![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/3a/%25D0%2593%25D0%25B0%25D0%25B9%25D1%2581%25D0%25B0_%25D0%25A5%25D0%25B0%25D0%25BC%25D0%25B8%25D0%25B4%25D1%2583%25D0%25BB%25D0%25BB%25D0%25BE%25D0%25B2%25D0%25B8%25D1%2587_%25D0%2595%25D0%25BD%25D0%25B8%25D0%25BA%25D0%25B5%25D0%25B5%25D0%25B2_%2528%25D0%2595%25D0%25BD%25D0%25B8%25D0%25BA%25D0%25B8%25D0%25B5%25D0%25B2%252C_1864-1931%2529_%25D0%25B2_1910.png/640px-%25D0%2593%25D0%25B0%25D0%25B9%25D1%2581%25D0%25B0_%25D0%25A5%25D0%25B0%25D0%25BC%25D0%25B8%25D0%25B4%25D1%2583%25D0%25BB%25D0%25BB%25D0%25BE%25D0%25B2%25D0%25B8%25D1%2587_%25D0%2595%25D0%25BD%25D0%25B8%25D0%25BA%25D0%25B5%25D0%25B5%25D0%25B2_%2528%25D0%2595%25D0%25BD%25D0%25B8%25D0%25BA%25D0%25B8%25D0%25B5%25D0%25B2%252C_1864-1931%2529_%25D0%25B2_1910.png&w=640&q=50)
Йәнекәев Ғайса Хәмиҙулла улы
уҡытыусы, мәғрифәтсе, этнограф, Ҡазан һәм Ырымбур губерналарынан III һәм IV Дәүләт Думаһы депутаты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәнекәев Ғайса Хәмиҙулла улы (исеменең варианты Айса[1], фамилияһыныҡы — Еникеев, Еникиев[2]; 2 июль 1864 йыл — март 1931 йыл) — уҡытыусы, мәғрифәтсе, этнограф, Ҡазан һәм Ырымбур губерналарынан 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы (1907—1917), Рәсәй империяһының мосолман халҡы мәнфәғәттәрен яҡлауға ҙур иғтибар бирә. Сембер губернаһында буҫтау фабрикаһы директоры һәм Ҡазандың бөтә хәйриә һәм уҡытыу-тәрбиә учреждениеларнының распорядителе була. Февраль революцияһы осоронда Дәүләт Думаһының Ваҡытлы комитеты ағзаһы һәм Беренсе Бөтә Рәсәй мосолмандары съезын ойоштороусы (1917 йылдың майы). Совет осоронда Вятка губернаһының Халыҡ мәғарифы коллегияһы ағзаһы һәм Башсельхозкредиттың инспекторы була; башҡорт һәм татар фольклорының профессиональ белгесе булып таныла.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Ғайса Хәмиҙулла улы Йәнекәев | |||
![]() | |||
| |||
---|---|---|---|
1.11.1907 — 9.06.1912 | |||
Монарх: | Николай II | ||
| |||
20.11.1912 — 6.10.1917 | |||
Монарх: | Николай II / монархия бөтөрөлгән | ||
Дауамсы: | вазифа бөтөрөлгән | ||
Дине: | ислам | ||
Тыуған: | 2 июль 1864({{padleft:1864|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Яңы Ҡарғалы ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы) | ||
Үлгән: | март 1931 (66 йәш) СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы | ||
Ерләнгән: | Өфө мосолман зыяраты | ||
Партия: | мосолман фракцияһы, Конституцион-демократик партия менән хеҙмәттәшлек | ||
Белеме: | уҡытыусылыҡ семинарияһы | ||
Профессияһы: | уҡытыусы | ||
Автограф: | ![]() | ||
Наградалары: |
Уҡыу округы бағыусыһының наградалары һәм рәхмәт ҡағыҙҙары | ||