From Wikipedia, the free encyclopedia
Мөхәддис (ғәр. محدث; рус. мухаддис) — исламда — хәҙистәрҙе өйрәнеүсе ғалим, хәҙистәр тураһындағы фән һәм уларҙың методологияһы менән шөғөлләнә.
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Мөхәддистәр Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәҙистәрен йыйған, уларҙы тапшырыусылар сылбырының дөрөҫлөгөн тикшергән һәм теге йәки был хәбәрҙең уларға нисек килеп етеүен асыҡлаған. Хәҙистәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте асыҡлағас, мөхәддистар үҙҙәре уларҙы таратыусылар булған. Һәр мөхәддис бер үк ваҡытта рәүи ҙә була, әммә һәр рәүи мөхәддис булмаған[1].
Мөхәддистең туғандаш төшөнсәһе — «мөснид». Мөснидтәр — хәҙистәрҙең тапшырыусылары, улар рәүиҙәр сылбырын телгә ала, ләкин улар тураһында өҫтәмә мәғлүмәттәр белмәүе ихтимал. Мөхәддистар был өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе белгән, һөҙөмтәлә уларҙың дәрәжәһе мөснидтәргә ҡарағанда юғарыраҡ булған. Йөҙ меңдән ашыу хәҙис текстарын, уларҙы тапшырыусылар сылбырын (иснәдтәр) яттан белгән мөхәддисте; шулай уҡ хәҙис тапшырыусыларҙың шәхси сифаттарына күрә хафиз тип атайҙар. Әгәр хафиз өс йөҙ меңдән ашыу хәҙис белә икән, уны «дәлил» тип атайҙар[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.