From Wikipedia, the free encyclopedia
Әбү Мөхәммәт Ильяс ибн Йософ — Низами́ Гянджеви́ тәхәллүсе менән танылған (фарс. نظامی گنجوی, курд. Nîzamî Gencewî, نیزامی گهنجهوی; 1141 йылдар тирәһе, Ғәнжә, Илдегизеттәр дәүләте (беҙҙең быуатта — хәҙерге Әзербайжандағы ҡала) — яҡынса 1209 йылда, (шунда уҡ)) — фарсы шиғриәтенең классигы, урта быуаттар Көнсығышының (макрорегион) иң бөйөк шағирҙарының береһе. Фарсы эпик әҙәбиәтенең арҙаҡлы шағир-романтигы. Фарсы эпик шиғриәтенә аралашыу теле һәм реалистик стилде индереүсе.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Ғәҙәти халыҡ ауыҙ-тел ижады һәм яҙма-тарихи хроникаларҙағы темаларын ҡулланып, Низами үҙенең поэмалары аша Оло Ирандағы исламға ҡәҙәре һәм хәҙерге ислам осорҙарын берләштерә.
Низамиҙың героик-романтик шиғриәте быуаттар дауамында бар фарсы телле халыҡты һәм уға эйәрергә теләгән йәш шағирҙар, яҙыусылар һәм драматургтарға оҙаҡ йылдар Персияның үҙендә генә түгел, бар тирә-яҡ биләмәләрҙә ҙур йоғонто яһай. Шулай уҡ күрше Әзербайжан, Әрмәнстан, Афғанстан, Грузия, Һиндостан, Иран, Пакистан, Тажикстан, Төркиә, Үзбәкстан мәҙәниәте лә бынан ситтә ҡалмай.
Уның ижады бөйөк шағирҙар: Хафиз Ширази, Йәләлетдин Руми һәм Саади ижадтарына ла йоғонто яһай. Уның биш мәснәүиһе («Хәмсә» күләмле поэмаһы) төрлө белем өлкәләренән алынған темаларҙы сағылдыра һәм дан ҡаҙана. Поэмаларҙың геройҙары — Хосров һәм Ширин, Ләйлә һәм Мәжнүн, Искәндәр — бөгөнгө көндә лә барлыҡ ислам донъяһында ла, башҡа илдәрҙә лә билдәле.
1991 йыл, тыуыуына 850 йыл тулыу уңайынан, ЮНЕСКО тарафынан Низами йылы тип иғлан ителә.
1135/36 йылдан 1225 йылдарға тиклем Әзербайжандың тарихи өлкәләре (хәҙерге Иран Әзербайжанының бер өлөшө) һәм Арранда, Персид Ирагының Бөйөк Атабектары Сәлжүк солтандары сифатында Илдегизиттәр династияһы хакимлыҡ иткән. Был династия башында Шәмсетдин Илдегиз торған. Ул фарсы Ирагындағы (Көнбайыш Ираҡ) сәлжүк солтанының иреккә ебәрелгән ҡол-һалдаты, гүләм, сығышы менән ҡыпсаҡ булған.
Әзербайжан менән Арранға күрше генә Ширваншахтар дәүләте булған. Унда Кесранидтар династияһы хакимлыҡ иткән. Династия ғәрәптәрҙән сыҡһа ла, XI быуатта Кесранидтар фарсылашҡан һәм үҙҙәрен боронғо фарсы сәсәнит батшаларының вариҫтары тип атағандар[5].
Низами тыуған осорҙа Иран һәм Кавказ аръяғына төрөк-сәлжүктәрҙең баҫып инеүенә йөҙ йыл үткән була. Француз тарихсыһы Рене Груссе фекеренсә, сәлжүк солтандары, Персияның солтандары булып алғас, уны төркиләштермәгәндәр, ә киреһенсә, «үҙ теләге менән, боронғо сәсәнит батшалар кеүек, фарсы булып киткәндәр һәм иран халҡын баҫҡынсыларҙан һаҡлағандар» һәм иран мәҙәниәтен төркимәнлектән ҡотҡарғандар[6]. XII быуаттың аҙаҡы сирегендә, Низами «Хәмсә» («Пятерица») китабына ингән поэмалар өҫтөндә эшләй башлағас, сәлжүктәрҙең юғары етәкселегенең абруйы төшкән, сәйәси һәм социаль ҡаршылыҡтар артҡан ваҡыт була. Шулай булһа ла фарсы мәҙәниәте сәйәси етәкселек тарҡау, ә фарсы теле — төп тел булған саҡта ныҡ үҫешә. Был хәл Низами йәшәгән кавказ ҡалаһы Гәнжәгә лә ҡағыла[7]. Ҡалала башлыса иран халҡы йәшәгән була[8]. Был хаҡта Низаминың замандашы, Гәнжә ҡалаһында йәшәгән әрмән тарихсыһы Киракос Гандзакеци (1200—1271) ла әйтә[9]. Урта быуаттарҙа әрмәндәр иран теллеләрҙең барыһын да «парсик» тип атағандар[10].
Низами йәшәгән осорҙа Гәнжә иран мәҙәниәте үҙәктәренең береһе була. Был хаҡта XIII быуат шиғриәте антологияһының береһендә генә — 24 фарсы шағирының шиғриәтен туплаған Нөсхәт әл Мәжлис — китабында йыйылған әҫәрҙәр асыҡ һөйләй[11].
XI—XII быуаттарҙа Гәнжәнең иран телле халҡы араһында ҡордтар ҙа була. Уларҙың тупланыуы ҡордтарҙан сыҡҡан Шеддадидтар династияһы хакимлыҡ итеүенән килә. Ҡордтарҙың өҫтөнлөклө хәле, тарихсылар фекеренсә, Низаминың атаһы Куманың бында күсеп килеүенә лә бәйле, сөнки Низаминың әсәһе ҡорд милләтле була[12] [13].
Низаминың тормошо тураһында бик аҙ билдәле. Берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы — шәхси тормошонан күп хәлдәрҙе тасуирлаған әҫәрҙәре генә[14].
Шуға ла уның исеме бихисап легендаларға солғанған[15].
Шағирҙың шәхси исеме — «Ильяс», атаһы — «Йософ», олатаһы — «Зәки» була. Уның «Мөхәммәт» исемле улы тыуғас, был исем дә шағирҙың тулы исеменә ҡушылып китә. Бына шулай итеп шағирҙың тулы исеме — Әбү Мөхәммәт Ильяс ибн Йософ ибн Зәки Муайад[8], ә әҙәби тәхәллүс (ләҡаб) итеп ул «Низами» исемен ала[16]. Урта быуаттағы «биография»лар, йәғни «тәзкирәт» яҙыусылар был исемде шулай аңлата: сигеү — ғаилә һөнәре була, ә Низами, шиғри әҫәрҙәр ижад итеү өсөн был һөнәрҙән ваз кисә[17]. Уның рәсми исеме былай була: Низам әд-Дин Әбү Мөхәммәт Ильяс ибн Йософ ибн Зәки ибн Муайад[15]. Ян Рыпка үҙенең яҙмаларында Хәким Джамал әд-Дин Әбү Мөхәммәт Ильяс ибн Йософ ибн Зәки ибн Муайад Низами исеменең башҡа рәсми формаһын да килтерә[18].
Инаныу буйынса Низами сөннәт мосолман диненә ҡарай[19].
Низаминың тыуған көнө аныҡ ҡына билдәле түгел. Бары тик Низаминың 1140—1146 (535—540) йылдар арауығында тыуғаны ғына билдәле[20]. Низами биографияһын яҙыусылар һәм хәҙерге заман тикшеренеүселәре уның тыуған көнөндә яҡынса алты йылға бер-береһенән айырылалар (535-40/1141-6)[21]
Низаминың тыуған йылы 1141 йыл тип ЮНЕСКО тарафынан рәсмиләштерелгән[22]. Низами үҙе лә «Хосров һәм Ширин» поэмаһында, «Был китапты яҙыуҙы аҡлау өсөн» тигән бүлегендә ошо йыл хаҡында әйтә:
Мой знаешь гороскоп? В нём — лев, но я сын персти[23], И если я и лев, я только лев из шерсти, И мне ли на врага, его губя, идти? Я лев, который смог лишь на себя идти! (К. Липскеров тәрж.) |
Был юлдарҙан шағирҙың Арыҫлан йондоҙлоғо аҫтында тыуыуын билдәдәлргә мөмкин. Ошо уҡ бүлектә был поэманы яҙа башлағанда уға 40 йәш булыуын да телгә ала ул. Ә поэманы ул Һижри йыл иҫәбе буйынса 575 йылда яҙа башлай. Тимәк, Низами 535-се Һижри йылда (йәғни 1141 йылда) тыуған. Был йылда ҡояш Арыҫлан йондоҙлоғонда 17 августан 22 сентябргә ҡәҙәре булған. Ошонан сығып Низами Гәнжәүинең 1141 йылдың 17 һәм 22 авгусы араһындағы бер көндә тыуыуын асыҡлап була[24].
Шағирҙың тыуған урыны бик оҙаҡ бәхәс тыуҙыра. Лүтф Али Бей «Атешкида» биографик яҙмаларында (XVIII быуат) Урта Ирандағы Ҡом ҡалаһын атай. Ул Низаминың «Искәндәрнамә» шиғырына һылтана:
Хотя я затерян в море Гянджи, словно жемчужина, Но я из Кухистана[25] В Тафрише есть деревня, и свою славу[26] Низами стал искать оттуда. |
Урта быуаттың күп биографтары (Ауфи Садид-әд-дин XIII б., Дәүләтшах Сәмәрҡанди XV б. Һәм башҡалар) Низамины Гәнжә ҡалаһында тыуған һәм шунда үлгән тигән фекерҙә. Академик Е. Э. Бертельс уға билдәле ҡулъяҙмаларында Низами Ҡом тураһында телгә алмаған[27]. Бөгөнгө заманда академик авторҙар ҡабул иткән, Низаминың атаһы Ҡомда тыуған[15], ә Низами үҙе Гәнжәлә тыуған[8] тигән фекер йәшәй. Низами йәшәгән осорҙа Гәнжә Сәлжүк империяһына ҡараған була[28]. Ошонда уҡ әйтеп китергә кәрәк: "Искәндәрнамә"лә телгә алынған Тәфриш ҡалаһы — зароастрий диненең ҡеүәтле үҙәге булған. Был ҡала Таһрандан (Үҙәк Иран) 222 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Низами ҡалала тыуа[20], һәм бөтә ғүмере ҡала мөхитендә уҙа. Ул ваҡытта тыуған Гәнжә ҡалаһында фарсы халҡы йәшәгән була[8]. Уның тормошо тураһында аныҡ билдәле булмаһа ла ул Кавказ аръяғын ташламай йәшәгән, тигән фекер йәшәй[8]. Тормош юлы тураһында аҙ-маҙ белешмәне уның әҫәрҙәренән генә табырға мөмкин[20].
Низаминың атаһы, Йософ ибн Зәки, моғайын да чиновник булған һәм Гәнжәгә Ҡом (Үҙәк Иран) ҡалаһынан күсеп килгән[29]. Әсәһе иран сығышлы[20] Рәйсә, Низаминың үҙ һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡорд милләтенән[30][31], ҡорт ырыуы башлығының ҡыҙы[32] булған.
Шағирҙың ата-әсәһе иртә үләләр[33]. Атаһы үлгәс Ильясты әсәһе тәрбиәләй, ә әсәһе лә вафат булғас, әсәһенең ағаһы Хужа Ғүмәр ҡарап үҫтерә[34]. Дәүләтшах Сәмәрҡәнди (1438—1491) үҙенең «Тәзкирәт ош-шура» («Шағирҙар тураһында яҙмалар») трактатында Низаминың ағаһы, шулай уҡ шағир булған, Ҡивами Мотаризи тураһында телгә ала.
Заманына күрә Низами үтә белемле булған[35]. Ул заманда шағирҙар күп төрлө белемгә эйә булырға тейеш тип һаналған. Был талаптарҙан уҙып та киткән Низами үҙенең ғалимлығы менән айырылып торған. Уның поэмалары ғәрәп һәм фарсы әҙәбиәтен, тел һәм яҙма йолаларын яҡшы белеүен генә түгел, ә математика, астрономия, астрологияны[36], Алхимия, медицина, ботаника, дин белеме, Ҡөрән тәфсирҙәрен, ислам ҡанундарын, христианлыҡты, йәһүҙилекте[37], иран халыҡтары мифтарын һәм легендаларын[38], тарих, этика, философия, эзотерика, музыка һәм һынлы сәнғәтте[15][39] яҡшы белеүе хаҡында һөйләй.
Низаминың тормошо тураһында мәғлүмәт аҙ, әммә уның батша һарайы янындағы шағир булмауы билдәле. Шулай була ҡалһа ул тоғролоҡ, ғәҙеллек һәм ижад иреклеген юғалтыуынан ҡурҡа[40]. Шулай булһа ла, йолаға тоғро ҡалып, Низами төрлө династия хакимдарына арнап әҫәрҙәр яҙған. Мәҫәлән, «Ләйлә һәм Мәжнүн» поэмаһын Низами Ширваншахтарға, ә «Ете гүзәл» поэмаһын Илдегизиттарға ҡаршы булған Мәрәһи атабектарының береһе (Әхмәдилиздар) Ала-әл-Динәгә бағышлап яҙа[41].
Низами Гәнжәлә йәшәй. Өс тапҡыр өйләнә[42].
Тәүге һәм яратҡан ҡатыныҡол-кәнизәк (половчанка) Офоҡҡа бағышлап бик күп шиғырҙар яҙа. «Ғорур һынлы, гүзәл, аҡыллы» ҡыҙҙы уға Дербент хакимы Музаффар әд-Дин яҡынса 1174 йылда бүләк итә. Уларҙың Мөхәммәт исемле улдары тыуа. 1178 йәки 1179 йылда, Низами «Хосров һәм Ширин» поэмаһын тамамлап килгәндә ҡатыны Офоҡ вафат була. Ҡалған ике ҡатыны ла ваҡытынан алда үләләр. Иң ҡыҙығы — улар Низами яңы поэмаһын тамамлаған йылдарҙа китәләр. Шуға әрнегән шағир:
Хоҙайым, ни өсөн мин һәр поэмам өсөн ҡатынымды ҡорбан итергә тейешмен![43][44] |
тип яҙа.
Низами сәйәси тотороҡһоҙлоҡ һәм юғары интеллектуаль әүҙемлек заманында йәшәй. Шул поэмаларыда ла сағыла. Уны ҡурсыу аҫтына алыусылар хаҡында бер нимә лә билдәле түгел, шулай уҡ ҡайһы бер әҫәрҙәренең яҙылыу ваҡыты ла бары тик унан һуң йәшәгән биография яҙыусылар фантазияларына бәйле[45]. Тере сағында ла Низами шөһрәт һәм ихтирам ҡаҙанған. Бер риүәйәт йәшәй: атабек Низамины күп тапҡыр үҙ һарайына саҡыра, әммә шағир килмәй. Шулай ҙа ул, шағирҙы изге кеше тип иҫәпләп, Низамиға биш мең динар аҡса бүләк итә. Аҙаҡтан идара итеүгә 14 ауылды тапшыра[46].
Тыуған йылы кеүек уның үлгән йылы ла оҙаҡ ваҡыт аныҡ билдәле булмай. Гәнжәләге ғәрәп яҙмаларына нигеҙләп, Низаминың 605 Һижрә йылында үлеүен (1208/1209 йыл) Бертельс асыҡлаған[47].
Икенсе фекер «Искәндәрнамә» поэмаһына Низами үлгәндән һуң уның яҡындары индереп яҙып ҡуйған яҙмаларҙа телгә алына. Бында 598 Һижрә йылы күрһәтелә (1201/1202)[48]:
Шестьдесят было лет и три года ему, |
Низами иран мәҙәниәте солғанышында ижад иткән шағир. Ул ислам һәм исламға тиклемге Иран араһына һәм Иран менән боронғо донъя мәҙәниәтенә «күпер ҡора»[50].
Низами Гәнжәүи Кавказда, Персия тирәһендә, йәшәһә лә, ижадында, ул ваҡыттағы бар фарсы әҙәбиәтендәге кеүек, үҙәккә ынтылыу, берегеү тойғолары менән яҙа. Был хистәр тел һәм йөкмәтке берлегендә лә, гражданлыҡ берлегендә лә һиҙелә. «Ете гүзәл» поэмаһында Иранды — «донъяның йөрәге» тип (руссаға тәржемәлә — «донъяның йәне») атай[51][52][53][54][55]
- Вся вселенная — лишь тело, а Иран — душа.
- Говорю об этом смело, правдою дыша.
- Дух земли — Иран. И ныне — внемли каждый слух:
- Пусть прекрасно тело мира — выше тела дух.
- (перевод В. Державина)
Профессор Челковский фекеренсә, Низами Фирҙәүсинең «Шаһнамә»һен («Батшалар китабы») уҡырға яратҡан”[56].
Низами ижадына башҡа фарсы шағирҙары, мәҫәлән, Ҡатран Тәбризи, Һанаи, Фәхреддин Гүргәни һәм тарихсы Әт-Тәбәриҙәр йоғонто яһаһа ла, Фирҙәүси ижады Низаминың илһам сығанағы һәм «Искәндәрнамә» поэмаһын тыуҙырыуға нигеҙ һала.Үҙенең әҫәрҙәрендә ул йыш ҡына Фирҙәүиси әҫәрҙәренә һылтана. Бигерәк тә «Искәндәрнамә»нең инеш өлөшөндә. Хатта уны Фирҙәүси ижадына һоҡланған һәм үҙенә маҡсат итеп Фирҙәүисинең «Шаһнамә»һенә тиң булырлыҡ героик эпос яҙыуҙы ҡуя. Низами «Шаһнамә» поэмаһын үҙе ижад иткән өс эпик поэманың — «Ете гүзәл», «Хосров һәм Ширин», «Искәндәрнамә» — сығанағы итеп ҡуллана[57]. Низами Фирҙәүсине «хаким» — «аҡһаҡал», «даанаа» — «белемсе» һәм «һүҙҙәрҙе туйға кейенгән ҡыҙ кеүек биҙәүсе» телмәр оҫтаһы (оратор) тип таный. Ширваншаһтың улына «Шаһнамә»не уҡырға һәм аҡыл эйәһенең тос фекерҙәрен ятлап алырға кәңәш итә[58]. Әммә Е. Э. Бертельс буйынса, «Низами үҙенең шиғырҙарын Фирҙәүсинекенән юғарыраҡ тип һанай», "Ул «балаҫтан» «ебәк» туҡырға, ә «көмөштө» «алтынға» әйләндерергә йыйына"[59].
Низами ижадына XI быуат фарсы шағиры Фәхреддин Гүрғәни ижады ҙур йоғонто яһай. Күп кенә сюжеттарын бөйөк фарсы шағиры Фирҙәүисинән алып, шиғриәт ҡанундары, телмәр образлығы һәм композиция техникаһы йәһәтенән Низами Гүрғәни ижадына нигеҙләнә. Был «Хосров һәм Ширин» поэмаһында һиҙелә. Бигерәк тә ғашиҡтарҙың талашыу сәхнәһе Гүрғәниҙең «Вис һәм Рамин» поэмаһына тартым килеп сыға. Бынан тыш Низамиҙың поэмаһы Гүрғәниҙәге кеүек бер үк үлсәм (хазадж) менән яҙылған. Гүрғәниҙең Низамиға тәъҫире икеһенең дә астрология менән ҡыҙыҡһыныуына ла бәйле[60].
Үҙенең тәүге монументаль әҫәрен Низами фарсы шағиры Һанаиның «Хаҡиҡәт баҡсаһы» («Хәдиҡәт әл-Хакиҡәт») поэмаһы тәъҫирендә ижад итә [61][62].
Низами шиғри әҫәрҙәр яҙа, әммә улары драматизм менән һуғарылған. Романтик поэмаларындағы сюжет психологик йәһәттән махсус рәүештә ҡатмарландырылып ҡоролған. Уның геройҙары хәрәкәт итеү баҫымы аҫтында йәшәйҙәр һәм үҙҙәрен дә, башҡаларҙың да уй-ниәттәрен асыҡлар өсөн тиҙ арала ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә тейештәр[63]. Ул үҙенең геройҙарының психологик портретын һүрәтләй. Улар күңеленең байлығын һәм ҡатмарлы хистәр кисереүен көслө һәм емерелмәҫ мөхәббәт менән ҡапма-ҡаршы осраштырып аса [64].
Низами ябай кешеләрҙе лә, батша әһелдәрен дә бер үк оҫталыҡ һәм тәрәнлек менән һүрәтләй. Бигерәк тә һөнәрселәрҙе Низами йылылыҡ менән һүрәтләй. Шулай ул ул рәссам, скульптор, архитектор һәм музыканттарҙы ла поэмаларында төп образдар итеп ала[65].
Низами романтик эпос жанры оҫтаһы була. Хисле шиғырҙарында Низами кешеләрҙе ниндәй хистәр ҡылығын үҙгәртергә, аҡылһыҙлыҡ йәки батырлыҡтар ҡылырға әйҙәүен, күңел алышын, эске кисерештәр трагедияһын аңлатып бирә[66].
Низами өсөн дөрөҫлөк шиғриәттең асылы булып ҡала. Бындай ҡараш нигеҙендә ул үҙенең ярһыуын һарай шағирҙарына сығара, уларҙы һәләттәрен көндәлек бүләккә һатыуҙа ғәйепләй. Ижадта Низами ғаләм ғәҙеллеген эҙләй һәм ярлы, күндәм кешеләрҙе яҡларға тырыша. Шулай уҡ көс-ҡеүәткә эйә хужаларҙың ни өсөн шулай бәйһеҙ һәм ҡаты ҡыланыуҙарын өйрәнергә тырыша. Низами кешеләрҙе тормоштоң мәңгелек түгел, күсәгилешле булыуы тураһында киҫәтә[67].
Кешеләр яҙмышы тураһында уйланып, гуманист булараҡ, Низами «Искәндәрнамә» поэмаһында бар яҡтан килгән идеаль йәмғиәт – утопияны һүрәтләп ҡарай [68].
Низами мистик шағир була, әммә уның ижадында мистиканы эротиканан, рухи ҡиммәттәрҙе донъяүи хистәрҙән айырып булмай[69].
Шулай уҡ Низаминың рәсми рәүештә бер ниндәй суфыйсылыҡ орденына ла ҡабул ителмәүе билдәле[70].
Низами шиғриәтендә суфыйсылыҡ традициялары, символдары, образдары сағыла. Мәҫәлән, «Серҙәр хазинаһы» поэмаһында Низами урта быуат Персияһында рауза гөлөн ябай кешеләр нисек итеп ҡабул итеүен тасуирлай[71])[38].
Исламда рауза гөлө Мөхәммәт Пәйғәмбәр образына ауаздаш. Был дини текстарҙа һәм әҙәби яҙмаларҙа осрай[72].
Иранда был традицияның таралыуы шунан килә: исламға тиклемге мәҙәниәттә һәр бер хоҙайҙы берәй сәскәгә оҡшатып һүрәтләгәндәр. Сәскә мәҙәниәте Иранда фарсы баҡсаларын үҫтереү менән тығыҙ бәйләнгән. Урта быуат фарсы баҡсаһы дүрт мөйөшлө архитектур баҡса формаһында була ((чагарбаг). Ул Ахеменид батшаларының боронғо фарсы ожмах баҡсаһы (парадаиза), батшалар һарайының бер өлөшө тип һанала. Хатта Ислам диненең таралыуы ла был фарсы баҡсалары мәҙәниәтенә кире йоғонто яһай алмай[73].
Руми, Аттар, Саади кеүек мистик-шағирҙар кеүек Низами ла рауза образын илаһилыҡтың символик сағылышы тип һүрәтләй[74].
Низами ислам космологияһын яҡшы белгән һәм ул ошо белемен шиғриәттә лә ҡулланған. Ислам космологияһы буйынса Ер ете планета уртаһында урынлашҡан. Бына ул планеталар: Ай, Меркурий, Венера, Юпитер һәм Сатурн. Улар хоҙайҙың илселәре һәм Ерҙәге һәр тереклеккә йоғонто яһайҙар тип һанағандар. Мәҫәлән, «Ете гүзәл» поэмаһында Бахрам тыуғас аҡыл эйәләре уға йондоҙманә ҡоралар.
Низами, астрологияны яҡшы белгәнгә күрә, алдан уҡ Бахрамдың холоҡ һыҙаттарын һәм яҙмышын билдәләп ҡуя:
Поднялась в ту ночь к Плеядам месяца глава, |
Низами донъяның бөтөнлөгөн арифметика, геометрия һәм музыка ярҙамында тойоу мөмкинлегенә ышанған. Ул шулай уҡ нумерологияны белә һәм бер-береһенә бәйләнгән йыһандың асҡысы ла тап һандарҙа икәнен әйткән. Сөнки тап һандар ярҙамында күп берәмек бер бөтөнгә әүерелә, ә диссонанс гармонияға күсә[76]. «Ләйлә һәм Мәжнүн» поэмаһында ул үҙенең исеменең нумерологик мәғәнәһен (абджадия) асыҡлай – Низами (фарс. نظامی = 50+900+1+40+10) = 1001:
Мне «Низами» прозвание дано, |
Низами шиғыры һәм поэмаларының теле үҙенсәлекле. Шағир фарсы телендә яҙа. Әммә ул телде аллегория, притча һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр ҡулланып яңы бейеклеккә күтәрә, байыта, балҡыта[78]. Ул яңы метафоралар һәм әҙәби образдар тыуҙыра, неологизмдар булдыра [79]. Низами төрлө стилистик фигуралар, гиперболалар, анафоралар, ҡабатлауҙар, аллюзия, ҡатмалы һүҙҙәр һәм образдарҙы герой хистәренең тәъҫир көсөн арттырыу өсөн бергә ҡушып ҡулланыу оҫталығын күрһәтә[80]. Низаминың стиле шуныһы менән айырыла, ул геройҙарының холҡон, уйҙарын, хистәрен асыу өсөн ябай һүҙҙәр ҡулланмаҫҡа тырыша[81]. Икенсе үҙенсәлеге: афоризмдар уйлап сығара. Мәҫәлән, «Ләйлә һәм Мәжнүн»дә “эпиграммалар стиле” уйлап сығара, ә Низаминың күп афоризмдары мәҡәлгә әүерелгән [82]. Низами шиғриәтендә һөйләш телен оҫта ҡуллана. Уның теле идиомаларға бай, ябай. Бигерәк тә диалогтарҙа һәм монологтарҙа [83]. Үҙенең стилен Низами «гариб» тип атай, йәғни “һирәк, яңы”. Үҙен иһә “һүҙҙәрҙең тылсымсыһы” һәм “күренмәгәнде күрһәткән көҙгө” тип нарыҡлай [84].
Беҙҙең көндәргә тиклем Низаминың тик аҙ ғына шиғыр өлгөләре килеп еткән. Башлыса улар ҡасыдалар, одалар һәм ғәзәлдәр (лирик шиғырҙар). Һаҡланған лирик «диван»ында 6 ҡасыд, 116 ғәзәл, 2 ҡыта һәм 30 робағи бар. Бер аҙ робағиҙары (дүртюллыҡтар№ фарсы шиғриәте антологияһы – Нузхәт ол-Мәджәлистә (XIII быуатта Джамал әл-Дин Хәлил Ширвани төҙөгән) һаҡланып ҡалған[85], однако впервые описанной только в 1932 г[86].
Низаминың төп әҫәрҙәре булып Хәмсә — биш поэманан тора. Улар «Пандж Гандж», йәғни «Биш хазина» дөйөм исем аҫтында берләштерелгән. («Хәмсә» исеме аҫтында ла билдәле, «хәмисә» ғәрәпсәнән «биш» тип тәржемәләнә).
Биш поэма ла шиғри мәснәүи (ике юллыҡтар)стилендә яҙылған. Ике юллыҡтарҙың дөйөм һаны 30 000 [91].
«Серҙәр хазинаһыы» поэмаһы эзотерик, фәлсәфәүи һәм дини темаларҙы сағылдыра. Суфыйсылыҡ идеяларына таянып яҙылған. Поэма разделена егерме телмәр-притчаға бүленгән. Һәр бүлек апострофа, йәғни шағирҙың үҙенә аталған юлдар менән тамамлана[92]. Низами идеаль тормош тураһында фекер итә. Кеше үҙенең юғарынан бирелгән маҡсатына тоғро йәшәргә тейеш тип билдәләй[92]. Риторик стилдә яҙылған поэманың маҡсаты – һарай әҙәбиәте сикләүҙәрен инҡар итеүгә ҡайтып ҡала. Ошо әҫәре менән Низами фарсы әҙәбиәтендә Санаи асҡан йүнәлеште дауам итә. Был йүнәлеште аҙаҡ бик күп шағирҙар, шул иҫәптән шағир Аттар ҙа дауам итә.
«Хосров һәм Ширин» поэмаһы – Низаминың тәүге бөйөк яҙмаһы. Уны яҙғанда Фәхреддин Гүргәниҙең «Вис һәм Рамин» поэмаһы йоғонто яһаған[93]. «Хосров һәм Ширин» Низами өсөн генә түгел, бар фарсы әҙәбиәте өсөн һынылыш сәбәпсеһе була. Ул ғына ла түгел, «Хосров һәм Ширин» поэмаһын фарсы әҙәбиәтендә тулы структура һәм артистик берлеккә ирешкән тәүге поэма тип атайҙар[94]. Поэма нигеҙендә ысынбарлыҡта булған, тарихи шәхестәр кисергән тарих ята. Низами әйтеүенсә, Барҙа ҡалаһында һаҡланған бер ҡулъяҙма уға рухи этәргес бирә. Был сюжетта гонаһтарға батҡан өсөн Хоҙайҙан ярлыҡау ала алмаған йән тарихы һүрәтләнә.
«Ләйлә һәм Мәжнүн» поэмаһы Ҡайса исемле егеттең сибәр Ләйләгә ғашиҡ булыуы хаҡында. Поэма ширваншаһ Ахситан ҡушыуы буйынса яҙыла[95][96] Поэмала 4600 строфа. Был романтик поэма «удри» ( «одри») жанрына ҡарай. Поэма сюжеты ябай һәм яуапһыҙ мөхәббәт тирәһендә әйләнә[97]. Поэма төрлө илдәрҙә, төрлө версияла ташҡа баҫыла. Әммә иран ғалимы Хәсән Вәхид Дастджерди 1934 йылда поэманың тикшерелгән, 1007 строфаһы алып ташланып 66 бүлек һәм 3657 строфанан торған вариантын баҫтыра. Алып ташланған юлдарҙы ғалим поэма яҙылғас башҡа кешеләр тарафынан өҫтәлгән тип һанай[98].
«Ете гүзәл» («Хафт пейкар») поэмаһының исемен «ете принцесса» тип тә тәржемәләргә була. Поэма «Хафт гундбад» — «ете көмбәҙ» тип тә йөрөтөлә [99]. Поэма сюжеты фарсы тарихы һәм Бахрам Гүр (сәснид шахы) тураһындағы легендаларға таянып яҙылған. Оҙаҡ көттөрөп туған улын атаһы, аҡһаҡалдар ҡушыуы буйынса, ғәрәп батшаһы Номанға тәрбиәгә бирә. Номан гүзәл һарай – Карнак – төҙөп ҡуя. Бер заман ошо һарай эсендә Бахрам ете илдең ете һылыу принцессаларының рәсемдәрен күрә һәм һәр береһенә ғашиҡ була[100] атаһы үлгәс Бахрам Персияға ҡайта һәм тәхеткә ултыра. Батша булып алғас, Бахрам теге ете ҡыҙҙы эҙләп таба һәм өйләнә. Поэманың икенсе тематик һыҙығы — Бахрам Гүрҙең еңел уй менән эш итеүсе батша улының нисек итеп ғәҙел һәм аҡыллы хакимға әүерелеүе һүрәтләнә. Бахрам үҙенең ҡатындары менән булышҡан арала бер министры ил етәкселеген үҙ ҡулына ала. Бахрам быны һиҙеп ҡала. Ил аҡсаһы туҙҙырылған, ә күршеләр илен баҫырға әҙерләнә. Министрҙың ҡырын эштәрен фашлап, уны язалай һәм илдә тыныслыҡ урынлаштыра. Ошо хәлдән һуң Бахрам ете сибәргә бағышлап, хоҙайға ғибәҙәт ҡылыу өсөн ете зароастрий ҡорамын төҙөтә. Бахрам үҙе һунарға тип бер мәмерйәгә китә һәм кире ҡайта алмай гүр эйәһе булып ҡала[101].
Низами«Искәндәрнамә» поэмаһын ижадын йомғаҡлаусы әҫәр тип атай. Башҡа поэмаларға ҡарағанда быныһы философик йәһәттән ҡатмарлаштырылған. Поэма Искәндәр (Александр Македонский) тураһында төрлө легенда, риүәйәттәрҙе ижади берләштереү һөҙөмтәһе. Тәүҙә Искәндәр идеаль батша булып күренә. Һуңынан инде Искәндәр донъя хакимы, яугир генә түгел, ә аҡыл эйәһе һәм алдағыны күреп тәфсирләүсе булып һынлана [102]. Поэма ахырында Низами Искәндәрҙең үлемен һәм ете аҡыл эәйһенең һәр береһенең үлеү шарттарын тасуирлай. Аҡыл эйәләре араһында Низами үҙе лә һүрәтләнә тигән фараз йәшәй[103].
ЮНЕСКО, Низаминың тыуған йылын 1141 йыл тип иҫәпләп, 1991 йылды Низами йылы тип иғлан итте. Уның тыуыуына 850 йыл үтеүгә бағышлап шул уҡ йылда Вашингтон, Лос-Анджелес, Лондон һәм Тәбриз ҡалаларында халыҡ-ара конгрестар уҙҙы[22].
1940 йылда Халыҡов Гәзәнфәр Низами Гәнжәүи портретын ижад итә. Ул Низами Гәнжәүи исемендәге Әзербайжан әҙәбиәте музейында һаҡлана[104].
1947 йылда Гәнжә ҡалаһында Низами мавзолейы булдырыла.
1948 йылда әзербайжан яҙыусыһы Мамед Саид Ордубад Низами Гәнжәүигә бағышлап, «Ҡалҡан һәм ҡауырһын» тигән тарихи роман ижад итә.
Низами
Иҫке Гәнжә биләмәһендә күренекле фарсы шиғриәте классигы Низами Гәнжәүи йәшәгән. Уның ҡәбере Гәнжәнән 5-6 км алыҫлыҡта, Гәнжә-Герән юлы буйында, боронғо почта һәм сауҙа юлы яғында[105]. Низами ҡәбере өҫтәндә бәләкәй генә төрбә һалынған булған. Тбилисиҙағы 1903-05 йылдарҙа Усейн-Хан Риза-задәнең натуранан төшөргән һүрәтенән күренеүенсә, төрбә тыштан көмбәҙле куб рәүешле итеп эшләнгән булған. Төньяҡ ҡабырғаһында сите ябай һыҙатлы тар ғына ишек [106]. Ҡаҙыныу эштәре XIII быуатта эшләнгән төрбәнең баштан һалынған ҡалдығы ер аҫтында тәрәндә ҡалыуын күрһәткән.ә 1925 йылға хәтлем һаҡланған өҫкө өлөшө һуңғы йылдарҙа төҙөкләндереп эшләнгәне асыҡланған. [107]. 1922 йылда Низами ҡәберен асҡандар, уның һөйәктәрен яңы табутҡа һалып Гәнжәгә күсергәндәр, әммә Баҡынан уны элекке урынына ҡайтарырға бойороҡ килгән. 1932 йылда шағирҙың ҡәбере өҫтөндә ваҡытлыса ғына һәйкәл ҡуйыла (был ваҡытҡа элекке төрбәнән бер ни ҙә тиерлек ҡалмаған була). 1947 йылда Низами ҡәбере өҫтөндә яңы төрбә ҡуйыла. [106].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.