Ассам теле (үҙ атамаһы অসমিয়া [асамия]) — индо-европа ғаиләһенең индо-арян төркөмө теле. Һиндостандың төньяҡ-көнсығышындағы Ассам штатында һәм күрше дәүләттәрҙә йәшәгән яҡынса 15 миллион кешегә туған теле. Ҡулайлаштырылған бенгал алфавиты нигеҙендә яҙыла.

Ҡыҫҡа факттар Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме, Илдәр ...
Ассам теле
Thumb
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме

অসমিয়া [асамия]

Илдәр

Һиндостан

Рәсми статусы

Ассам

Идара итеүсе ойошма

Ассам Сахитья Сабха

Был телдә һөйләшеүселәр

15 млн.

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Индоевропа ғаиләһе

Индо-иран бүлексәһе
Индоарий төркөмө
Көнсығыш төркөмсәһе
Ассам теле
Әлифба

Көнсығыш нагари

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

аса 060

ISO 639-1

as

ISO 639-2

asm

ISO 639-3

asm

Был телдә Википедия
Ябырға
Википедия
Википедия

Ассам теле бенгаль теле һәм ория теленә яҡын. Өс тел дә Пракриттың көнсығыш диалекты Магадханан килеп сыҡҡан. Ассам телендә һаҡланып ҡалған иң боронғо төргәктәр XIV быуатҡа, батша Дурлабнараян хакимлығына ҡарай. Ассам теленә ул йәшәгән осорҙа тибет-бурман һәм австроазиатик телдәр ҙур йоғонто яһай.

Фонология

Ассам фонетик системаһы һигеҙ һуҙынҡынан, ун дифтонгтан, егерме бер тартынҡынан тора.

Ентеклерәк мәғлүмәт Алғы рәт, Урта рәт ...
Һуҙынҡы
Алғы рәт Урта рәт Артҡы рәт
МФА Яҙыу МФА Яҙыу МФА Яҙыу
Үрге күтәрелеш i ই/ঈ u উ/ঊ
Баҫылмаған өҫкө күтәрелеш ʊ
Урта-үрге күтәрелеш e এ' o অ'
Урта-түбәнге күтәрелеш ɛ ɔ
Түбәнге күтәрелеш a
Ябырға

Әҙәбиәт

  • Бабакаев В. Д. Ассамский язык. М.: Издательство восточной литературы, 1961. — 122 с. — (Языки зарубежного Востока и Африки).

Һылтанмалар

   

 

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.