еңел атлетика дисциплинаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Марафо́н (грек. Μαραθών, Marathṓn) — еңел атлетика дисциплинаһы, 42 километр 195 метр (26 миль 385 ярд) дистанцияға йүгереүҙән ғибәрәт. Донъяның төп марафондары Халыҡ-ара марафондар һәм йүгереү ярыштары ассоциацияһы (AIMS) эгидаһы аҫтында һәм ул эшләгән ҡағиҙәләр буйынса үткәрелә. AIMS ҡағиҙәләре Халыҡ-ара еңел атлетика федерациялары ассоциацияһы (IAAF) тарафынан раҫланған.
Марафон | |
Спорт төрө | Еңел атлетика |
---|---|
Рекорд | Келвин Киптум[d][1] |
Кем хөрмәтенә аталған | битва при Марафоне[d] |
Дистанция | 42,195 km |
Һештег | marathon |
Марафон 1896 йылдан — ирҙәрҙең, 1984 йылдан ҡатын-ҡыҙҙарҙың еңел атлетика программаһына ингән олимпия дисциплинаһы.
Марафон ярыштары шоссела үтә, ләкин марафон тигән һүҙҙе йышыраҡ, оҙон дистанцияларға йүгереүҙән айырмалы, тигеҙһеҙ ерҙән йә экстремаль шарттарҙа оҙайлы йүгереүгә ҡарата ҡулланалар. Уларҙың дистанциялары «классик» дистанциянан ныҡ айырылырға мөмкин.
Марафон дистанцияһының яртыһы, ярыммарафон, шоссела йүгереүҙә киң таралған аралыҡ булып тора, уның буйынса айырым уҙыштар һәм донъя беренселектәре үткәрелә, донъя рекордтары теркәлә.
Марафон дистанцияһының сиреге, сирек марафон, еңел атлетиканың рәсми дисциплинаһы түгел, әммә 2010-сы йылдар башынан донъя һәүәҫкәр йүгеректәре уға ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Сирек марафондар традицион марафон һәм ярыммарафон сиктәрендә төп ярыштар менән йәнәш үткәрелә.
Легенда буйынса, Фидиппид[2] исемле грек яугире (башҡа сығанаҡтарҙа — Филиппид[3]) беҙҙең эраға тиклем 490 йылда Марафон эргәһендә булған алыштан һуң гректарҙың еңеүе тураһында хәбәр итеү өсөн Марафондан Афинаға тиклем туҡтамай йүгерә. Афинаға килеп еткәс, ул: «Афиналылар, шатланығыҙ, беҙ еңдек!» тип ҡысҡыра ла йығылып үлә. Был легенданы раҫлаған документаль сығанаҡтар юҡ. Геродот буйынса, Фидиппид (грек. Φειδιππίδης) Афинанан Спартаға ярҙам һорарға ебәрелгән әҙәм була һәм 230 км араны ике көндән дә аҙыраҡ ваҡытта үтә. Уның Марафондан Афинаға йүгереп барыуы тураһындағы легенда тәүләп Плутархтың «Афинаның даны»[4] тигән эссеһында беҙҙең эраның I быуатында (ысынлап булған ваҡиғаларҙан һуң 550 йылдан ашыу ваҡыт үткәс) хикәйәләнә.
Халыҡ-ара олимпия комитеты 1896 йылда яу булған яландан Афинаға тиклемге аралыҡты үлсәй; ул 34,5 километр булып сыға. Хәҙерге осорҙоң 1896 йылда үткән беренсе уйынында һәм 2004 йылғы Олимпиадала марафон йүгереүе Марафондан Афинаға тиклем оҙонлоҡтағы дистанцияла үтә.
Бындай араға йүгереү фекерен француз филологы Мишель Бреаль тәҡдим итә, ул был дисциплинаның Афиналағы 1896 йылғы беренсе Олимпия уйындары программаһына индерелеүен теләй. Был идеяны хәҙерге Олимпия уйындарына башланғыс һалған Пьер де Кубертен да, грек ойоштороусылары ла хуплай. Грецияла беренсе һайлап алыу марафоны үткәрелә, унда был араны 3 сәғәт тә 18 минутта үткән Харилаос Василакос еңә. Грек тамашасыһын ныҡ ҡыуандырып, һайлап алыу ярышында бишенсе булып килгән грек һыу ташыусыһы Спиридон Луис беренсе Олимпия уйындарының еңеүсеһе була, дистанцияны ул 2 сәғәт 58 минут 50 секундта үтә. Легендар йүгереккә хатта юлда сағында Халандри (Chalandri) ауылы эргәһендә туҡтап, ағаһы биргән бер стакан шарапты эсеп алыу ҙа ҡамасауламай. Йәйге Олимпия уйындары программаһына ҡатын-ҡыҙҙар марафоны беренсе тапҡыр 1984 йылда (Лос-Анджелес, АҠШ) индерелә.
Йыл | Оҙонлоғо, км | Оҙонлоғо, миль |
---|---|---|
1896 | 40 | 24,84 |
1900 | 40,26 | 25,02 |
1904 | 40 | 24,85 |
1906 | 41,86 | 26,01 |
1908 | 42,195 | 26,22 |
1912 | 40,2 | 24,98 |
1920 | 42,75 | 26,56 |
1924 йылдан | 42,195 | 26,22 |
Үтелергә тейешле ара тәүҙә төрлө оҙонлоҡта була, сөнки ярышҡа сыҡҡан бөтә спортсыларҙың бер үк маршрутты үтеүе генә мөһим тип иҫәпләнелә. Олимпия марафонының оҙонлоғо мәсьәләһе һәр уйында айырым хәл ителә.
Беренсе Олимпия уйындарында дистанция — 40 км, 1908 йылдағы Лондон Олимпиадаһында — 26 миль 385 ярд (42 км 195 м), 1912 йылда —40,2 км, 1920 йылғы Олимпиадала — 42,75 км. Тәүге ете Олимпиадала марафон дистанцияһы оҙонлоғо алты төрлө була: 40-тан 42,75 километрға тиклем (ике тапҡыр — 40 км).
42,195 км оҙонлоғондағы дистанция марафон йүгереүенең рәсми оҙонлоғо итеп 1921 йылда Халыҡ-ара һәүәҫкәр еңел атлетика федерацияһы (хәҙерге IAAF) тарафынан раҫлана.
Хәҙерге замандың беренсе Олимпия уйындарынан башлап (1896 йыл) ирҙәр марафоны еңел атлетика программаһының иң һуңғы ваҡиғаһы булып тора, ул Олимпиаданың төп стадионында тамамлана, финишы йыш ҡына Уйындарҙың ябылыу тантанаһы алдынан бер нисә сәғәт элек, хатта был тантананың бер өлөшө булырлыҡ итеп ойошторола.
Ярышты үткәреү ҡағиҙәләрен Халыҡ-ара марафондар һәм йүгереү ярыштары ассоциацияһы (AIMS) эшләгән. Уларҙы Халыҡ-ара һәүәҫкәр еңел атлетика федерацияһы (IAAF) ҡабул иткән. Шулай итеп, марафон үткәреү ҡағиҙәләре Халыҡ-ара һәүәҫкәр еңел атлетика федерацияһының шоссела йүгереү буйынса дөйөм ҡағиҙәләренә буйһона. Донъя рекордтары һәм башҡа ҡаҙаныштар секундҡа тиклем теүәллек менән теркәлә. IAAF сертификатлаған дистанцияның ҡалҡыу урындарының бейеклек айырмаһы 1/1000-ҙән, йәғни 1 километрға 1 метрҙан артыҡ булырға тейеш түгел. Барлыҡ дистанцияла аралашып килгән бөтә ҡалҡыу урындар йәмғеһе 42 метрҙан ашып китһә, был марафондың күрһәткестәре рәсми түгел тип табыла, ә донъя рекордтары ратификацияланмай. Ҡалҡыу урындар тейешленән бейегерәк булғанлыҡтан IAAF стандарттарына тап килмәгән тип табылған иң билдәле марафондар — Бостон марафоны (136,29 м) һәм Лос-Анджелес марафоны (121,94 м). Дистанция оҙонлоғо — 42 195 метрҙан кәм дә, ошо оҙонлоҡтоң 0,1 процентынан (42 метрҙан) күберәккә артыҡ та булырға тейеш түгел[5].
Коммерция марафондары бер юлы күмәк старт системаһы буйынса үткәрелә. Ләкин ғәмәлдә старт һыҙығын бөтә ҡатнашыусыларҙың бер юлы үтеүе мөкин түгел, быға бер нисә минут талап ителә. Шунлыҡтан ойоштороусыар AIMS сертификатлаған ярыштарҙа ҡатнашыусыларға старт һыҙығын үтеүҙе теркәгән электрон чип беркетә. Финишҡа еткән һәр ҡатнашыусының финиш факты ғына түгел, аралыҡ һөҙөмтәләре лә, йәғни ваҡыт «брутто»һы һәм «нетто»һы ла иҫәпкә алына: һөҙөмтә старт мәленән алып һәм старт һыҙығын киҫеп үтеү мәленән алып һанала. Йомғаҡлау таблицаһында һөҙөмтәләр «брутто» ваҡытының артыу тәртибе буйынса урынлаштырыла — ул рәсми ваҡыт була[6][7]. Ҡатнашыусының дипломында «нетто» ваҡыты ла күрһәтелергә мөмкин.
2004 йылдың 1 ғинуарына тиклем IAAF тарафынан донъя рекордтары рәсми танылмай. Шуға тиклем «иң яҡшы марафон һөҙөмтәләренең» (World Bests) статистикаһы алып барыла. 2002 йылда AIMS үҙенең ҡағиҙәләренә бер аҙ төҙәтмә индерә һәм ИААФ-ҡа шуны белдерә: әгәр ИААФ 2003 йылда сираттағы конгреста AIMS рекордтарын донъя рекордтары итеп раҫламаһа, AIMS үҙенең донъя рекордтары исемлеген раҫлаясаҡ. 2003 йылдың 21 авгусында ИААФ сираттағы конгресында шоссе буйлап йүгереү, шул иҫәптән марафон йүгереүе буйынса донъя рекордтарын таный. Был, әлбиттә, AIMS-тың мөһим ҡаҙанышы булып тора[8].
Иң яҡшы ҡаҙаныш донъя рекорды тип танылһын өсөн, марафон дистанцияһы ИААФ стандарттарына тап килергә тейеш. Ләкин марафон маршруттары профиле, диңгеҙ кимәленә ҡарата бейеклеге һәм япмаһының сифаты буйынса һаман ныҡ айырыла, шуға сағыштырыу етерлек кимәлдә объектив тип танылмай. Ҡағиҙә булараҡ, диңгеҙ кимәленән әллә ни бейек булмаған тигеҙ урында, уңайлы һауа торошо шарттарында һәм пейсмейкерҙар (йүгереү темпы буйынса өлгө булған йүгеректәр) ҡатнашлығында үткән марафондар айырыуса һәйбәт тиҙлек менән үтә.
Ирҙәр араһында донъя рекорды — 2:02.57, уны 2014 йылдың 28 сентябрендә Берлин марафонында 30 йәшлек Кения йүгереге Деннис Киметто ҡуя.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы иң яҡшы донъя һөҙөмтәһен 2003 йылдың 13 апрелендә Лондон марафонында Бөйөк Британия йүгереүсеһе Пола Рэдклиф күрһәтә — 2:15:25; был күрһәткес ир пейсмейкерҙар ярҙамында өлгәшелә. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында пейсмейкер ирҙәр ҡатнашлығынан тыш өлгәшкән иң яҡшы күрһәткес — 2:17:1, уға 2017 йылда Лондон марафонында Кения йүгереге Мэри Кейтани өлгәшә[9].
Ваҡыты | Исем-шәрифе | Ил | Дата | Марафон |
---|---|---|---|---|
2:02.57 | Деннис Киметто |
Кения | 28 сентябрь 2014 | Берлин марафоны |
2:03.03 | Кенениса Бекеле |
Эфиопия | 25 сентябрь 2016 | Берлин марафоны |
2:03.05 | Элиуд Кипчоге | Кения | 24 апрель 2016 | Лондон марафоны |
2:03.13 | Эммануэль Мутаи | Кения | 28 сентябрь 2014 | Берлин марафоны |
2:03.13 | Уилсон Кипсанг |
Кения | 25 сентябрь 2016 | Берлин марафоны |
2:03.38 | Патрик Макау |
Кения | 25 сентябрь 2011 | Берлин марафоны |
2:03.46 | Гуйе Адола |
Эфиопия | 24 сентябрь 2017 | Берлин марафоны |
2:03.51 | Стэнли Бивотт |
Кения | 24 апрель 2016 | Лондон марафоны |
2:03.59 | Хайле Гебреселассие |
Эфиопия | 28 сентябрь 2008 | Берлин марафоны |
2:04.11 | Тамират Тола |
Эфиопия | 20 ғинуар 2017 |
Дубай марафоны |
Ваҡыты | Исем-шәрифе | Ил | Дата | Марафон |
---|---|---|---|---|
2:15.25 | Пола Рэдклифф |
Бөйөк Британия | 13 апрель 2003 | Лондон марафоны |
2:17.01 | Мэри Кейтани |
Кения | 23 апрель 2017 | Лондон марафоны |
2:17.56 | Тирунеш Дибаба |
Эфиопия | 23 апрель 2017 | Лондон марафоны |
2:18.47 | Катрин Ндереба |
Кения | 7 октябрь 2001 | Чикаго марафоны |
2:18.58 | Тики Гелана |
Эфиопия | 15 апрель 2012 | Роттердам марафоны |
2:19.12 | Мизуки Ногути |
Япония | 25 сентября 2005 | Берлин марафоны |
2:19.19 | Ирина Микитенко |
Германия | 28 сентября 2008 | Берлин марафоны |
2:19.25 | Глэйдис Чероно |
Кения | 27 сентября 2015 | Берлин марафоны |
2:19.31 | Аселефеш Мергиа |
Эфиопия | 27 ғинуар 2012 | Дубай марафоны |
2:19.34 | Люси Кабуу |
Кения | 27 ғинуар 2012 | Дубай марафоны |
Даими тиҙлек һәм организмдағы һыу миҡдарын һаҡлау — марафон йүгергәндәге ике мөһим шарт. Марафон трассаһында (ҡағиҙә булараҡ, 5 км һайын) йүгереүселәргә һыу, энергетик эсемлек һәм ризыҡ (банан, киптерелгән емештәр һ.б.) тәҡдим итеү пункттары урынлашҡан.
Хатта әҙерлекле кеше өсөн дә марафон йүгереү — бик ҡатмарлы физик көсөргәнеш, уңышҡа өлгәшер өсөн уға алдан әҙерләнергә кәрәк. Марафон ойоштороусы спорт йәмғиәттәренең йүгереү мәктәптәре була, улар марафон йә ярыммарафон йүгереү өсөн кешене махсус әҙерләй. Кәм тигәндә ярты йыл әҙерләнергә тәҡдим ителә. Күнекмәләр кислород үҙләштереүҙе яҡшыртыу, мускулдарҙы нығытыу, организмды оҙайлы физик көсөргәнешкә өйрәтеү маҡсатын ҡуя.
Әҙерлек барышында оҙон араларға йүгереү организмдың майҙы һөҙөмтәле тотоноу, мускулдарҙа гликоген туплау һәләттәрен арттыра. Күнекмә ваҡытында марафон дистанцияһына йүгереү тәҡдим ителмәй, сөнки унан һуң организм элекке хәленә ҡайтһын өсөн күп ваҡыт кәрәк була. Ғәҙәттә әҙерлек аҙағына йүгереп үтелә торған иң оҙон дистанция 35 километрҙан артмай. Марафонға бер ай самаһы ҡалғас, күнекмәләр темпын әкренәйтәләр, ә марафон алдындағы һуңғы аҙнала һәүәҫкәр йүгереүселәргә ҡыҫҡа араларға ғына (5-10 км) йүгерергә рөхсәт ителә[12][13][14].
Ғәҙәттәге әҙерлекһеҙ кешенең тәнендә 380 г (1500 ккал) самаһы гликоген була. Интенсив йүгергәндә сәғәтенә 600—800 ккал сарыф ителә, был запас тулыланмаһа, ике сәғәттән организм уларҙы тулыһынса тотоноп бөтә (һынылыш мәле ғәҙәттә марафондың 30-сы километры тирәһендә була), һәм ҡанда шәкәр кимәле төшә. Ошо арҡала бик ныҡ арыу һәм хәлһеҙлек хисе тыуа, аяҡтар бүрәнәгә әйләнә. Был фазала организм май запастарын тотона башлай, әммә быға бер аҙ ваҡыт кәрәк була, өҫтәүенә, май — һөҙөмтәле «яғыулыҡ» түгел. Күнекмәләр үтеү һәм махсус туҡланыу гликоген запасын 800 грамға (3500 ккал) еткерә ала. Спортсыларҙың күбеһе ғәҙәттә углеводлы диета ултыра, ә ярыш алды кисендә күп итеп макарон ашау марафонсылар менән триатлеттар араһында йолаға әүерелгән тиерлек[15]. Ярыш алдындағы көндә интенсив күнекмә менән ҡәҙимге диета тәҡдим иткән тикшеренеүселәр ҙә бар[16].
Гвоздь программы — марафон, |
Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн старт ваҡытының һәм дистанция профиленең дөрөҫ һайланыуы зарур[17] Марафон өсөн ҡулай температура — 14—16 °С тирәһе. Һауа температураһы шунан юғарыраҡ булһа, һөҙөмтә температураның һәр градусына ҡарата уртаса 40—60 секундҡа насарлана[18]. Температура +18 °C-тан юғары булһа, ул ҡайһы бер категория йүгеректәр өсөн хәүефле тип һанала, ә +28 °C-тан юғары температурала ярыш үткәрелмәй.[19]. Организмдың үтә ҡыҙыуы — марафонсы өсөн төп хәүеф. Ләкин һауаның юғары температураһы һәм ҡояш эҫеһе организмдың үтә ҡыҙыуы өсөн хәл иткес шарттар түгел. Йүгереүсе организмында йылылыҡ көйләнеүе тәндең елләүе һәм тирләү ярҙамында башҡарыла. Бының өсөн махсус экипировка, дистанцияла һыу эсеү, дөрөҫ йүгереү тактикаһы һәм стратегияһы ҡулланыла.
Күпселек билдәле марафонсыларҙың старты календарь датаһына ныҡлы бәйләнгән һәм алдан уҡ тәғәйенләп ҡуйылған була. Ғәҙәттә маршрут та даими. Һауа торошон алдан күрәҙәләү мөмкин түгел. Ғәҙәттә, уртаса бүлкәттәге илдәрҙә марафон ярыштары — яҙ йә көҙ, ә эҫе климатлы илдәрҙә (мәҫәлән, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Дубай марафоны) ҡыш үткәрелә.
Коммерция марафондары өсөн стартты төшкә тиклем сама менән иртәнге 8:30—11:00 сәғәт тирәһендә биреү ҡабул ителгән[20]. Коммерцияға ҡарамаған ярыштар программаһында марафон старты ғәҙәттә ярыштарҙың дөйөм селтәренә һәм асыу йә ябыу тантанаһына бәйле була. Был осраҡта старт төштән һуң да бирелеүе лә ихтимал.
Марафон төрҙәре:
Йәнә экстремаль марафондар була — мәҫәлән, Төньяҡ ҡотоптағы[22], сүллектәге, тауҙарҙағы һ. б. марафондар. Шулай уҡ спорт көс һынашыуы түгел, ә хәйриә йә реклама маҡсаттарындағы марафон ярыштары (ингл. fun-runfun-run) ойошторола.
Шоссела үткән ярыштарҙың, еңел атлетиканың стадион дисциплиналарынан айырмалы, үҙ графигы бар. Коммерция марафондары күп осраҡта һәйбәт һауа торошо хас булған март-апрелдә һәм сентябрь-октябрҙә үткәрелә. Бындай ярыштарҙың программаһына инвалид коляскаларындағы спортсыларҙың ярыштары һәм башҡа цикллы спорт дисциплиналары ингеләй[23].
Коммерция марафондарында, ҡағиҙә булараҡ, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ярышы бер үк көндө, бер үк сәғәт эсендә, хатта ҡайһы ваҡытта бергә лә старт ала[24].
Шоссела йүгереү дисциплиналарынан тик марафон ғына олимпия программаһына индерелгән. Донъя кимәлендәге марафонсылар йылына ике-өс тапҡырҙан артыҡ стартҡа сыҡмай. Улар ҡатнаша торған ярыштарҙы ентекле һайлай, һәм коммерцияға ҡарамаған ярыштар йыш ҡына уларҙың графигына инмәй[25].
Йыл һайын донъяның төрлө илендә 800-ләп марафон уҙышы үткәрелә. Европаның тәүге марафондарынан Кошица марафоны (Словакия) 1924 йылдан башлап үткәрелә. IAAF-тың айырыуса абруйлы марафондарына махсус статус (лейбл) бирелә: Алтын, Көмөш йә Бронза лейблдар.
Күп кеше ҡатнашлығында үтә торған абруйлы Бостон, Нью-Йорк, Чикаго, Лондон, Токио һәм Берлин марафондары World Marathon Majors серияһына инә һәм Алтын лейблға эйә. Уларҙа профессиональ марафонсылар өсөн донъя кубогы этаптары үтә. Ҡатнашыусылар һаны стартта 30 мең һәм унан да артыҡ була. Башҡа билдәле марафондар (Silver Label): Роттердам марафоны, Амстердам марафоны, Вашингтон марафоны, Гонолулу марафоны, Лос-Анджелес марафоны, Рим марафоны һәм Париж марафоны.
Донъяның иң эре марафондарында еңеүселәргә юғары приздар түләнә. Мәҫәлән, Бостон марафонының приз фонды 2008 йылда 796 000 USD була, еңеүсегә шул сумманан 150 000 USD түләнә[26]. Берлин марафонында ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүселәр 2012 йылда $500 меңәр ала[27].
Һәүәҫкәр йүгеректәр өсөн абруйлы марафондарҙа билдәле атлеттар менән бергә ҡатнашыу ғына ла шөһрәтле һанала. Ләкин ҡайһы бер абруйлы марафондарҙа, бөтә теләгәндәрҙе лә ҡатнаштырыу мөмкинлеге булмағанлыҡтан, кандидаттар араһында лотерея үткәрелә йә квалификация нормативтары индерелә.
Рәсәйҙә йыл һайын 50-ләп марафон үткәрелә. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә марафон хәрәкәте донъя кимәленән күпкә артта ҡала. Финишҡа килеп еткән ҡатнашыусылар һаны[28] буйынса фекер йөрөткәндә, иң эре марафондар: Мәскәү марафоны, Мәскәү халыҡ-ара тыныслыҡ марафоны, Аҡ төндәр һәм Себер халыҡ-ара марафоны. Себер халыҡ-ара марафоны 2011 йылда AIMS версияһы буйынса донъяның иң яҡшы 50 марафоны исемлегенә индерелгән[29] һәм 2011 йылдың аҙағында Рәсәй марафондары араһында беренсе булып Road Race Bronze ИААФ статусын алған[30].
АҠШ-та, Рәсәйҙә (СССР), Кенияла, Эфиопияла, Японияла һәм Европа илдәренең күбеһендә етди марафон мәктәптәре бар.
Абебе Бикила (Эфиопия) һәм Вальдемар Церпински (ГДР) ике тапҡыр олимпия чемпионы була. 1952 йылда Эмиль Затопек (Чехословакия), 5000 м, 10 000 м һәм марафонда бөтәһе өс алтын миҙал яулап, уникаль ҡаҙанышҡа өлгәшә. Ә был ярышта ул марафонды ғүмерендә беренсе тапҡыр йүгергән була. Дүрт тапҡыр олимпия чемпионы Лассе Вирен 1976 йылда Затопектың уңышын ҡабатларға итә, әммә финишҡа бишенсе булып килә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.