физик дәүмәл, һыҙыҡтар һуҙымының һанлы характеристикаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Оҙонлоҡ — физик дәүмәл, һыҙыҡтар һуҙымының һанлы характеристикаһы. Тар мәғәнәлә оҙонлоҡ төшөнсәһе аҫтында, вертикаль йүнәлештә үлсәнгән бейеклектән, шулай уҡ объекттың арҡырыһына (оҙонлоҡҡа тура мөйөш яһап) үлсәнгән киңлектән йәки ҡалынлыҡтан айырмалы, предметтың буй йүнәлештәге һыҙыҡлы үлсәмен аңлайҙар (ғәҙәттә был иң ҙур үлсәменең йүнәлеше), йәғни горизонталь үлсәнгән ике иң алыҫ нөктәһе араһындағы алыҫлыҡ.
Физикала «оҙонлоҡ» термины ғәҙәттә «алыҫлыҡтың» синонимы һәм йәки ингл. length (оҙонлоҡ) тип тамғалана.
Оҙонлоҡ үлсәменең символы — dim l = L. Башҡа арауыҡ дәүмәлдәре араһында оҙонлоҡ — бер үлсәмле дәүмәл, ә майҙан — ике үлсәмле, күләм — өс үлсәмле. Күпселек үлсәү системаһында оҙонлоҡ берәмеге — төп үлсәү берәмектәренең береһе, уның аша башҡа (сығарылма) берәмектәр билдәләнә. (СИ) халыҡ-ара берәмектәр системаһында оҙонлоҡ берәмеге итеп метр алынған.
Метрик система үҙенең ябайлығы арҡаһында бөтә уйлап сығарылған системаларҙың иң уңайлыһы тип иҫәпләнә. Метрик системаның нигеҙендә метр үлсәү берәмеге ята. Ҡалған бөтә үлсәү берәмектәре метрҙан ундың тапҡыр дәрәжәләре булып торалар (мәҫәлән, километр — ул 10³ метр һәм башҡалар), был иҫәпләүҙәрҙе еңеләйтергә ярҙам итә. 1960 йылға тиклем метрҙың махсус эталоны була, хәҙерге ваҡытта ул Севр ҡалаһында (Париж ҡалаһы эргәһе, Франция) урынлашҡан Халыҡ-ара үлсәм һәм ауырлыҡ бюроһында һаҡлана. Бөгөнгө көндә, билдәләмә буйынса, метр яҡтылыҡ вакуумда 1/299 792 458 секундта үткән алыҫлыҡҡа тигеҙ.
Оҙонлоҡтоң тәүге инглиз үлсәү берәмектәре булып миль, ярд, фут һәм дюйм тора. Миль Англияға Боронғо Римдән килеп инә, Римдә ул ҡораллы Рим яугиренең мең икеләтелгән аҙымы тип билдәләнгән.
Боронғо Рәсәйҙә оҙонлоҡ, ауырлыҡ һәм башҡалар үлсәме булып кеше торған. Оҙонлоҡ үлсәү берәмектәре ошоға күрһәтә: терһәк (ҡулдың һуҙылған урта бармаҡ осонан йәки ҡыҫылған йоҙроҡтан терһәк бөгөмөнә тиклемге алыҫлыҡ), ҡарыш (баш бармаҡ менән урта бармаҡты яҙып тотҡандағы ара), сажин (бер ҡулдың бармаҡ остарынан икенсе ҡулдың бармаҡ остарына тиклемге алыҫлыҡ) һәм башҡалар[1].
Айырып әйткәндә, аршын кеше аҙымы оҙонлоғо менән бәйле. Әммә, халыҡ-ара сауҙа үҫеше менән бәйле, үлсәүҙәр системаһын Британия системаһы менән унификациялау кәрәклеге Пётр I заманында «ҡаҙна аршыны» тип аталған үлсәм индереүҙе талап итә. Ул дәүләт келәймәле металл осло үлсәү линейкаһы була. Ҡаҙна аршыны 28 инглиз дюймына тигеҙ була һәм 16 ҡарышҡа бүленә.[2]
Оҙонлоҡ үлсәүҙең диңгеҙ системаһы Ер планетаһының үлсәменә бәйләнгән. Төп үлсәү берәмеге сифатында Ер эллипсоиды меридианының бер минут (градустың 1/60 өлөшө) дуғаһы оҙонлоғона тигеҙ булған диңгеҙ миле ҡабул ителгән. Диңгеҙ миле оҙонлоғо киңлеккә бәйле үҙгәреүсән дәүмәл булып тора. Уның һан ҡиммәте экваторҙа 1843 метрҙан алып полюстарҙа 1861,6 метрға тиклем тәшкил итә.
Британия системаһындағы диңгеҙ миленән (1853,184 м) айырмалы рәүештә, халыҡ-ара диңгеҙ миле 1852 м тәшкил итә. Бәләкәйерәк алыҫлыҡтарҙы үлсәү өсөн кабельтов — 1/10 диңгеҙ миле, йәки 185,2 м (түңәрәкләп — 185 м) ҡулланалар[4]
Метры | |
Ерҙән Ғаләмдәге иң алыҫтағы күренгән объектҡа тиклемге алыҫлыҡ | |
Ерҙән Андромеда йондоҙлоғондағы галактикаға тиклемге алыҫлыҡ | |
Беҙҙең Галактика диаметры | |
Ерҙән Центавр йондоҙлоғондағы иң яҡын йондоҙға тиклемге алыҫлыҡ | |
Ерҙән Ҡояшҡа тиклемге алыҫлыҡ | |
Ҡояш диаметры | |
Ерҙән Айға тиклемге алыҫлыҡ | |
Ер диаметры | |
Ер өҫтөндәге иң тәрән соҡор | |
Ер өҫтөндәге иң бейек тау | |
Ерҙәге иң ҙур хайуан - Күк кит оҙонлоғо | |
Иң оҙон кеше буйы | |
Амеба үлсәмдәре | |
Кеше сәсенең йыуанлығы | |
Ҡыҙыл ҡан шаригы диаметры | |
Грипп вирусы диаметры | |
Гемоглобин молекулаһы диаметры | |
Ҡаты матдәлә атомдар араһындағы алыҫлыҡ | |
Уран атомы ядроһы диаметры | |
Протон диаметры | |
Хәҙерге заман тиҙләткестәре ярҙамында эксперименталь өйрәнә алырлыҡ элементар өлөшсәләрҙең эсендәге өлкәләренең минималь үлсәмдәре |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.