From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәшен — болоттар араһында йәки болот менән ер өҫлөгөндә барлыҡҡа килгән электр зарядһыҙланыуы сәбәпле барлыҡҡа килгән атмосфера күренеше, йәшен ваҡытында күк күкрәй. Ҡағиҙә булараҡ, йәшен көслө өйкөмлө болоттарҙа хасил була, ҡойма ямғырҙар, боҙ яуыу һәм дауылдар ошо күренеш менән бәйле.
Йәшен кеше өсөн иң хәүефле тәбиғәт куренеше: билдәле булған үлемесле осраҡтар араһында тик һыу баҫыуҙа ғына күберәк кеше үлә[1].
Бер үк ваҡытта Ерҙә мең ярым тирәһе йәшен булып тора, уртаса йышлығы секундына 100 йәшен.
Планета өҫтөндә йәшен осрағы тигеҙ түгел. Океан өҫтөндә йәшен, континентҡа ҡарағанда ун тапҡыр һирәк күҙәтелә. Ялағай ялтырауҙың 78%-ы тропик һәм экваториаль зонала (30° төньяҡ киңлектән алып 30° көньяҡ киңлеккә тиклема) тупланған. Йәшен атыуҙың максимум активлығы Үҙәк Африкаға тура килә. Арктика һәм Антарктика поляр райондарында һәм полюс өҫтөндә йәшен булмай тип әйтергә мөмкин. Йәшен интенсивлығы кояшҡа эйәреп йөрөй: көндөҙ һәм төштән һуң йәшен иң күп йәшнәгән ваҡыт (урта киңлектәрҙә). Иң аҙ йәшен йәшнәгән ваҡыт — иртәнге кояш сығыр алдынан ваҡыт. Йәшен, шулай уҡ географик урындың үҙенсәлектәренә бәйле: көслө йәшен үҙәктәре Гималай һәм Кордильер тауҙарында урынлашҡан[2].
Рәсәй ҡалаларында уртаса йыллыҡ йәшенле көндәр һаны:
Ҡала | Йәшенле көндәр һаны |
---|---|
Архангельск | 20 |
Әстерхан | 14 |
Барнаул | 32 |
Благовещенск | 28 |
Брянск | 28 |
Владивосток | 13 |
Волгоград | 21 |
Воронеж | 26 |
Екатеринбург | 28 |
Иркутск | 15 |
Ҡазан |
28 |
Калининград | 18 |
Красноярск | 24 |
Мәскәү | 24 |
Мурманск | 4 |
Түбәнге Новгород | 28 |
Новосибирск | 20 |
Омск | 27 |
Ырымбур |
28 |
Петропавловск-Камчатский | 1 |
Дондағы Ростов | 31 |
Һамар | 25 |
Санкт-Петербург | 16 |
Һарытау | 28 |
Сочи | 50 |
Ставрополь | 26 |
Сыктывкар | 25 |
Томск | 24 |
Өфө | 31 |
Хабаровск | 25 |
Ханты-Мансийск | 20 |
Силәбе | 24 |
Чита | 27 |
Южно-Сахалинск | 7 |
Якутск | 12 |
Йәшен болото хасил булыу өсөн, яуым-төшөм барлыҡҡа килтерерлек кимәлдә дым запасын өҫкә күтәрә торған конвекция йәки башҡа механизм, һәм киҫәксәләрҙең бер өлөшө шыйыҡ хәлдә, бер өлөшө боҙ хәлендә булған структура булыуы зарур. Йәшен булдыра торған конвекция түбәнге осраҡта барлыҡҡа килә:
Барлыҡ йәшен болоттары ла, ниндәй типта булыуына ҡарамаҫтан, өйөрлө болот стадияһын, өлгөргән болот стадияһын һәм тарҡалыу стадияһын үтә.
Йәшен болото эсендә заряд урынлашыуы ҡатмарлы процесс. Шулай ҙа өлгөргән болот миҫалында дөйөм картинаны күҙ алдына килтереп була. Ыңғай зарядлы структура болот өҫтөндә урынлаша, ә тиҫкәре зарядлы структура болот эсендә урынлаша.
Болоттарҙа электр структураһы барлыҡҡа килеүен аңлата торған төрлө механизмдар бар. Төп гипотеза, болот эсендә эре киҫәктер ваҡ киҫәктәргә ҡарағанда тиҙерәк аҫҡа төшәләр һәр ыңғай заряд алалар.
Йәшен башлыса бейек предметтарҙы һуға, хәүефһеҙлек саралары ошоға бәйленгән. Электр заряды иң ҡыҫҡа, ҡаршылыҡ иң әҙ булған юлды һайлай.
Йәшен ваҡытында ҡәтғи тыйыла:
Гроза Викиһүҙлектә | |
Гроза Викикитапханала | |
Гроза Викимилектә |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.