] тигән юғары курстарҙы тамамлаған. Мария һәм Бронислава, сиратлап гувернантка булып эшләп, артабан белем алырға һөйләшкәндәр. Бронислава Парижда медицина институтында уҡыған саҡта Мария, гувернантка булып эшләп, үҙ аҡсаһына апаһын уҡыткан. Бронислава 1891 йылда врач булып эшләп, һеңлеһен уҡытыр өсөн аҡса таба башлағас, Мария 24 йәшендә ниһайәт Париждағы Сорбонна университетына уҡырға инә.
Латин кварталының һалҡын мансардаһында йәшәгән ҡыҙ бер үк ваҡытта уҡый ҙа, эшләй ҙә. Йүнләп ашарына булмаһа ла, ял итеренә ваҡыты етмәһә лә Мария университеттың иң яҡшы уҡыған студенты булған. Ул ике диплом — диплом физика буйынса диплом һәм математика буйынса диплом алып сыҡҡан.[2]. Уҡыған саҡтағы уның хеҙмәт һөйөүсәнлеге һәм һәләте уға иғтибарҙы тартҡан һәм уға университетта үҙаллы тикшеренеүҙәр алып барырға рөхсәт ителгән[4].
Сорбоннала уҡығанда, Мария Варшаваға ҡайтырға һәм уҡыу йорттарында уҡытыуҙы планлаштыра [5]. Әммә буласаҡ ире менән осрашҡандан һуң, был планы үҙгәрә[6].
1894 йылдың башында поляк эмигранттары Ковальскийҙар йортонда Мария Склодовская Пьер Кюриҙы осрата. Юзеф Ковальский Мрияға Пьер үҙенең лабораторияһнда эшләтергә йыйынғанын хәбәр итә[7][8]. Пьер ул саҡта Сәнәғәт физикаһы һәм химияһы муниципаль мәктәбендә лаборатория етәксеһе була. Был ваҡытҡа ул ҡаты матдә кристалдар физикаһы һәм матдәләрҙең магнит һыҙаттарының температураға бәйле булыуы тәжрибәләр үткәргән була; температураны белдергән «Кюри нөктәһе» термины уныың исеме менән үҙгәргән [9]. Тәүге осрашыуҙа Мария әлегә Казимир Зоравский менән мөнәсәбәте тәьҫиренән сығыып бөтмәгән була, ә Пьер бала сағынан йылы хистәр кисергән ҡыҙының үлеменә ҡайғырған була [10]. Пьерға нескә, һары сәсле, һоро үҙле ҡыҙ оҡшай, һәм ул Марияға лабораторияһында кескәй бүлмә тәҡдим итә, артабан уның коллегаһы ғына булып ҡалмай лар өйләнешә[11].
Мария тәүге тәҡдимде кире ҡаға, сөнки ул һаман тыуған еренә ҡайтыу теләге менән йәшәгән була[12][13]. Пьер икеләнмәйенсә уның менән Польшаға күсергә риза булыуын белдерә[10]. 1894 йылдың йәйендә Склодовская Варшаваға ҡайтып китә, туғандарын күрә һәм Ягеллон (Краков) университетына эшкә урынлашырға өмөт итә, әммә эшкә фәҡәт ир-егеттәрҙе генә алған булалар. Пьер уға оҙон хаттар яҙа [14]. Октябрҙә Склодовская Парижға килә һәм кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй. [10].
1895 йылдың 26 июлендә Пьер һәм Мария никахһыҙ өйләнешәләр. Туй Париж ҡала янында үтә[12][15]. Йәштәр дини йолаларҙан һәм балдаҡтарҙан баш тарта, ә туй күлдәге урынына Склодовская ҡара күк костюм кейә. Кюри Иль-де-Франсҡа велосипедтарҙа туй сәфәренә йүнәләләр[16]. Гласьер урамындағы фатирға урынлашалар[10].
Ҡыҙҙары Жолио-Кюри Ирен 1897 йылдың 12 сентябрендә тыуа. Пьерҙың атаһы Эжен Кюри, пенсиялағы доктор, Иренды тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай[17][18][19]. Ирен ата-әсәһе юлын дауам итә, физика һәм химия буйынса ғалим була. Ире Фредерик Жолио-Кюри менән берлектә ул яһалма радиоактивлыҡ күренешен аса, һәм 1935 йылда химия өлкәһендә Нобель премияһына лайыҡ була[20].
Пьер, Сорбоннала яңы асылған физик химия кафедраһы мөдире взифаһына үтмәһә лә, 1900 йылда Женева университетына саҡырыла[21]. Ирле-ҡатынлы Швейцарияға күсерә әҙер була. Ләкин Пьерҙың эшен оҡшатҡан Анри Пуанкаре уны Сорбоннала эшкә ҡалдырырға тырыша[22]. Ә Мария, өҫтәмә аҡса табыу маҡсатында, Севр юғары ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбендә физика уҡыта[17][23][24].
1903 йылдың 23 июнендә Мария Сорбоннала үҙенең докторлыҡ диссертацияһын «Исследование радиоактивных веществ» тигән докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Яңы элементтар — полоний һәм радий тураһында мәғлүмәт хәбәр итә[17][25]. Һуңыраҡ Эрнест Резерфорд Пьер өлөшләтә цинк сульфиды менән ҡапланған үҙҙәре бүлеп сығарған радий иретмәһе һалынған колбаны сығарғанын хәтерләп һөйләгән. Колбалағы ялтырап торған радиоактив матдә ҡунаҡтарға көслө тәьҫир иткән[26][18][27]. Шул уҡ йылды Пьер Кюри Лондон король йәмғиәте алдында, радий үҙенсәлектәрен күрһәткән эффектлы тәжрибәләр менән оҙатылған лекцияһын уҡый. Ирле-ҡатынлының ҡаҙаныштары химия өлкәһендә мөһим йыл асышы өсөн Дэви миҙалы менән билдәләнә[18][28][29][30].
1903 йылдың авгусында бишенсе айлыҡ ҡыҙын тыуҙыра, әммә ул йәшәй алмай. Мария йөклө көйө полоний һәм радий концентрацияланған иретмәһе менән эшләгән һәм һәр бер кешегә зарарлы радиацияһын алған[29][31].
Шул уҡ 1903 йылда Мария һәм Пьер Кюри физика буйынса Нобель премияһы — «профессор Анри Беккерель асҡан радиация күренештәрен бергәләп өйрәнеп, фәнгә сиктән тыш хеҙмәт күрһәткәнен таныу билдәһе булараҡ» — менән бүләкләнә. Беккерель премияны Кюриҙар менән бүлешә. Мария үҙенең хеҙмәттәрендә радиоактивлыҡты асыу өҫтөнлөгө Беккерелдеке тип таныған[32]. Пьер Кюри Марияның радийҙың атом массаһын табыуҙағы ҡаҙнышын һыҙыҡ өҫтөнә алған [33] Һөҙөмтәлә Мария ла коллегалары менән Нобель премияһына лайыҡ булған[34]. Мария 1935 йылда ҡыҙы Ирен Нобель премияһына лайыҡ булғанға тиклем, берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ лауреат булып ҡалған. Премия тапшырғанда бәхәс сыға: радиоактив матдәләр тураһындағы хеҙмәт ҡайһы дисциплинаға — физикаға әллә химияға ҡараймы. Премияны физика буйынса бирәләр, Академия киләсәктә — химия буйынса премия булырын да күҙаллай. Награданы Швеция короле Оскар II тапшырған. Тантаналы сарала фәҡәт Анри Беккерель генә була: ирле-ҡатынлы Кюри бушамағанлыҡтарын һәм сәләмәтлек торошона һылтана, уларҙың наградаһын француз министры ала[18][35][36].
Премия аҡсаһына Кюриҙар лабораторияһына кәрәкле аппаратура һәм фатирҙарына ванна һатып ала[37][38]. Был ваҡытта уларҙың ҡулдары радиоактив өлгөләр менән даими контактта булғанлыҡтан, радиобиологик яралар менән ҡапланған була. Һәм был радийҙы медицина практикаһында ҡулланыу идеяһына алып килә. Пьер Кюри был фекерен Нобель телмәрендә еткерә (1905 йылдың 5 июне): был аҡытҡа ирле-ҡатынлы нығынған була һәм Стокгольмға килә[39]. В июле 1905 йылдың июлендә Пьер Кюри Француз фәндәр академияһына ҡабул ителә[40][41][22][42].
Икенсе ҡыҙҙары Кюри Ева Дениза 1904 йылдың 6 декабрендә тыуа[43][44]. Был осорға ғаиләнең матди хәле һиҙелерлек нығынған була. Пьер Сорбоннала физика рофессоры була, ә Мария ире лабораторияһы мөдире булып эшләй. Ҡыҙҙарын гувернанткалар ҡарай[45][46]. Ева журналист, музыкант һәм йәмәғәт эшмәкәре була, 102 йәшкә етә. Ул әсәһе тураһында [47] АҠШ-та бестселлерға әйләнгән һәм АҠШ-тың милли китап премияһына National Book Award for Nonfiction лайыҡ булған әҫәр яҙа. 1962 йылдан 1965 йылға тиклем Грецияла ЮНИСЕФ ойошмаһын етәкләй. Ғаиләләрендә Ева ғына Нобель премияһын алмаған[44][48][49].
1906 йылдың 19 апрелендә урам аша сығып барған Пьер Кюриҙы атлы экипаж тапап үтә[50]. Мария ауыыр депрессия хәлендә була[51]. Уны Париж университетына[52] тәғәйенләйҙәр, 1906 йылдың 5 ноябрендә ул беренсе занятиеһын үткәрә[53][54], университет һәм Франция тарихында тәүге һәм берҙән-бер [55][56] ҡатын-ҡыҙ-преподаватель була[57][58][59][43]. 1908 йылда ул профессор була һәм кафедра ҡабул итә[60][61].
1910 йылда Мария Кюри кандидатураһы Француз фәндәр академияһына һайлана. Быға тиклем ҡатын-ҡыҙҙар Академияға һайланмағанлыҡтан, уны тәҡдим итеү бәхәс тыуҙыра [43]. Һөҙөмтәлә Мария Кюри кандидатураһы, ике тауыш артыҡ булыу сәбәпле, 1911 йылдың ғинуар һайлауҙарында кире ҡағыла [57] (башҡа мәғлүмәт буйынса — бер тауыш менән[62]). Бынан һуң Мария кандидатураһын академияға һайлауға ҡәтғи ҡаршы була[63][60]. Шулай уҡ 1910 йылда ул хөкүмәт тәҡдим иткән Почётлы легион орденынан да баш тарта[64]. 1911 йылдан башлап вафатына тиклем Мария Склодовская-Кюри физика буйынса Сольвеевский конгрессы делегаты булған[62][65].
1910—1911 йылдарҙа Мария Кюриҙың Пьер Кюриҙың уҡыусыһы, физик Поль Ланжевен менән роман була[34][66][27]. Ул Мариянан 5 йәшкә йәш, өйләнгән һәм 4 балаһы була. Полдең ҡатыны Жанна Марияның Полгә яҙған хаттарын еҙнәһе ярҙамында Le journal журналында баҫтыра. Низағ ҡупҡан саҡта, Мария Сольвеевский конгресында була (1911) «Излучение и кванты». Кюриҙы асыулы халыҡ ҡаршы ала, уға ҡыҙҙары менән яҙыусы Камилла Марбо фатирына китергә тура килә. Кюриҙы гәзит аша эҙәрлекләү башлана. Бер гәзиттә уны йәһүд тип, икенселәрендә — урыҫ йәки немка тип яҙалар, уны атеизмда ғәйепләйҙәр. Ланжевен бер журналисты дуэлгә саҡыра, 1911 йылдың 25 ноябрендәге дуэлдә ике яҡ та атыуҙан баш тарта[66][67].
1911 йылда Мария Кюри «химия үҫешендә юғары ҡаҙныштары өсөн: радий һәм полоний элементтарын асыу, радийҙы бүлеп сығарыу һәм был шәп элементтың тәбиғәтен һәм берләшмәлрен өйрәнеү» Нобель премияһына лайыҡ була[68]. Мария Кюри беренсе — һәм бөгөнгө көндә лә берҙән-бер — ике тапҡыр Нобель премияһы лауреаты. Стокгольмда һөйләгән докладында ул яңы элементтарҙы ире менән бергә асҡанлығын әйтә.
Мария Кюри Нобель премияһының донъяла абруйын күтәрергә ярҙам иткән. МАтбуғатта уларҙың ауыр шарттарҙа асыш яһауы, Мария Кюриҙың шәхси тормошо тураһында күп яҙалар. Шулай уҡ матбуғатта радийҙың ғәҙәти булмаған үҙенсәлеге — яман шештән дауалауы тураһында ла яҙғандар[69]. Икенсе Нобель премияһын тапшырыу ҙа ғәйбәттәргә кәртә булмай[34]. Мария ҡыҙы Ирен менән Швецияға премия тантанаһына бара һәм докладын ире иҫтәлегенә бағышлай[70].
1911 йылдың декабрендә бөйөрөнә операция эшләтә[71]. Францияға ҡайтырға теләмәгәнлектән, Мария физик Герта Маркс Айртон саҡырыуы буйынса бер ни тиклем Англияла йәшәргә ҡарар итә, үҙен Склодовская тип таныта. Герта Марияға ярҙам ҡулы һуҙған берҙән-бер ғалим була[70]. Ланжевен ҡатыны менән яраша, әммә Мария менән яҡшы фән һәм дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һуңғы көндәренә тиклем һаҡлай[72].
Беренсе донъя һуғышы башланыр алдынан, 1909 йылда Париж университеты һәм Пастер институты Парижда радиоактивлыҡты тикшереү маҡсатында Кюри Радий институты асыла[73]. Радий институтында ике бүлек — радиоактивлыҡты фундаменталь тикшереү һәм ауырыуҙарҙы дауалауҙа радиацияны ҡулланыуҙы тикшереү бүлектәре була[74]. 1914 йылдың июлендә ойоштороу эштәре тамамлана, һәм Мария Кюри радиоактивлыҡты фундаменталь тикшереү бүлеге директоры итеп тәғәйенләәнә[52][62].
1925 йылда Мария Кюри Варшавала Онкология үҙәге — Мария Склодовская-Кюри исемендәге институтты асыу тантанаһында ҡатнаша[75][76][59][68].
Шуға оҡшаған радий институттары Лондонда (London Radium Institute), Ленинградта В. Г. Хлопин исемендәге радий институты, Венала Радий институты (Institute for Radium Research, Vienna).
1914 йылдың 1 авгусында Францияла дөйөм мобилизация иғлан ителә. Германия империя армияһы баш ҡалаға яҡынлашҡанын аңлағанлыҡтан, Мария француз хөкүмәте күскән Бордо ҡалаһына ҡурғаш футлярҙағы ҡиммәтле радийҙы илтә[70][77].
Беренсе донъя һуғышы фронттарында хәрби хәрәкәттәр башланыу менән, Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре комитетының Радиология хеҙмәте директоры итеп тәғәйенләнгән Мария Склодовская-Кюри[58], күсереп йөрөтөлә торған рентген аппараттарын ҡороу һәм хеҙмәтләндереү эшенә тотона [1]. Мария Кюри шулай уҡ ике Нобель премияһына килгән бөтә аҡсаһын хәрби заёмға һала. Күсерелмәле рентген пункттары хирургтарға операция үткәрергә ярҙам итеп, госпиталлдәр буйлап йөрөгән. Мария хәрби медиктарҙы радиология ҡулланырға өйрәткән, рентген нурҙары ярҙамында яралының тәнендә урынлашҡанын пуляны тапҡандар. Һуғыш йылдарында Мария һәм Ирен, улар өйрәткән медиктар миллиондан ашыу яралы һалдаттарҙың рентген снимогын төшөргән[34][78]
Кюри институында ассистент-рентгенологтар әҙерләү курстары ойошторолған, Мария 1916 йылдан курстарҙа уҡытҡан[79]. Йыйылған тәжрибәһен ул 1920 йылда «Радиология и война» тигән монографияһында дөйөмләштергән[43][80].
1920 йылда француз хөкүмәте Мария Кюри өсөн стипендия булдыра, унан элгәре стипендиат Луи Пастер булған[75]. Ул Кюри (радий) институтында уҡытыуын дауам итә, где руководила работами студенттарҙың эштәренә етәкселек итә һәм радиологияны медицинала ҡулланыуға ярҙам итә. 1923 йылда Пьер Кюриҙың биографияһын баҫтыра[81]. Склодовская-Кюри һуғыш аҙағында бойондороҡһоҙлоҡ алған тыуған иленә, Польшаға, йыш ҡайта. Польша тикшеренеүселәренә косультациялар ойоштора[62].
.
Күп йылдар дауамнда радий менән эшләгәнлектән, Мария Кюриҙың сәләмәтлеге һиҙелерлек ҡаҡшаған. Катаракта һәм бөйөр эшмәкәрлеге проблемалыға әйләнә[82]. 1934 йылдың яҙында Мария Бронислава менән автомобилдә сәйәхәт иткәндә һыуыҡ үткәрә. Температура оҙаҡ ваҡыт төшмәй, табиптар киҙеү (грипп), тип иҫәпләгән һәм Санселльмоз санаторийына ебәрәләр (Пасси, Үрге Савойя).
Мария Кюри 1934 йылдың 4 июлендә Санселльмоз янында вафат була[62][59][83]. 1934 йылдың 6 июнендә О-де-Сенда ире Пьер Кюри эргәһенә ерләйҙәр[84].
1995 йылдың 20 апрелендә (тантаналы церемонияға Польша президенты Лех Валенса ла саҡырыла) Франция президенты Франсуа Миттеран ҡушыуы буйынса, Пьер һәм Марии Кюриҙың кәүҙәләре Париждағы Пантеонға күсерелеп ҡуйылды[85][59].
1897 йылдың аҙағында Мария Кюри магнетизм буйынса тикшеренеүҙе тамамлай һәм диссертацияһына тема эҙләй башлай. Шул вҡытта ирле-ҡатынлы Кюри физик уран элементы берләшмәләре тәрәнгә үтеп инә алыусы нурҙар таратыуын асҡан Анри Беккерель менән таныша. Беккерель фекере буйынса, тышҡы тәьҫир ярҙамында барлыҡҡа килгән рентген нурланыуынан айырмалы, ул урандың эске үҙенсәлеге[86]. Мария тема менән ҡыҙыҡһыныыып китә һәм был күренеште тикшереүгә арналған докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эш башлай[11].
XIX быуат аҙағына уран тоҙҙары менән эшләүсе тикшеренеүселәр улар янына яҡын урынлашҡан фотографик пластинка билдәһеҙ сәбәптән яҡтырғанын белеп ҡала.
Беккерелдең тикшеренеүҙәре Пьер һәм Мария Кюриҙарҙың хеҙмәте өсөн нигеҙ булып тора[87].
Висмут радиоактив түгел, шуға ирле-ҡатынлы Кюри яңы элементты, Мария Склодовскаяның тыуған иле хөрмәтенә, полоний тип атайҙар,[88][89] Польша (пол. Polōnia) Мария Склодовскаяның тыуған иле хөрмәтенә [90][91].
1898 йылдың ноябрендә ирле-ҡатынлы Кюри настуран менән тәжрибәләр яһауға күсәләр һәм химик үҙенсәлектре буйынса тулыһынса полонийҙантайырылып торған бер радиоактив матдә табалар.
Мария һәм Пьер Кюри, Гюстав Бемон (фр.Gustave Bémont) 1898 йылдың 19 декабрендә Париж фәндәр академияһына яңы элементты «радий» тип атағандарын хәбәр итәләр[90][92]. 1899 йылдың 30 ғинуарында «Revue générale» баҫмаһында Мария Кюри «Лучи Беккереля и полоний» тигән мәҡәлә баҫтыра, һәм тәүләп «радиоактивлыҡ» һәм «радиоактив элемент» тигән терминдар ҡуллана[93][94].
Радий һәм полонийҙы асыу яңы радиоактив элемент табыу сиратн башлай һәм радиоактивлыҡты өйрәнеүсе фән барлыҡҡа килеүенә нигеҙ һала[95].
Һуғыштан һуң Мария катаракта менән сирләй, һәм был, моғайын, нурланыш ауырыуының иртә симптомы булғандыр[96]. Ул операция эшләтә, әммә был турала белдермәй[97].
Радиотерапия асышы радий тиҙ арала сәнәғәт масштабында етештерелеүсе баҙар продуктына әйләнгән[98], ә 1 грамм радий хаҡы 1904 йылда 750 000 француз франкына еткән[99].
Ике Нобель премияһынан тыш, Мария Склодовская-Кюри лайыҡ булған:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.