From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәғлүмәт — матди донъя факттарының кеше йәки махсус ҡоролмалар тарафынан ҡабул ителгән сағылышы[1].
Мәғлүмәт – ул материя ла, энергия ла түгел, мәғлүмәт – ул мәғлүмәт
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Халыҡ-ара стандарттарҙа «мәғлүмәт» төшөнсәһе түбәндәгесә билдәләнә:
Мәғлүмәт һүҙе төрлө мәғәнә аңлата, хатта академик Н. Н. Моисеев был төшөнсәнең аныҡ билдәләмәһе юҡ тип таный[5][6].
Шулай ҙа үҙ-ара алышыу өсөн мәғлүмәт күҙ алдына килтерелгән ниндәйҙер бер формала, йәки уның мәғәнәһе булырға тейеш (ISO/IEC/IEEE 24765:2010)[7].
|
Философия күҙлегенән ҡарағанда, мәғлүмәт — хәрәкәттең матди булмаған (логик, абстракт) формаһы, ул баш мейеһендә төшөнсә, категория, күҙаллау булараҡ барлыҡҡа килә. Матди булмаған форма цифрҙар, хәрефтәр, билдәләр ярҙамында күрһәтелә. Тимәк, кеше матди булмаған форманы тап улар ярҙамында һаҡлай, эшкәртә һ.б.
Сағылыштың билдәләмәһе буйынса[9] мәғлүмәт сағылыштың йөкмәткеһе булып сыға[10].
Ғәмәли фәндәрҙә нимә ул мәғлүмәт һәм нимә мәғлүмәт түгеллеген айырыу мөһим. Был йәһәттән «был объектта ниндәй мәғлүмәт бар» тигән формала һорау ҡуйыу дөрөҫ түгел. Мәғлүмәт һәр ваҡыт шартлы[11].
Кибернетика энергия, материя һәм мәғлүмәтте идара итеү принцибы менән бәйләй, идара итеү принцибы асылы шунан ғибәрәт — хәрәкәт һәм ҙур массаларҙың эшмәкәрлеге йәки ҙур күләмдәге энергияны тапшырыу һәм уны икенсе нәмәгә үҙгәртеү мәғлүмәт тупланған ҙур булмаған күләмдәге энергиялар тарафынан башҡарыла һәм контролдә тотола[12].
Әгәр ҙә был хәрәкәттең артабанғы үҫешендә уға бирелгән энергия йәки импульс, материялар менән алышыныу (әгәр ул булған булһа) әһәмиәткә эйә булмаһа, был үҙ-ара бәйләнешле хәрәкәтте мәғлүмәт булараҡ сығыш яһай.
Мәғлүмәт менән материяның үҙ-ара мөнәсәбәте мәсьәләһе төрлөсә хәл ителә. Мәғлүмәттең атрибутив концепцияһы яҡлы булған Р. Ф. Абдеев, мәғлүмәт материяның төҙөлөшөндә, тип иҫәпләй (әммә ул да бындай мәғлүмәткә айырым билдәләнеш бирә)[11]. Рәсәйҙә лә, сит илдә лә һуңғараҡ барлыҡҡа килгән ҡараштар буйынса, мәғлүмәт материаль түгел, объекттар структураһындағы мәғлүмәт дәлил тип йөрөтөлә (representation form — ISO/IEC/IEEE 24765:2010).
Дәлилдәр, мәғлүмәт һәм уларҙы ҡабул итеүсе араһындағы мөнәсәбәтте С. Г. Середа түбәндәге миҫал менән һүрәтләй: ҡомдағы айыу эҙе материаль, был объект тураһында дәлил; «мәғлүмәт» — ошо дәлилдәр буйынса объектты өйрәнеү, йәғни йәнлектең тоҡомон, буйын, ауырлығын, йәшен һ.б. билдәләү. Өйрәнеү объекты үҙ-аллы йәшәй, объект тураһындағы дәлилдәр бар. Субъект быларҙан күпме мәғлүмәт аласаҡ, быныһы инде уның ниндәй ысулдар ҡулланыуы һәм тикшерелгән объектта уны нимә ҡыҙыҡһындырыуына бәйле[13].
Ошондай уҡ ҡараш, мәҫәлән, С. В. Симонович авторлығындағы информатика дәреслектәрендәге аңлатмаларҙа сағыла[14][15]. Шул уҡ автор «мәғлүмәт» төшөнсәһен билдәләгәндә ҡулланылған өс ҡарашты һыҙыҡ өҫтөнә ала: антропоцентрик (белемгә әйләнергә мөмкин булған), техноцентрик (мәғлүмәттең дәлилдәр менән нығытылыуы), терминлаштырылмаған (билдәләмәнән баш тартыу)[15]. Синергетикалағы динамик системаларҙың үҙ-ара ойошоуын тикшереү өсөн Д. С. Чернавский Генри Кастлер (Henry Quastler) тарафынан тәҡдим ителгән билдәләмәне ҡулланырға тәҡдим итә[16]: «Мәғлүмәт ул бер нисә мөмкин булған бер тигеҙ хоҡуҡлы варианттың иҫтә ҡалғаны». Был билдәләмә тәбиғи фәндәрҙә йыш ҡулланыла[17].
«Мәғлүмәт» латин һүҙе, (лат. informatio «дәлил», «танышыу», «аңлатыу» тигәнде белдерә. Антик фәйләсүфтәр ҙә был термин менән ҡыҙыҡһынған.
Хәҙерге заманда мәғлүмәт иң төп ресурстарҙан һанала. Бер үк ваҡытта ул кешелек йәмғиәтенең үҫешенә этәргес көс, тип иҫәпләнә. Матди донъяла, тәбиғәттә, йәмғиәттә барған мәғлүмәти процестар бөтөн фәнни дисциплиналар тарафынан өйрәнелә. Мәғлүмәтте өйрәнеү менән фәндең ике комплекслы өлкәһе — кибернетика менән информатика шөғөлләнә. Хәҙерге кибернетикала үтә ҡатмарлы системалар ҡарала:
Үткән быуаттың уртаһында барлыҡҡа килгән информатика фәне кибернетиканан айырылып, семантик мәғлүмәтте тикшереү, алыу, һаҡлау, эшкәртеү менән шөғөлләнә.
Мәғлүмәттең нимә белдереүен тикшереү «семиотика» тип аталған фәнни теориялар комплексына нигеҙләнә.
Рәсәйҙә «мәғлүмәт» төшөнсәһе 1960 йылдарҙа, А. Д. Урсулдың «Мәғлүмәттең тәбиғәте» тигән мәҡәләһе сыҡҡас тикшерелә башлай. Ошо ваҡыттан башлап мәғлүмәттең башлыса ике концепцияһы ҡарала: артибутив, уның буйынса бөтөн физик системаларға һәм процестарға мәғлүмәт хас (А. Д. Урсул, И. Б. Новик, Л. Б. Баженов, Л. А. Петрушенко һ.б.), һәм функциональ — уның буйынса мәғлүмәт үҙ-аллы ойоша алған системаларға ғына хас (П. В. Копнин, А. М. Коршунов, В. С. Тюхтин, Б. С. Украинцев һ.б.)[18].
Мәғлүмәтте төрлө критерийҙар буйынса төрҙәргә бүлеп була:
Мәғлүмәт теорияһы (бәйләнештең математик теорияһы) — мәғлүмәтте һаҡлау, үҙгәртеү һәм тапшырыуҙы өйрәнә. Ул мәғлүмәттең иҫәбен үлсәү ысулдарына нигеҙләнә. Мәғлүмәт теорияһы бәйләнеш теорияһы ихтыяждарына ҡағылышлы үҫеш алған. Фәндең нигеҙе булып К. Шеннондың 1948 йылда баҫылып сыҡҡан "Информатика һәм кибернетика теорияһы буйынса хеҙмәттәр"е[19] иҫәпләнә. Мәғлүмәт теорияһы мәғлүмәтте тапшырыу системаһының бөтөн мөмкинлектәрен, шулай уҡ уларҙы проектлау һәм техник йәһәттән формалаштырыуҙың төп принциптарын өйрәнә[20].
Мәғлүмәт теорияһы менән радиотехника (сигналдарҙы эшкәртеү теорияһы) һәм информатика бәйле. Был тапшырылған мәғлүмәттең һанын, уның үҙенсәлектәрен билдәләүгә һәм система өсөн иң һуңғы нисбәтен аныҡлауға ҡайтып ҡала. Мәғлүмәт теорияһының төп бүлектәре — мәғлүмәтте ҡыҫыу һәм уны каналға ярашлы (ҡамасауҙарға тотороҡло итеп) кодлаштырыу математика фәненең тикшереү өлкәһенә инмәй. Шулай ҙа «информация» һүҙе математика терминдарында ла ҡулланыла — шәхси (үҙеңдең) мәғлүмәт һәм ике-яҡ мәғлүмәте (дөйөм мәғлүмәт) — мәғлүмәт теорияһының абстракт (математик) өлөшөнә ҡарай. Әммә математика теорияһында «мәғлүмәт» аңлатмаһы бары тик абстракт объекттар менән бәйле ҡулланыла. Бөгөнгө мәғлүмәт теорияһында был аңлатманың файҙаланылыу даирәһе күпкә киңерәк — ул бында материаль объекттарҙың үҙенсәлектәрен аңлата.
Фән булараҡ информатиканың төп өйрәнеү предметы — тап конкрет мәғлүмәттәр (урыҫса данные; хәбәр, белешмә): уларҙы булдырыу, һаҡлау, эшкәртеү һәм тапшырыу ысулдары[21]. Дөйөм алғанда, улар теркәлгән мәғлүмәт[22] ; факттарҙы, төшөнсәләрҙе йәки ниндәйҙер күрһәтмәләрҙе (инструкции) аралашыу, аңлатыу, мәғәнәһен асып биреү (интерпретация) йәки кеше тарафынан йә автоматик саралар ярҙамында (ISO/IEC/IEEE 24765-2010) эшкәртеү өсөн яраҡлы формаларҙа биреү[23]. Шулай итеп, улар, икенсе төрлө әйткәндә, — формаға (ҡалыпҡа) һалынған мәғлүмәт. Әйтелгән форма башлыса һан рәүешендә була һәм мәғлүмәтте йыйыу, һаҡлау һәм артабан эшкәртеүҙе ЭВМ ярҙамында автоматлаштырып башҡарырға мөмкинлек бирә. Был күҙлектән ҡарағанда мәғлүмәт абстракт төшөнсәгә әйләнә һәм үҙенең мәғәнә йөкмәткеһенә туранан-тура бәйле ҡаралмай. Шуға ла мәғлүмәттең ҙурлығы тигән төшөнсә аҫтында бары тик уның үҙе йыйылған һәм һаҡланған ҡорамалда алып торған күләме генә ҡарала. Бер үк мәғлүмәт кодҡа төрлө ысулдар менән һалынырға һәм һөҙөмтәлә төрлө күләмде алып торорға мөмкин. Бындай осраҡтарҙа «мәғлүмәттең әһәмиәте, ҡиммәте» кеүек төшөнсәләр алға сыға, уларҙы ғәмәли математика (прикладная математика), радиотехника һәм информатика фәндәренең һәр ҡайһыһында булған мәғлүмәт теорияһы (мәғлүмәт тәғлимәте) бүлектәре өйрәнә.
Мәғлүмәт теорияһы (бәйләнештең математик тәғлимәте) — мәғлүмәте һаҡлау, үҙгәртеү һәм тапшырыу процестарын өйрәнә. Ул мәғлүмәт нисбәтен һәм миҡдарын иҫәпләүҙең фәнни ысулдарына нигеҙләнә[24]. Мәғлүмәт теорияһы бәйләнеш тәғлимәте ихтыяждарынан үҫеш алған. Америка инженеры, криптоаналитигы һәм математигы Клод Элвуд Шеннондың 1948 йылда донъя күргән «Работы по теории информации и кибернетике» тигән хеҙмәте был йүнәлештә төп ғилми ҡулланма булып һанала[25]. Мәғлүмәт теорияһы мәғлүмәт тапшырыу системаһының сик мөмкинлектәрен һәм уларҙы проектлауҙың һәм техник йәһәттән тормошҡа ашырыуҙың төп асылдарын һәм нигеҙҙәрен өйрәнә[26].
Мәғлүмәт теорияһы менән шартлы белдереү булған сигналдарҙы эшкәртеүҙе тикшергән радиотехника һәм тапшырылған мәғлүмәттең миҡдарын, үҙенсәлектәрен һәм сик нисбәтен билдәләүсе информатика тығыҙ бәйләнештә тора. Мәғлүмәт теорияһының төп бүлектәре — сығанаҡты кодлау (кодҡа һалыу) йәки мәғлүмәтте ҡыҫыу һәм ҡамасауға тотороҡлоҡ тәьмин итеү маҡсатында канал буйынса кодҡа һалыу (канальное (помехоустойчивое) кодирование). Мәғлүмәт математиканың өйрәнеп-тикшереү өлкәһенә инмәһә лә, «мәғлүмәт» һүҙе был фән төшөнсәләрендә лә ҡулланыла: шәхси мәғлүмәт (собственная информация) һәм ике яҡ мәғлүмәте (взаимная информация) ғилми билдәләмәләре мәғлүмәт тәғлимәтенең абстракт (математик) өлөшөндә ҡарала. Шул уҡ ваҡытта математик тәғлимәттә «мәғлүмәт» бары тик абстракт объекттар — осраҡлы дәүмәлдәр менән генә бәйле булһа, мәғлүмәт тураһындағы хәҙерге заман тәғлимәтендә был төшөнсә күпкә киңерәк мәғәнәлә — материаль объекттарҙың бер үҙенсәлеге булыу йәһәтенән танылыу алған.
Был ике бер төрлө төшөнсәнең үҙ-ара бәйләнеше бәхәсһеҙ. Мәғлүмәт тәғлимәте авторы Клод Шеннон нәҡ осраҡлы һандарҙың математик аппаратын тикшеренеүҙәрендә ҡулланған да инде. Ул үҙе «мәғлүмәт» төшөнсәһен ниндәйҙер фундаменталь тип ҡараған һәм интуитив нигеҙҙә мәғлүмәт аныҡ йөкмәткегә эйә тип һанаған. Мәғлүмәт дөйөм билдәһеҙлекте, асыҡ булмағанлыҡты (неопределённость) һәм алдан әйтеп булмағанлыҡты (информационная энтропия) кәметә. Мәғлүмәт дәүмәлен иҫәпләү мөмкинлеге лә бар. Шуның менән бергә ғалим барлыҡ тикшеренеүселәрҙе үҙ тәғлимәтендәге аңлатма һәм төшөнсәләрҙе фәндең башҡа өлкәләренә туранан-тура күсереү ярамағанлығы хаҡында ла иҫкәртә.
Идара итеү теорияһы идара итеүҙең төп ҡанундары өйрәнелә. Кибернетикаға нигеҙ һалыусы Норберт Винер мәғлүмәткә түбәндәгесә аңлатма бирә: «Мәғлүмәт — беҙҙең тышҡы мөхиттән алған мәғлүмәтте билдәләр менән күрһәтеү»[2].
Алгоритмдар теорияһы мәғлүмәтте эшкәртеү өсөн иҫәпләп сығарыусы һәм идара итеүсе алгоритмдарҙы асыҡлай. Хәҙерге фәндә мәғлүмәтте эшкәртеү ысулы булараҡ алгоритмдар төшөнсәһе ХХ быуаттың 20-се йылдарында Э. Пост һәм А. Тьюринг хеҙмәттәрендә килтерелгән. Алгоритмдар теорияһы үҫешенә рус ғалимдары А. Марков менән А. Колмогоров ҙур өлөш индерә.
Семиотика — билдәләр системаһы үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе фәнни теориялар комплексы. Семиотиканың семантика тигән өлөшөндә иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшелгән. Семантика мәғлүмәттең мәғәнәүи йөкмәткеһен өйрәнә. Семантиканың XIX быуатта Г. В. Лейбниц менән Ф. де Соссюр билдәләгән идеяларын аҙаҡтан Ч. Пирс (1839—1914), Ч. Моррис (1901—1979), Р. Карнап (1891—1970) һәм башҡалар формалаштырыған һәм үҫтергән.
Теорияның төп ҡаҙанышы булып формаль семантик телдәге яҙмалағы текстың тәбиғи телдәге мәғәнәһен күҙ алдына килтерергә мөмкинлек биргән семантик анализ аппаратын булдырыу тора. Семантик анализ мәғлүмәтте бер тәбиғи телдән икенсеһенә әйләндереү өсөн тәғәйенләнгән машина тәржемәһе программаһын булдырыу өсөн нигеҙ булып тора.
Нисек итеп расмиләштерелеүҙәренә ҡарамаҫтан, теләһә ниндәй хәбәр, белдереү һәм белешмә — мәғлүмәт йәки төрлө бәйләнеш-мөнәсәбәттәрҙә ҡатнашҡан материаль һәм материаль булмаған объект була. Мәғлүмәтте эшкәртеүҙең һәм тапшырыуҙың технологик мөмкинлектәре үҫеше мәғлүмәттең производствола, идара итеүҙә һәм идеологияла ғына түгел, хатта шәхси мөнәсәбәттәрҙә лә айырым урын алыуына килтерҙе. Мәғлүмәт хәҙерге донъяла тауарға, продукцияға һәм хеҙмәт предметы менән уның объектына әйләнде. Хоҡуҡ мөнәсәбәттәре өлкәһендә ул мәғлүмәт хоҡуғы тип ҡарала. Ҡайһы бер халыҡ-ара хоҡуҡи акттарҙа һәм бәғзе илдәрҙең, шул иҫәптән Рәсәйҙең дә ҡануниәтендә кешенең законды боҙмаған теләһә ниндәй ысул менән мәғлүмәтте ирекле эҙләүгә, алыуға, тапшырыуға, әҙерләүгә һәм таратыуға булған хоҡуғын иғлан ителгән[27].
Матди донъя объекттары гел үҙгәреп тора, һәм был тирә-яҡ мөхит менән энергия алмашыныуҙа сағыла. Эргә-тирәбеҙҙәге бер объекттың торошо үҙгәреүе икенсе объекттың да торошо үҙгәреүенә килтерә. Был күренеш, объекттарҙың ниндәй торошо һәм нисек үҙгәреүенә бер ниндәй бәйләнешһеҙ, бер объекттың икенсе объектҡа сигнал тапшырыуы тип ҡаралырға мөмкин. Объекттың уға сигнал бирелгәндәге үҙгәреше сигналды теркәү тип атала.
Сигнал йәки уларҙың эҙмә-эҙлелеге белдереү (хәбәр, белдермә) барлыҡҡа килтерә. Ул алыусы тарафынан теге йәки был төҫтә һәм төр күләмдә ҡабул ителергә мөмкин. Нәҡ ошо алда телгә алынған сигнал һәм белдереү төшөнсәләрен сифат йәһәтенән дөйөмләштереүсе термин физикала мәғлүмәт була ла инде. Әгәр ҙә сигнал менән белдереүҙәрҙе һан яғынан иҫәпләп була икән — сигналдар һәм белдереүҙәр мәғлүмәттең күләмен үлсәү берәмектәре була тип әйтергә мөмкин.
Бер үк белдереү (сигнал) төрлө иҫәпләү системалары тарафынан бер төрлө түгел, киреһенсә төрлөсә, һәр ҡайһыһы яғынан үҙенсә интерпретациялана. Миҫал өсөн: бер-бер артлы бирелгән бер оҙон һәм ике ҡыҫҡа тауыш сигналы (бигерәк тә уны символдар ярҙамында кодҡа һалғанда -..) Морзе азбукаһында, мәҫәлән, Д (йәғни D) хәрефен аңлатһа, ә төрлө компьютер системаларында иһә — видеокартаның төҙөк булмауын күрһәтә.
Ялған мәғлүмәт — тулы булмаған, йәки тулы, әммә кәрәкле булмаған, йәки тулы, әммә тейешле өлкәнән булмаған мәғлүмәт ярҙамында кемделер яңылышыуға этәреү, алдау. Быны эшләүсенең маҡсаты бер — ул үҙенең оппонентын үҙенә кәрәк булғанса эшләтергә теләй. Ялған мәғлүмәт йүнәлтелгән объект уның был теләген үтәй йәки баш тарта ала.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.