Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Статистика — йәмғиәт тормошонда булған күренештәрҙең һан күрһәткестәрен билдәләүсе фән һәм ғәмәли эшмәкәрлек тармағы. Бер үк ваҡытта шул һан күрһәткестәрҙе статистика тип атайҙар.
Статистика (латынса Status) һүҙенең мәғәнәһе ниндәйҙер нәмәнең торошон аңлата.
Йәмғиәт тураһында мәғлүмәтте теркәү кәрәклеген тәү-тормош кешеләренең дә аңы еткән. Быны мәмерйә һүрәттәре дәлилләй. Ул ваҡыттағы тормош күренештәрен (ҡырағай йәнлектәргә һунар) генә һүрәтләү түгел, ә уның һан күрһәткестәре булған таяҡсалар һыҙып ҡалдырғандар. Фәнни әйләнешкә статистика һүҙе XVIII быуатта Готфрид Ахенфель (1719—1772) тарафынан индерелгән тип иҫәпләнә.
Рәсәй дәүләте кимәлендә рәсми рәүештә ғәмәли эшмәкәрлек булараҡ статистика 1802 йылдың 20 (яңыса) сентябрендә барлыҡҡа килгән тип фаразларға була. Был көндө император Александр I «…министерлыҡтар тарафынан мәғлүмәттәр бирергә…» тигән фарманға ҡул ҡуя. Һәр йылдың 20 сентябре, рәсми рәүештә иҫтәлекле көндәр исемлегенә индерелмәүгә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең статистика тармағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр тарафынан байрам итеп билдәләнә.
Тарихи Башҡортостанда статистиканың губерна комитеты 1835 йылдың 9 (21) мартында асыла. 1917 йылға тиклем губерна статистика комитетының рәсми етәксеһе губернатор булған.
Статистик практиканың башланыуы дәүләт барлыҡҡа килгән ваҡытҡа ҡарай. Беренсе баҫылып сыҡҡан статистик мәғлүмәттәр тип Шумер батшалығының балсыҡ табличкаларын иҫәпләргә мөмкин (беҙҙең эраға тиклем III — II мең йыллыҡ).
Тәүҙә статистика дәүләттең йәки уның бер өлөшөнөң иҡтисади һәм сәйәси торошон тасуирлау тип аңлана. Мәҫәлән, «статистика дәүләттең хәҙерге ваҡыттағы торошон йәки элек билдәле булған мәлде һүрәтләй» тигән билдәләмә 1792 йылға ҡарай. Һәм әлеге ваҡытта дәүләт статистик хеҙмәттәр эшмәкәрлеге ошо билдәләмәгә тап килә[1].
Әммә яйлап «статистика» термины киңерәк ҡулланыла башлай. Наполеон Бонапарт фекеренсә, «статистика — ул әйберҙәр бюджеты»[2]. Шулай итеп, статистик ысулдар административ идаралыҡ өсөн генә түгел, шәхси предприятие кимәлендә ҡулланыу өсөн дә файҙалы тип табыла. 1833 йылдағы формулировкаға ярашлы, «статистиканың маҡсаты — ул факттарҙы иң ҡыҫҡаса формала күрһәтеү»[3]. XIX быуаттың 2-се яртыһында — XX быуат башында математиканың бер өлөшө булған математик статистика фәне барлыҡҡа килә.
ХХ быуатта статистика йыш ҡына тәү сиратта үҙ аллы фәнни дисциплина булараҡ ҡарала. Статистика — һанлы мәғлүмәттәрҙе йыйыу, анализлау, сағыштырыу, тәҡдим итеү һәм интерпретациялау ысулдары һәм принциптары йыйылмаһы. 1954 йылда УССР Фәндәр академияһы академигы Б. В. Гнеденко түбәндәге билдәләмә бирә: «Статистика өс бүлектән тора:
«Статистика» термины тағы ике мәғәнәлә ҡулланыла. Беренсенән, көндәлек тормошта «статистика» йыш ҡына күренеш йәки процесс тураһында һан мәғлүмәттәре йыйылмаһы булараҡ аңлана. Икенсенән, статистика — күҙәтеү һөҙөмтәләре буйынса гипотезаларҙы тикшереү һәм бүлеү үҙенсәлектәрен һәм параметрҙарын баһалау өсөн ҡулланылған функция.
Статистик төркөмләү барлыҡтың бер төрлө төркөмдәргә бүленеүе (параметрҙың үҙгәреү интервалдары) тип аңлана. Бындай интервалдарҙың (төркөмдәрҙең) һаны Стёрджес формулаһы буйынса иҫәпләнә:
ҡайҙа k — интервалдар һаны, n — күҙәтеүҙәр һаны.
Төркөмләүҙең өс төрө бар: аналитик, типологик, структуралы.
Типик төркөмдәр: эсендә максималь бер төрлө һәм тышында төрлө. Төркөмләү — беренсел һәм икенсел. Беренсел төркөмдәр статистик күҙәтеүҙәр барышында алына. Ә икенселдәре беренсел нигеҙендә башҡарыла.
Статистик ысулдар — статистик мәғлүмәттәрҙе анализлау ысулдары. Ғәмәли статистика ысулдары бар, уларҙы фәнни тикшеренеүҙәрҙең бөтә өлкәләрендә һәм халыҡ хужалығының ниндәй ҙә булһа тармаҡтарында ҡулланырға мөмкин, шулай уҡ башҡа статистик ысулдар ҙа бар, уларҙы ҡулланыу теге йәки был өлкә менән генә сикләнә. Уларға статистик ҡабул итеү контроле, технологик процестарҙы статистик көйләү, ышаныслылыҡ һәм һынауҙар үткәреү, эксперименттарҙы планлаштырыу кеүек ысулдар инә.
Мәғлүмәттәрҙе анализлауҙың статистик ысулдары кеше эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләрендә лә тиерлек ҡулланыла. Ниндәй ҙә булһа төркөм (объекттар йәки предметтар) тураһында фекер алыу һәм дәлилләү өсөн кәрәк булғанда ҡулланыла.
Мәғлүмәттәрҙе анализлауҙың статистик ысулдары өлкәһендә фәнни һәм ғәмәли эшмәкәрлектең өс төрөн (аныҡ проблемаларға сумыу менән бәйле ысулдарҙың үҙенсәлеге дәрәжәһе буйынса) айыралар:
а) Ҡулланыу өлкәһе үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмайынса дөйөм тәғәйенләнешле ысулдарҙы эшләү һәм тикшереү;
б) билдәле бер эшмәкәрлек өлкәһе ихтыяждарына ярашлы реаль күренештәрҙең һәм процестарҙың статистик моделдәрен эшләү һәм тикшереү;
в) ғәмәли проблемаларҙы хәл иткәндә аныҡ мәғлүмәттәрҙе статистик анализлау өсөн статистик ысулдар һәм моделдәр ҡулланыу, мәҫәлән, һайланмалы тикшереүҙәр үткәреү маҡсатында.
Портал «Статистика» | |
Статистика Викиһүҙлектә | |
Статистика Викидәреслектә | |
Статистика Викиөҙөмтәлә | |
Статистика Викимилектә | |
Статистика Викияңылыҡтарҙа | |
Проект «Статистика» |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.