Ников Григорий Петрович (28 июль 1924 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Педагогия фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978). Ике 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
Ников Григорий Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 28 июль 1924 (100 йәш) |
Тыуған урыны | Воронеж губернаһы[d], РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре кандидаты[d] |
Биографияһы
Григорий Петрович Ников 1924 йылдың 28 июлендә Воронеж губернаһы (хәҙер Рязань өлкәһе Нащи ауылында тыуған.
Ишембайҙағы 1-се мәктәпте тамамлай[1]. 1941—1942 йылдарҙа «Башнефтестрой» (Ишембай ҡалаһы) тресында эшләй. 1952 йылда Киев педагогия институтын тамамлай.
1955 йылдан — 1-се урта мәктәптә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, 1956 йылдан — директор. 1959 йылдан — Салауат ҡалаһының интернат-мәктәп директоры.
1963 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыта, (1969 йылдан — проректор.
1973—2001 йылдарҙа Өфөлә, Башҡорт дәүләт педагогия институтынды һәм артабан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта, 1985 йылға тиклем — педагогика һәм психология кафедраһы мөдире).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945, 1985),
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)[2].
Библиографияһы
50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, 4 китабы донъя күргән:
- Век светлых надежд и разочарований: воспоминания. Уфа: Изд-во БГПУ, 2003. — 210 с.
- Нравственное воспитание детей в семье.
- Воспитание гражданина.
- Возвращение к нравственности
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.