Казиранга
From Wikipedia, the free encyclopedia
Казиранга милли паркы (ассам. কাজিৰঙা ৰাষ্ট্ৰীয় উদ্যান, һинд काज़ीरंगा राष्ट्रीय उद्यान, ингл. Kaziranga National Park) — Һиндостандың Ассам штатындағы милли парк. 1985 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.
Казиранга | |
---|---|
ассам. কাজিৰঙা ৰাষ্ট্ৰীয় উদ্যান, хинди काज़ीरंगा राष्ट्रीय उद्यान, ингл. Kaziranga National Park | |
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 170 миль², 42 996 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1905 |
Урынлашыуы | |
26°39′48″ с. ш. 93°22′14″ в. д._type:landmark HGЯO | |
kaziranga100.com | |
Казиранга Викимилектә |
Паркка 1905 йылда нигеҙ һалына, һәм 2005 йылда 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Парк нигеҙендә баронесса Мэри Керзон (Һиндостан вице-короле лорд Джордж Керзондың ҡатыны) мөһим роль уйнай.
Парк биләгән территорияның майҙаны 688 км2 тәшкил итә. Уның байтаҡ өлөшө Брахмапутра йылғаһы бассейнына ҡарай. Паркта хозур тропик урмандар, йылғалар, иҫ киткес болондар бар. Паркка бөтә донъяға билдәлелек килтергән нәмә — бында донъялағы иң ҙур (донъя һанының 2/3 өлөшө) бер мөгөҙлө носорогтың популяцияһы урынлашҡан[1]. 2018 йылдың мартында Ассам хөкүмәтенең урман хужалығы департаменты һәм ҡырағай тәбиғәт мәсьәләләре менән шөғөлләнгән ҡайһы бер танылған хөкүмәт ҡарамағындағы ойошмалар менән берлектә үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Казиранга милли паркында носорогтар популяцияһы 2413 баш тәшкил итә. Шуларҙың 1641 өлкән носорог, 387 урта йәштәге носорог һәм 385 бала носорог[2]. 2015 йылда носорогтар популяцияһы 2401 баш тәшкил итә.
Шулай уҡ паркта юлбарыҫтар, филдәр, губач айыуҙары, бенгал бесәйҙәре, балыҡ тотоусы бесәйҙәр, гаурҙар, барасингтар, бинтуронгтар һәм башҡа күп кенә ҡырағай хайуандар йәшәй. Паркта һөтимәрҙәрҙең бөтәһе 30-ҙан ашыу төрө иҫәпләнә, шуларҙың 15-е донъяла юҡҡа сығыу хәүефе аҫтында. Казирангта 40-тан ашыу төр ташбаҡа, кеҫәртке һәм йылан иҫәпләнә. Паркта ҡоштар һәм юлбарыҫтар ҡурсаулыҡтары бар. Шулай уҡ юҡҡа сығыу сигендә булған хайуан төрҙәре бар. Паркта меңгә яҡын юҡҡа сығып барыусы буйволдар йәшәй.