From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҫке Ҡормаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы. Иҫке Ҡормаш ауыл биләмәһе үҙәге.
Ауыл | |
Иҫке Ҡормаш татар. Иске Кормаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Иҫке Ҡормаш |
Координаталар | |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 |
Почта индексы |
423733 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан 24 км көнбайыштараҡ урынлашҡан[1].
Иҫке Ҡормаш — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улысына ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].
1795 йылда ир енесле 57 йән башҡорт; 1816 йылда — 165 йән башҡорт (уларҙың 5-һе күп ҡатынлы); 1834 йылда — 247 йән башҡорт, шул иҫәптән 88 аҫаба (бүләр ырыуы) һәм 159 керҙәш башҡорт (байлар ырыуы); 1859 йылда — 327 керҙәштәр (типтәрҙәр); 1870 йылда — 741 типтәр йәшәй[2].
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.