![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/e/e4/Median_Empire.svg/langba-640px-Median_Empire.svg.png&w=640&q=50)
Мидия
боронғо көнсығыш дәүләте / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ми́дия (грек. Μηδία, иҫке фарсы телендә Māda, ассирий вавилон телдәрендә Mādāya[1]) — боронғо көнсығыш дәүләте, шулай уҡ Ирандың көнбайышындағы, Аракс йылғаһы һәм төньяҡҡтағы Эльбурс тауҙарынан көньяҡтағыФарсы (Фарс) сигенә тиклем, көнбайыштағы Загрос тауҙарынан көнсығыштағы Деште-Кевир сүллегенә тиклемге боронғо этнографик өлкә, унда иран телле[2] ҡәбиләләр көн итә. Мидия батшалығы беҙҙең эраға тиклем 670 йылдан — 550 йылғаса йәшәй һәм сәскә атҡан йылдарында этник Мидия сигенән территорияһы байтаҡҡа ҙурыраҡ була.
Мидия | |
Административ үҙәк | Экбатана[d] |
---|---|
Идара итеү формаһы | монархия |
Дәүләт башлығы | Бөйөк Кир II |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Әһәмәниҙәр дәүләте |
Алмаштырылған | Джибаль[d] |
Ҡулланылған тел | мидия теле[d] |
Башланыу датаһы | б. э. т. 672 |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | б. э. т. 550 |
![]() | |
![]() |
Мидия ҡәбиләләренең икенсе төрлө атамаһы — арийҙар (Геродот. VII, 62); улар үҙҙәрен шулай тип атап йөрөткән тигән фараз бар. Мидиялыларҙың изге яҙмаларында «Арийҙар иле» (авест.авест. Airyanam DahyunamAiryanam Dahyunam) тураһында яҙыла.