Кислоталар
составына водород ингән химик берләшмәләр / From Wikipedia, the free encyclopedia
Кислоталар — тоҙҙар барлыҡҡа килгәндә металл менән алмашыныуға һәләтле водороды булған әскелтем шыйыҡ химик ҡушылма[1].
Кислоталар | |
Грозящая опасность | отравление кислотой[d] |
---|---|
Өлөшләтә тура килә | кислый[d] |
Ҡапма-ҡаршыһы | Нигеҙ |
Кислоталар Викимилектә |
Кислоталарҙы водород катионын бирергә һәләтле һәм (Дания ғалимы хөрмәтенә аталған Брёнстед кислоталарына) йәки ковалент бәйләнеш булдырып, электрон парҙар ҡабул итергә һәләтле берләшмәләр — Америка ғалимы иҫтәлегенә аталған Льюис кислоталарына бүлеп ҡарайҙар[2].
Көнкүрештә һәм техникала кислоталар тип ғәҙәттә Брёнстед кислоталарын атайҙар, улар һыу иретмәләрендә артыҡ гидроксоний иондарын H3O+ хасил итә. Был иондар кислоталарға әскелтем тәм бирә, химик индикаторҙарҙың төҫөн үҙгәртә һәм, концентрацияһы юғары булған осраҡта, кислоталарҙа ҡуҙғытыу һәләтлеге тыуҙыра ала. Кислоталарҙағы водородтың беркетелмәгән атомы металдар атомы менән урындарын алмаша ала, был осраҡта металдар катионы менән кислотаның ҡалған өлөшөнән торған тоҙҙар барлыҡҡа килә.