Лахти
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Лахти (фин. Lahti — «ҡултыҡ», швед.Lahtis) — Финляндияла ҡала һәм коммуна, Көньяҡ Финляндия губернаһында Пяйят-Хяме провинцияһының административ үҙәге. Пяйянне күлдәре системаһына ингән Весиярви күленең көньяҡ өлөшөндә ҡултыҡ яры буйында урынлашҡан. Халҡы һаны 102 000 кеше тәшкил итә (2011).
Лахти тәүге тапҡыр 1445 йылғы документтарҙа Холлола улусының ауылы булараҡ телгә алына. Шул ваҡыттағы сауҙа юлында — Үрге Выборг юлында (фин.Ylinen Viipurintie) урынлашҡан[15], ул Хямеэнлинн һәм Выборгты тоташтырған. 1558 йылғы Хяменың Ер китабында Лахти ауылында 24 йорт бар тип телгә алына.
1905 йылда Лахти ҡала статусын ала, унда өс меңдән кәм булмаған халыҡ йәшәй.
Мется-Хеннала исеме аҫтындағы ҡаланың тарихи өлөшөндә (фин. Metsä-Hennala) урыҫ сиркәүе урынлашҡан, ул ҡаланы төҙөй башлаған ваҡыттан алып һаҡланған һәм рус армияһының Император атлы полктарының урынлашыуы өсөн Хеннала хәрби гарнизонын төҙөү ваҡытында 1910—1912 йылдарҙа төҙөлгән. Рус офицеры Н. Г. Пушкаревтың 1914 йылғы ҡәберлеге һаҡланған. 1917 йылғы рус революцияһы (февраль һәм октябрь) һәм 1918 йылдағы Көньяҡ Финляндияға һәм Лахтиға ҡағылған фин граждандар һуғышы ваҡиғалары менән бәйле сиркәү тураһында мәғлүмәттәр юғала.
Лахти климаты көслө диңгеҙ йоғонтоһо менән уртаса континенталь. Ҡыш оҙон һәм һалҡын (әммә үҙенең киңлеге өсөн йомшаҡ), уртаса температура −5 °C алып −8 °C тиклем, йәй ҡыҫҡа, әммә шаҡтай йылы — 16-19 °C. Рекордлы күрһәткестәр ҡышҡы осорҙа −38 °C һәм йәйге осорҙа 35 °C.
Ҡала Финляндияла халҡы һаны буйынса һигеҙенсе урында тора[16]
Лахти халҡының үҫеше, 1906—2008 | |||
---|---|---|---|
Йыл | Халыҡ | Йыл | Халыҡ |
1906 | 2779 | 1965 | 829 79| |
1910 | 5996 | 1970 | 393 88 |
1915 | 4974 | 1975 | 862 94 |
1920 | 5212 | 1980 | 94 767 |
1925 | 8315 | 1985 | 447 94 |
1930 | 10 083 | 1990 | 151 93 |
1935 | 167 21 | 1995 | 95 119 |
1940 | 757 24 | 2000 | 921 96 |
1945 | 725 33 | 2005 | 349 98 |
1950 | 571 43 | 2006 | 413 98 |
1955 | 112 48 | 2007 | 236 99 |
1960 | 210 65 | 2008 | 100 095 |
Сәнәғәте: ағас эшкәртеү, туҡыу, аяҡ кейеме, быяла, аҙыҡ-түлек. Бынан тыш, Лахти ҡалаһында ҡорамалдарҙы иретеп йәбештереү заводы бар, ҡорамалдарҙы Kemppi маркаһы аҫтында сығара. Pilkington концерн заводы эшләй[17].
Лахтила йыл һайын халыҡ-ара джаз һәм орган музыкаһы фестивале үткәрелә, плакаттар күргәҙмәһе, яҙыусылар һәм шағирҙар семинары үтә. Инде бер нисә йыл дауамында июлдә «Lahden Yöt 2016 йыл 9 ноябрь архивланған.» («Лахти төндәре») ҡала фестивале үтә.
2003 йылдан ҡалала хип-хоп һәм регги Summer Up музыка фестивале уҙғарыла, унда бер нисә тиҫтә мең кеше йыйыла[18]
Дирижер Осмо Вянска етәкселегендәге «Лахти симфонияһы» оркестры илдә, шулай уҡ сит илдә лә киң билдәле.
Лахтила Төньяҡ Европала иң ҙур булған концерт залы һәм ағастан конгресс-холл — Сибелиус Залы (фин. Sibeliustalo, арх. Раймо Рясанен) урынлашҡан. Унда даими Лахти симфоник оркестры уйнай (фин. Sinfonia Lahti). 2006 йылдың октябрендә шунда формаль булмаған Рәсәй-ЕС саммиты үтә[19].
Лахти халыҡ-ара масштабтағы саңғы спорты «Салпаусселян кисат» (фин. Salpausselan kisatSalpausselan kisat, ингл. Ski Lahti) буйынса донъя чемпионаты менән билдәле, ул 1923 йылдан башлап үткәрелә, ә 1926 йылдан халыҡ-ара ярыштар уҙа. Ярыштар март башында үткәрелә. 2010 йылда 85-се, 2011 йылда — 86-сы, ә 2012 йылдың март айында — 87-се этабы үтә[20].
Ҡала 1964[21], 1968[22] һәм 1972[23] йылдарҙа Ҡышҡы Олимпия уйындарын ойоштороу буйынса өс тапҡыр ғариза бирә (швед Оре менән бергә), әммә Инсбрук, Гренобль һәм Саппоро ҡалаларынан ҡалыша[24].
Спорт үҙәге ҡаланың үҙәгенә яҡын урынлашҡан. Бында стадиондар, бассейндар һәм өс саңғы трамплинынан торған Салпауссельки[en] (фин. Salpausselän hyppyrimäet) комплексы урынлашҡан, күп һанлы халыҡ-ара ярыштарҙан һуң ул ҡала символы була. Лахтила биатлон һәм саңғы спорты буйынса күп тапҡыр халыҡ-ара чемпионаттар үтә.
2009 йылдың июнендә Лахтила Весиярви күлендә һыуҙа «Формула-1» этабы үтә[25].
Ҡала янында шулай уҡ гольф уйыны өсөн дүрт майҙансыҡ бар.
2001 йылда ҡалала юниорҙар араһында шайба менән хоккей буйынса сираттағы донъя чемпионаты үтә.
2017 йылдың 22 февраленән алып 5 мартына тиклем Лахтила саңғы спорты төрҙәре буйынса 7-се тапҡыр донъя чемпионаты уҙғарыла[26].
LAMK (Lahti University of Applied Sciences) — ҡулланма фәндәр университеты[27].
Ҡала үҙәгендә тимер юл вокзалы урынлашҡан. Поезд өс йүнәлештә бара: Керава, Риихимяки, Коувола аша Хельсинки[28]. Шулай уҡ Лахти станицяһында үтеп барыусы «Allegro» һәм «Лев Толстой» поездары туҡтай.
Оҙонлоғо 75 км булған Лахти-Керава тимер юл тармағы (фин. oikorata) 2006 йылдың 1 сентябрендә асыла (хәрәкәт 3 сентябрҙә башлана)[29]. Был заманса өс станция менән ике юллыҡ линия.
Ҡалала Voima радиостанцияһы урынлашҡан, ул бөтә Пяйят-Хяма провинцияһына хәбәр итә (Пяйят-Хям — 98,6 МГц, Кюменлааксо — 91,0 МГц, Көнбайыш Хяме (Ита-Хяме) — 94,9 МГц)[30]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.