Мәхмәт II
From Wikipedia, the free encyclopedia
Яулап алыусы Мәхмәт II (Фәтих) (ғосм.محمد ثانى Mehmed-i sânî, محمد الفاتح Mehmed ül-Fâtih, төр.İkinci Mehmet, Fatih Sultan Mehmet), шулай уҡ Мәхмәт әл-Фәтих, Бөйөк Мөхәммәт, Яулап алыусы Мөхәммәт (30 март 1432 йыл — 3 май 1481 йыл) — 1444—1446 һәм 1451—1481 йылдарҙа Ғосман империяһы солтаны. Алты йәшенән Манисала идарасы була. 1453 йылдың майында Мәхмәт II ҡулы аҫтындағы ғәскәрҙәр Константинополде ала. Балҡан һуғыштары барышында Сербияны, Герцеговинаны, Албанияны һ. б. яулай. 1467 йылда Мәхмәт II Ҡараман ырыуынан мәмлүк хакимдары — Аҡ Ҡуйлылар — Мәмлүк биләмәләренә яҡынлаша. 1479 йылда Мәхмәт II Албанияның ҙур территорияһына хужа булып торған венециандарға ҡаршы яу менән бара. Мәхмәт II Шкодер (Ишкодра) һәм Круя (Акчахисар) ҡәлғәләрен ҡамай, бынан һуң венециандар солох тәҡдим итә.
Мәхмәт II ғосман. فاتح سُلطان محمد | |
Дине: | Ислам |
---|---|
Тыуған: | 30 март 1432 Әдирнә, Ғосман империяһы |
Үлгән: | 3 май 1481[1][2][3] (49 йәш) Гәбзә, Ҡожаэли, Төркиә |
Ерләнгән: | Фәтих мәсете |
Династия: | Ғосмандар[d] |
Атаһы: | Мурад II |
Әсәһе: | Хюма-хатун[d] |
Супруг: | Эмине Гюльбахар-хатун[d], Гиульшах Хатун[d], Ситти Мюкриме Хатун[d], Чичек Хатун[d] һәм Елена Палеолог[d] |
Балалары: | Баязид II[d] Джем[d] Гәүһәр-хатун Шехзаде Мустафа (сын Мехмеда II)[d] |
Автограф: | |
Туғраһы: | |