Ҡыргыҙ волосы (1866 йылдан - Актаныш волосты) аҫаба башҡорттары ауылы From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҫке Әлим — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Яңы Әлим ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Иҫке Әлим татар. Иске Әлем | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Яңы Әлим |
Координаталар | |
Халҡы |
187 человек (2008) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 |
Почта индексы |
423762 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Ауыл Бәжәҙә йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡҡа табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Иҫке Әлим — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы. 1738 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Байсар түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҡтаныш улусы составына керә.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].
ХХ быуат башында бакалея кибете, хужалыҡ магазины, тирмән, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
1795 йылда ир енесле 88 башҡорт тархандары; 1816 йылда — 99 башҡорт, 28 типтәр; 1848 йылда — 207 башҡорт, 42 типтәр; 1870 йылда — 399 башҡорт; 1912 йылда — 746 аҫаба башҡорт, 33 типтәр (керҙәштәр) йәшәй[2].
1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
399 | 479 | 516 | 620 | 779 | 821 | 616 | 626 | 348 | 346 | 477 | 377 | 274 | 185 | 187 |
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, клуб, китапхана, мәсет бар[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.