From Wikipedia, the free encyclopedia
Небольсин Павел Иванович (1817, Түбәнге Новгород губернаһы — 18 август 1893, Вильнюс) — рус этнографы, тарихсы һәм иҡтисадсы.
Небольсин Павел Иванович | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Түбәнге Новгород губернаһы |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
этнография, тарих, статистика |
Альма-матер | |
Павел Иванович Небольсин 1817 йылда Түбәнге Новгород губернаһында тыуа. Дворян нәҫеленән. 1838 йылда Санкт-Петербург университетының юридик факультетын тамамлай. Хөкүмәт Сенатының V (енәйәт эштәрен тикшереү) департаментында 1-се бүлек, 1841 йылдан 7-се бүлек секретарының кесе ярҙамсыһы булып эшләй[1].
1846 йылда Алтай крайында алтын табыу сәнәғәте буйынса шөғөлләнә[2]. Бер үк ваҡытта Себер казактары тарихын өйрәнә, Себер алтын приискылары тураһында очерктар яҙа[2]. 1848 йылда Рус география йәмғиәтенә ағза итеп һайлана[3]. 1850—1851 йылдарҙа Рус география йәмғиәтенең ҡушыуы буйынса Рәсәй менән Урта Азияның сауҙа-сәнәғәт бәйләнештәре мәсьәләләрен өйрәнеү маҡсатында Каспий алды өлкәләренә, Бүкәй урҙаһына сәйәхәт ҡыла[3].
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Павел Иванович Небольсин Ырымбур губернаһына сәйәхәте ваҡытында башҡорттарҙың этнографияһына бәйле мәғлүмәттәр туплай. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, уның тарафынан «Заметки о башкирах» («Башҡорттар тураһында яҙмалар») тигән мәҡәлә яҙыла. Ул «Отечественные записки» (1850, 11-се һан) журналында баҫылып сыға. Мәҡәләлә автор башҡорт кантондарындағы йорттар һанын, башҡорт халҡы иҫәбен килтерә. Ултыраҡ һәм күсмә тормош алып барған башҡорттарҙың торлағын, кейемен, солоҡ яһау ысулдарын һүрәтләй.
П. И. Небольсин хеҙмәте хәҙер ҙә ғилми йәһәттән ҡиммәтле. Фәнни сығанаҡ булараҡ, уға башҡорт этнографтары, тарихсылары йыш мөрәжәғәт итә.
Башҡорттар тураһында мәҡәләләре
Мәҡәләләре
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.