Мари (боронғо ҡала)
боронғо Шумерҙағы ҡала-дәүләт From Wikipedia, the free encyclopedia
боронғо Шумерҙағы ҡала-дәүләт From Wikipedia, the free encyclopedia
Мари — Евфрат буйында Сүриәлә беҙҙең эраға тиклем III—II мең йыллыҡта йәшәгән ҡала-дәүләт. Шумер ҡалаларының иң көнбайыштағыһы. Харабалары — хәҙерге Әбү-Кәмал ҡалаһы эргәһендәге Телль-Харири ҡаласығы — иң башта 1933 йылда Лувр археологтары төркөмө тарафынан тикшерелә. Мариҙың батша архивы Дамаск менән Хәлеб музейҙарына күсерелә. Мариҙың күп кенә артефакттары Луврҙа ла күрһәтелә.
Мари | |
Культура | Семиттар |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Сүриә |
Административ-территориаль берәмек | Абу-Кемаль[d] һәм Дейр-эз-Зор[d] |
Асыу датаһы | 1933 |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | б. э. т. 1759 |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Майҙан | 600 дёнюм |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iii)[d] һәм (vi)[d] |
Руководитель раскопок | Андре Парро[d] һәм Жан Клод Маргерон[d][1] |
Мари Викимилектә |
Мари номы Евфраттың урта ағымындағы үҙәндә, Түбәнге Месопотамиянан ситтә, ята. Һөрөнтө ерҙәр әҙ булһа ла, ҡала Сүриәнең ылыҫлы урмандарына, Кесе Азияның баҡыр һәм көмөш рудниктарына, Һабур йылғаһы үрендәге һәм Сүриәнең Оронт йылғаһындағы уңдырышлы ерҙәргә, Тигрҙың башынан төньяҡ йүнәлешендәге обсидиан табылған ерҙәргә илткән юлдарҙың хужаһы була. Иртә династия осороноң өсөнсө этабына ул үҙ аллы дәүләт була. Мари Ике йылға араһының көньяғы менән тығыҙ мәҙәни бәйләнештә йәшәһә лә, унда шумерҙар әҙ була. Ҡала халҡы башлыса семитса һөйләшә. Мариҙың йәмәғәт илаһы Даган һәм йәнә, моғайын, Иштар була.
Эбла менән йөҙ йыллыҡ һуғыш ваҡытында Мари лугале Саʿуму эблаиҙарҙың ерҙәрен баҫып ала, әммә беҙҙең эраға тиклем XXV быуаттың уртаһында Эбла батшаһы Кун-Даму Мариҙы ҡыйрата.
Иртә династия осороноң өсөнсө этабы башында Мариҙан Ике йылға араһының көньяғына сапҡын яһала.
6 батша — 136
Аккадтың баҫып алыуы (б.э.т. XXIV—XXIII быуаттар)
Урҙың III династияһының баҫып алыуы (б.э.т. XXII—XXI быуаттар)
Беҙҙең эраға тиклем XXI быуат аҙағында Мари бойондороҡһоҙлоғон тергеҙә.
Беҙҙең эраға тиклем 1758 йылда Мари Бабил батшаһы Хаммурапи тарафынан яулана. Бынан һуң үҙ аллылығын ҡайтара алмай.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.