From Wikipedia, the free encyclopedia
Норд Лев Егорович (26 август 1847 йыл — 31 ғинуар 1894 йыл) — Рәсәй империяһының хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Генерал-майор (1885), 1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы. 1885 йылдан Әстерхан вице-губернаторы, 1888 йылдан Таврия вице-губернаторы, 1889—1894 йылдарҙа Өфө губернаторы. Изге Владимир, Изге Анна, Изге Станислав ордендары кавалеры.
Норд Лев Егорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 14 (26) август 1847 |
Тыуған урыны | Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 31 ғинуар (12 февраль) 1894 (46 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Ерләнгән урыны | Әстрәхән |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | генерал-майор[d] |
Командалыҡ иткән | Эскадрон[d] |
Һуғыш/алыш | Рус-төрөк һуғышы (1877—1878) |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Норд Лев Егорович Викимилектә |
Лев Егорович Норд 1847 йылдың 26 авгусында Санкт-Петербург губернаһында тыуған[1][2].
Аристократ ғаиләһенән; ҡайһы бер авторҙарҙың фекере буйынса — «инглиз дворяндарынан»[3][1][2]. Атаһы — Норд Егор Августович, отставкалағы штабс-ротмистр, алпауыт, «Беззаботная» усадьба хужаһы[3][4][5]; Лондонда камергер Жеребцов Александр Алексеевич менән никахта торған һарай яны-авантюристкаһы Ольга Александровнаның никахтан тыш тыуған улы була (ҡыҙ фамилияһы Зубова) [3][6][7][8]. Жеребцованың үҙенең раҫлауы буйынса, Егорҙың атаһы Бөйөк Британияның буласаҡ короле Георг IVпринц Уэльский була; икенсе версия буйынса Рәсәйҙәге Британияның элекке илсеһе лорд Уитворт Чарльз була[9][10][11][12]. 1844 йылда Егор Августович Норд генерал-майор кенәз Николай Григорьевич Щербатовтың ҡыҙы Наталья Николаевнаға өйләнә[13][3][14][5]. Левтан тыш, уларҙың тағы ике балаһы була — Егор (1845—1880) һәм Виктор (1846—1894)[14][3].
Лев Норд йорт белеме ала[15][16]. 1865 йылдың 15 октябрендә Рус император армияһының лейб гвардия Гусар полкына хәрби хеҙмәткә унтер-офицер булып инә[17]. 17 июль 1867 йылдың тәүге офицер дәрәжәһен — корнетты ала[18][15]. 1871 йылдың 28 мартына поручик дәрәжәһенә тиклем күтәрелә[15][19]. 1873 йылдың 17 апрелендә штабс-ротмистр дәрәжәһен ала[15][19]. 1876 йылдың 4 апрелендә ротмистрға тиклем күтәрелә[15][19].
Рус-төрөк һуғышы һәм Ғали йәнәптәре Почетлы конвойы Гвардия отряды ойошторолғандан һуң 1877 йылдың майында етәкслеге аҫтында был отрядтың йыйылма ярым эскадронын ала, уның менән хәрби урындарға императорҙы оҙатып йөрөй[20]. 1877 йылдың 20 июнендә Норд үҙенең ярым эскадроны менән генерал-лейтенант Гурко отряды составында герцог Евгений Лейхтенбергтың йыйылма драгун бригадаһына ебәрелә[21]. 1877 йылдың 25 июнендә Тырновоны алғанда батырлыҡ күрһәтә, бының өсөн 4 дәрәжә Изге Владимир ордены, ҡылыс һәм бант менән бүләкләнә (13 июлдә баш командующий бөйөк кенәз Николай Николаевич Старшийҙан шәхсән ала)[22][23], һәм Кесе Балканды аша сыҡҡанда һәм, шул иҫәптән, д. 4 июлдә Уфлан янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн ҡылыс менән 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнә[24][25]. 20 июлдә ярым эскадроны менән Баш йортҡа ҡайта[26] һәм 1877 йылдың 30 авгусында императорҙың флигель-адъютанты дәрәжәһенә күтәрелә[27].
1877 йылдың 5 октябрендә Почетлы конвой Гвардия отрядынан кире үҙенең лейб-гвардия Гусар полкына ебәрелә, унда командалығы аҫтына эскадронды ала[17][28]. Артабан армияның Әдирнәгә хәрәкәтендә полктың барлыҡ алыштарында ҡатнаша. 1877 йылдың 19 декабрендә Ташкисено аҫтында һуғышта һәм Балкан аша күскәндә батырлыҡ күрһәтә, бының өсөн ҡылыс менән 2-се дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә[28]. 1878 йылдың 30 авгусында полковник дәрәжәһенә тиклем күтәрелә[15][19], ә 1888 йылдың 30 авгусында генерал-майор дәрәжәһен ала[18][15]. Дүрт йылда туғыҙ ай эскадрон командиры була, бер йыл — лейб-гвардия Гусар полкының дивизион командиры була[19].
1885 йылдың 19 декабргә Әстерхандың вице-губернаторы итеп тәғәйенләнә[29][1][2]. 1888 йылдың 12 сентябрендә Таврия вице-губернаторы вице-губернаторы вазифаһына күсерелә[29][1]. 1889 йылдың 10 мартында Өфө губернаторы итеп тәғәйенләнә[29][1].
Эске эштәр министрлығында бер нисә тапҡыр Өфө губернаһының административ-территориаль реформалары тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә, ул тормошҡа ашырылмай[30][1]. Шулай уҡ Урал һәм Себер тимер юлдарын берләштереү проектын тәҡдим итә[31]. Өфө губернаһы күскенселәренә ярҙам күрһәтеүҙе талап итә, башҡорт ерҙәрен шәхси кешеләргә түбән хаҡҡа һатыуҙы тыя[31][2]. Вазифаһы буйынса губерна полицияһын буйһоноуында тотоп, крәҫтиәндәр яғынан буйһонмау, шул иҫәптән ҡаҙна заводтары тарафынан урман киҫеүгә ҡамасаулау өсөн саралар ҡабул итә[32]. Ҡала эштәре буйынса губерна присутствиеһы рәйесе вазифаһын биләп[33], һайлау законы положениеларын индереү һәм тормошҡа ашырыуҙа, шулай уҡ һалым һалыуҙы камиллаштырыуҙа ҡатнаша[34]. Шулай ук һуҡырҙар тураһында императрица Мария Александровнаның Өфө бүлеге попечителлеге рәйесе була[35].
Лев Егорович Норд 1894 йылдың 19 ғинуарында Мәскәүҙә 46 йәшендә вафат була[36]. Әстерханда Духосошественный зыяратында ерләнә[36]. Шул уҡ йылдың 17 февралендә Өфө губернаторы итеп Логвинов Николай тәғәйенләнә[37].
Норд революционер О. Э. Веймарҙың тормошо тураһында В.Г. Фролов һәм уның ҡатыны Е.И.Фролованың «Вечная кара» романында кәүҙәләнә, 2002 йылда «Нева» журналында баҫылып сыға[44].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.