From Wikipedia, the free encyclopedia
Нобелий (лат. Nobelium, No) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор элементы. Тәртип номеры — 102.
Нобелий | |
Кем хөрмәтенә аталған | Альфред Нобель |
---|---|
Асыусы йәки уйлап табыусы | Гленн Теодор Сиборг[d] |
Асыу датаһы | 1958 |
Элемент символы | No[1] |
Химик формула | No[2] |
Каноническая формула SMILES | [No][2] |
Атом һаны | 102 |
Электр кирелеге | 1,3 |
Нобелий Викимилектә |
Яһалма рәүештә алынған трансфермий химик элемент, актиноидтар төркөмөнән. Бер нисә тотороҡһоҙ изотобы бар, шуларҙың иң оҙайлы ваҡыт һаҡлана торғаны 259 No, ярым тарҡалыу осоро — 58 минут.
Нобелий элементының символы — No (Нобелий тип уҡыла).
102-се элементты табыу тураһында тәүге булып 1957 йылда Стокгольмда (Швеция) эшләгән ғалимдар төркөмө тарафынан иғлан ителә. Улар шулай уҡ Альфред Нобелдең хөрмәтенә элементты нобелий тип атарға тәҡдим итәләр. Ләкин һуңғараҡ был мәғлүмәттәр башҡа лабораториялар эше менән раҫланмай. 102-се элемент беренсе тапҡыр 1963—1967 йылдарҙа эксперименттар барышында Г. Н. Флеров төркөмө тарафынан Дубналағы Берләштерелгән ядро тикшеренеүҙәре институты тиҙләткесендә алынған. Уларҙан башҡа, шул уҡ ваҡытта элемент Берклиҙағы (АҠШ) Калифорния Университетында алынған. 1992 йылда халыҡ-ара фәнни йәмәғәтселек Дубна физиктарының 102-се элемент асыу өҫтөнлөгөн таный. СССР-ҙа был уңыш ғилми асыш тип таныла һәм 1963 йылдың 9 июлендә 34-се № өҫтөнлөгө менән СССР Дәүләт асыштары реестрына индерелә[3].
Совет тикшереүселәре Фредерик Жолио-Кюри хөрмәтенә яңы элементты жолиотий (Jl) тип атарға тәҡдим итәләр, ә америкалылар уға Нобелий (No) исемен бирәләр. Был исемдәрҙең икеһе лә (No һәм Jl) төрлө йылдарҙа, ИЮПАК ҡарары буйынса, 102-се элементҡа Альфред Нобелдең хөрмәтенә нобелий исеме билдәләнгәнсе, Элементтарҙың периодик таблицаһында баҫылып йөрөй.
Төрлө ваҡытта төрлө нобелий изотоптары циклотрондарҙа ауыр элементтар сәптәрен еңел иондар менән аттырыу арҡаһында алынған. Сәп булып уран изотоптары, бер нисә трансуран элементтары (америций, кюрий, эйнштейний, плутоний, калифорния) йәки ҡурғаш ҡулланылырға мөмкин. Сәпкә аттырыр өсөн неон 22Ne, кислород 18O, углерод 12С, кальций 48Ca һәм башҡалар алына. Түбәндә изотоп 257No барлыҡҡа килтерә торған ядро реакцияһының миҫалы күрһәтелгән:
Әйтергә кәрәк, һәр бер изотоп бер нисә пар сәп -киҫәксә комбинацияһы менән алынырға мөмкин.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.