From Wikipedia, the free encyclopedia
Мөслим Марат (тулы исеме — Мөслимов Минимулла Нәбиулла улы; 10 май 1909 йыл — 17 август 1975 йыл) — башҡорт шағиры, журналист, тәржемәсе. 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты.
Мөслим Марат | |
Марат Мөслим | |
Файл:Myslim.jpg | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы) Борай ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир, журналист |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Мөслимов Минимулла Нәбиулла улы 1909 йылдың 10 майында Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе Борай ауылында тыуған (хәҙерге Башҡортостандың Борай районы). Милләте башҡорт.
1927 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 1928—1931 йылдарҙа Башҡорт педагогия техникумында уҡый.
1931 йылдан «Аллаһыҙ» журналы, ә 1932 йылдың ғинуар айынан — «Октябрь» журналы хеҙмәткәре .
1932 йылдың апрель айынан «Ленинсе» гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаһында эшләй.
1933 йылдан «Башгиз» нәшриәт бүлеге мөдире булып эшләй.
1934 йылда 1-се Бөтә союз совет яҙыусылары съезында ҡатнаша. 1934—1935 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзының йәш яҙыусылар курсында уҡый.
1934—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзының яуаплы сәркәтибе була, бер үк ваҡытта 1934 йылда — «Керпе» журналының баш мөхәррире.
1960-сы йылдарҙа Марат Мөслим Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Матбуғат идаралығында инспектор булып эшләй.
1938 йылдың ғинуарында РСФСР Енәйәт кодексының 58-10, 58-11 статьялары буйынса ғәйепләнеп ҡулға алына һәм хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары: 10 йылға иркенән мәхрүм итергә. 1957 йылдың 23 ғинуарында аҡлана[1].
1927 йылда «Йәш һабансы» Мәскәү гәзитендә әҫәрҙәрен баҫтырып сығара башлай[2].
1930 йылда уның «Ике корабль» исеме аҫтында беренсе китабына нәшер ителә («Два корабля»). Был китапта социалистик һәм капиталистик система араһындағы ярыш һәм көрәш һүрәтләнә, улар үҙ-ара ҡыуышып барған ике ҙур карап образында күрһәтелә.
«Ҡартаймаҫ йәшлек йыры» (1933; «Песнь нестареющей молодости»), «Еңеүсе тормош» (1934), «Хәйҙәр ҡарттың күргәндәре» (1935; «Приключения старика Хайдара»), «Шиғырҙар» (1936), «Һаумыһығыҙ, дуҫтар, иптәштәр!» (1958; «Здравствуйте, друзья, товарищи!»), «Балҡы, ҡояшым» (1963; «Свети, моё солнце!») һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтар авторы булып тора.
Мөслим Марат Н. Асеев, Э. Вайнерт, В. Г. Короленко, В. А. Луговской һ. б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. Үҙ сиратында, Мөслим Мараттың әҫәрҙәре рус теленә тәржемә ителгән. Уның «Ике фронт» (1933; «Два фронта») пьесаһыБашҡорт драма театры сәхнәһенә ҡуйыла. Шағирҙың шиғырҙарына композиторҙар Ғ. С. Әлмөхәмәтов, К. Ю. Рәхимов һәм башҡалар йырҙар яҙғандар.
Борай ауылында шағир исеме менән урам аталған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.