![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/9/90/Leningrad_Siege_May_1942_-_January_1943.png/640px-Leningrad_Siege_May_1942_-_January_1943.png&w=640&q=50)
Ленинград блокадаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ленинград блокадаһы — Ленинградтың (хәҙерге Санкт-Петербург) Бөйөк Ватан һуғышыйылдарында немец, фин[1] һәм испан (Зәңгәр дивизия) ғәскәрҙәре менән Төньяҡ Африка, Европа һәм Италия хәрби-диңгеҙ көстәре ҡатнашлығындағы хәрби блокадаһы. 1941 йылдың 8 сентябренән 1944 йыл>дың 27 ғинуарына (блокада ҡулсаһы 1943 йылдың 18 ғинуарында өҙөлә) — 872 көн (тәүге һәм һуңғы көнө менән бергә) дауам итә. Әҙәбиәттә шулай уҡ 871 һаны ла осрай [2].
Ленинград блокадаһы | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Урын | Санкт-Петербург |
Башланыу датаһы | 8 сентябрь 1941 |
Тамамланыу датаһы | 27 ғинуар 1944 |
Оҙайлылыҡ | 872 тәүлек |
Эра | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Порядок битвы | Defence forces of Leningrad beginning December 1941[d] |
![]() |
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/f5/RIAN_archive_907_Leningradians_queueing_up_for_water.jpg/320px-RIAN_archive_907_Leningradians_queueing_up_for_water.jpg)
Блокада башланғанда ҡалала ҡамауҙа оҙайлы ваҡытҡа етерлек аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ булмай. Ленинград менән берҙән-бер бәйләнеш юлы булып Ладога күле аша һалынған маршрут тора. Ул дошмандың артиллерияһы, авиацияһы һәм хәрби-диңгеҙ көстәре һөжүме аҫтында тора. Был транспорт артерияһы аша индерелгән нәмәләр ҡала халҡы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек күләмдә булмай. Һөҙөмтәлә Ленинградта башланған аслыҡ, ҡыштың айырыуса сасҡау булыуы, транспорт һәм йылытыу системаһындағы проблемалар халыҡ араһында йөҙҙәрсә мең кешенең үлеүенә килтерә.
1943 йылдың ғинуарында Ленинград блокадаһы өҙөлгәндән һуң да дошман ғәскәре һәм флоты уны 1944 йылдың ғинуарына тиклем ҡамауҙа тота. 1944 йылдың ғинуар — февралендә совет ғәскәрҙәре Ленинград-Новгород операцияһын үткәрә, һөҙөмтәлә дошман ҡаланың көньяҡ сигенән 220—280 километрға сигенергә мәжбүр була. 1944 йылдың июнь — авгусында совет ғәскәрҙәре Балтик флоты һәм авиация ярҙамында Выборг һәм Свирск-Петрозаводск операциялары үткәрә, 20 июндә — Выборгты, ә 28 июндә Петрозаводскты ала. 1944 йылдың сентябрендә Гогланд утрауы азат ителә. Диңгеҙ юлы миналар менән уратып алынғанлыҡтан, уның аша ҡалаға 1946 йылда ғына үтеү мөмкин була.
1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында блокадалағы Ленинградты һаҡлаусылар күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн аҫырай, СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 майындағы указына ярашлы, Ленинградҡа «Герой-ҡала» исеме бирелә[п 1].
27 ғинуар Рәсәйҙең хәрби дан көнө — Ленинградты фашист блокадаһынан тулыһынса азат итеү көнө (1944 йыл) булып тора[3].