From Wikipedia, the free encyclopedia
Пандемия (грек. πανδημία — бөтә халыҡ) — илдең бөтә территорияһында таралыу менән характерланған инфекцион ауырыу. Күрше ил биләмәләрен, ҡайһы саҡта донъяның күп илдәрен үҙ эсенә алған (мәҫәлән, холера, грипп) эпидемия.
Ғәҙәттә, пандемия тигәндә халыҡтың күп өлөшөндә[1][2], бер ыңғай тиерлек [3] таралып китә алған сирҙе күҙ уңында тоталар. Бындай сирҙәр тиҙ арала бөтөн илде, Ер шарын да солғап алырға һәләтле [4][5][6]..
Натураль, йәғни, ҡара сәсәк — ныҡ йоғошло вируслы инфекция. Был сир менән кешеләр сирләй.
Бөтә ер шарында киң таралған була. Сирлеләрҙең үлем осраҡтары 40 процентҡа еткән.
Көнсығышта иртә урта быуаттарҙан (Һиндостанда — viii быуаттан, Ҡытайҙа — X быуаттан ) яҙмалар һаҡланып ҡалған. Унда вариоляция тураһында һүҙ бара. Йәғни, ҡара сәсәкте профилактикалау өсөн прививка эшләй торған булғандар. Ҡара сәсәк менән сирләгән кешенең яраһынан эрен алып, башҡаларҙың тәнендәге яраға һөрткәндәр.Һөҙөмтәһендә кеше еңел формала сирҙе үткәреп, артабан ауырыуға бирешмәүсәнлек сифатына ирешкәндәр.
Тупланып килгән фактик материал ( һыйыр сәсәген үткәргән һауынсыларҙың ҡара сәсәк менән сирләмәүе, XVIII быуатта инглиз армияһында кавалериялағыларҙың пехотаға ҡарағанда күпкә әҙерәге сирләүе, хайуандар сәсәге (ат йәки һыйыр) менән зарарланыу — ҡара сәсәккә бирешмәүсәнлек тыуҙыра, тигән фекергә алып килә.
Бынан һуң һыйыр сәсәге менән вакцинация эшләү таралып китә. Тик ваҡыт үтеү менән вакцинаның һөҙөмтәлелеге кәмей икәнлеге асыҡлана, йәғни, нисәлер йылдан һуң ревакцинация үткәреү кәрәк булып сыға.
Әммә прививка һәм ревакцинация эшләү зарурлығы эпидемия башланғас ҡына иҫкә төшө торған була.
Сираттағы фажиғә 1870-1874 йылдар араһында ҡуба. Пандемия Төньяҡ Америка континентын ғына түгел, ә Рәсәй һәм Европаны ялмап ала:[7]
Быға тиклем вакцинация үткәрелә пандемияһы булып ҡарамаҫтан үҫешә — ул халыҡтың күпселеге барлыҡҡа килеүе менән бәйле саралар нерегулярный ревакцинация буйынса ғалим.[7]
1928 йылда СССР-ҙа һәм Европа континентында натураль сәсәк тулыһынса контролгә алына. 1980 йылдарға тиклем вакцинация үткәрелгәнгә күрә, натураль сәсәк биологик ҡорал сифатында ҡараламай. Бөгөн натураль сәсәк бөтә донъяла юҡ ите лгән тип һанала. Шуға ҡарамаҫтан, натураль сәсәк вирусы, элекке ССР һәм АҠШ лабораторияларында юҡ ителмәгән. 2014 йылда тиклем һаҡлана. XX быуатта 300-500 миллион кешенең ғүмерен ҡыйҙы вирус.
Чума (Тағун) киҫкен, тиҙ тарала торған үтә ҡурҡыныс ауырыу төрө. Ныҡ йоғошло ауырыуҙар төркөмөнән. Көслө карантин талап итә. Сир бик ныҡ ауыр үтә. Организмдың дөйөм хәле бөтә яҡлап та хөртәйә, биҙгәк тота. Лимфа төйөндәре, үпкә һәм башҡа эске ағзалар эшлектән сыға. Йыш ҡына сепсис үҫешеүе өҫтәлә.
Ауырыу юғары леталь (үлем) һөҙөмтә һәм ныҡ йоғошлолоҡ менән айырылып тора. Бубон чумаһында ( тағун) үлем 95 процентҡа етһә, үпкә формаһында 98-99 %-ҡа барып етә.
Хәҙерге ваҡытта дөрөҫ дауалау һөҙөмтәһендә үлем осраҡтары 5-10 %.-тан артмай.
1894 йылда, бер үк ваҡытта ике ғалим: француз Александр Йерсен һәм япон Китасато Сибасабуро, ауырыу тыуҙырыусы булып бактерия—тағун таяҡсаһы тороуын асыҡлаған.
Хәҙерге ваҡытта ла күп илдәрҙә ауырыу сығанағы һаҡланған тәбиғи усаҡтар бар әле. Кимереүселәр аша кешеләрҙең зарарланыуы һаман да осрап тора[8].
Миллионлаған ғүмерҙе өҙгән, кешелек тарихында тәрән эҙ ҡалдырған эпидемиялар:
Холера ауырыуы оҙаҡ ваҡыт урындағы сирҙәрҙән булған[12]. Әммә 19 быуатта иң киң таралған һәм үлемесле сирҙәрҙең береһенә әйләнгән. Тиҫтә миллионлап ғүмерҙе өҙә башлаған
Тиф — дөйөмләштерелгән исем. Ул сир психика боҙолоуы фонында аяуһыҙ биҙгәк һәм көслө ағыуланыу менән барған инфекцион ауырыуҙары берләштерә[29]. Иң билдәлеһе — сыбартмалы тиф, ҡорһаҡ тифы һәм кире ҡайтмалы тиф. XIX быуаттың беренсе яртыһына тиклем ауырыуҙы төркөмдәргә бүлмәйҙәр.1829 йылда — ҡорһаҡ тифы, 1843 йылда ҡайтмалы тиф айырым төркөмгә бүленә[30].
Киҫкен (киҙеү) —тын юлының киҫкен инфекцион ауырыуы булып тора. Сирҙе тыуҙырыусы вирус — , киҫкен вируслы инфекция төркөменә (ОРВИ) ҡарай.
Әленән-әле эпидемия һәм хатта пандемия фиғылында киҙеү тоҡанып ғына тора. Әлеге ваҡытта киҙеү (грипп) вирусының төрлө антиген спектрлы 2000 -дән ашыу варианты асыҡланған.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының баһаһы буйынса[31], Ер йөҙөндә йыл һайын эпидемия ваҡытында киҙеүҙең барлыҡ штаммдарынан 250-нән 500-гә тиклем мең кеше вафат булып тора. Уларҙың күпселеге өлкән йәштәгеләр ( 65 йәштән олораҡ).
Ҡайһы бер йылдарҙа үлем һаны миллионға етә.
Ер халҡының өстән бер өлөшө кох таяҡсалары йөрөтә. Һәр секунд һайын кемдер уны үҙенә йоҡтороп тора[33]. Яҡынса 5-10 процент осраҡта инфекция йәшерен үҫешеп, ваҡыт үтеү менән әүҙем фазаға күсә. Тейешле дауа булмағанда, яртыһынан ашыуы үлем менән тамамлана. Бөтә донъяла йыл һайын 8 миллион кеше туберкулез ауырыуы менән сирләп тора һәм 2 миллионы вафат була. XIX быуатта Европала[34] туберкулез өлкән йәштәгеләрҙән сирек тирәһен юҡ итә. 1918 йылда Францияла һәр алтынсы үлемдең сәбәбе туберкулез була[35]. XX быуат дауамында яҡынса 100 миллион кеше туберкулездан вафат була. Алдынғы үҫешкән илдәрҙә лә туберкулез һаман иң төп проблемаларҙың береһе булып ҡала[36] .
Тапма сире тропик һәм субтропик төбәктәрҙә, шул иҫәптән ике Америка континентында, Азия һәм Африка илдәрендә киң таралған. Йыл һайын яҡынса 350-500 млн кеше был сирҙе йоҡтороп тора, шуларҙың 1,3-3 миллионы үлем менән тамамлана[37]. Ауырыуҙың иң таралған өлкәһе булып (85-90 %)[38] Африкалның Сахаранан көньяҡтараҡ райондары тора. Барыһынан да күберәк, 5 йәшкә тиклемге балалар зарарлана[39]. Үлем осраҡтары киләһе 20 йыл дауамында ике тапҡырға артасаҡ тип көтөлә. Был тапма плазмодиеның дарыуға өйрәнеүе, уның тәьҫиренә реакцияһы кәмеүе менән бәйле[40].
Тапманың, моғайын, Рим империяһының емерлеүенә ҡағылышы барҙыр[41] . Сөнки, ауырыу Рим биҙгәге тигән исем ала. Тапма плазмодийы (Plasmodium falciparum) Африканан килтерелгән ҡолдар менән бергә Америка континентына барып эләккән. Урындағы халыҡҡа һәм колонистарға етди ҡурҡынысың булып килеп баҫҡан.
АҠШ-тағы граждандар һуғышы ваҡытында ике яҡтан да 1, 2 миллион самаһы һалдаттың тапма менән сирләү осрағы теркәлгән[42].
Проказа (махау ауырыуы) Mycobacterium leprae бациллаһы тарафынан барлыҡҡа килә. Был хроник сиргә бик оҙайлы инкубация осоро хас. Уртаса 3-5 йыл тәшкил итә. Әммә фәнгә инкубация осороның оҙайлығы 40 йыл тәшкил иткән осраҡ та билдәле.
1985 йылдан алып бөтә донъя буйынса был ауырыуҙан 15 миллион кешене һауыҡтырыуға өлгәшкәндәр.
2002 йылда өр-яңынан 763917 сирләү осраҡтары асыҡланған.
Ошо ауырыу сәбәпле генә лә, бөтә донъяла инвалидтар һаны бер-ике миллион тирәһе тип фараз итәләр.
Махау ауырыуы кешелеккә кәм тигәндә, б.э.т. тиклем 600 йыл элек үк билдәле сир.
Уның менән боронғо Ҡытай, Мысыр һәм Һиндостан цивилизациялары яҡшы таныш булған.
Юғары урта быуат ваҡытында Көнбайыш Европа, был сирҙең бығаса тиңдәше булмаған ҡолас алыуы күҙәтелә . Тап ошо ваҡытта бик күп һанлы лепрозорийҙар (изоляторҙар) барлыҡҡа килә.
ВИЧ — кешенең иммунодефицит вирусы оҙайлы инкубация осорона эйә. ВИЧ-инфекцияның һуңғы стадияһы иммунодефицит синдромы булараҡ билдәлелек ала (СПИД).
ВИЧ-инфекциянан һәм СПИД-тан иң ныҡ зыян күргән илдәрҙә был пандемия уларҙың иҡтисади үҫешенә ҡамасаулай һәм халыҡтың фәҡирлектән арттыра.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.