From Wikipedia, the free encyclopedia
Күжәкә — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Күжәкә ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |
Күжәкә татар. Күжәкә | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Күжәкә |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 |
Почта индексы |
423734 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Ауыл Күжәкә йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Күжәкә — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1706 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Ҡалмаш түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиострово (Ушар) улусы составына керә.
1870 йылда 2 тирмән (1 — ел тирмәне), 2 мәсет, 2 мәктәп; 1905 йылда — 2 бакалея кибете, хужалыҡ магазины теркәлгән[3].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
1795 йылда ир енесле 359 башҡорт, 30 типтәр; 1859 йылда — 480 башҡорт; 1870 йылда — 904 башҡорт; 1902 йылда — 782 башҡорт йәшәй[3].
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто бар[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.