Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы Йылайыр районы ауылы From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҫке Яҡуп (рус. Староякупово) — Башҡортостандың Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 50 кеше[1]. Почта индексы — 453694, ОКАТО коды — 80227825005.
Ауыл | |
Иҫке Яҡуп Иҫке Якуп | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 100 % тәшкил итә[2].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 146 | 72 | 74 | 49,3 | 50,7 |
1959 йыл 15 ғинуар | 203 | 93 | 110 | 45,8 | 54,2 |
1970 йыл 15 ғинуар | 211 | 100 | 111 | 47,4 | 52,6 |
1979 йыл 17 ғинуар | 152 | 74 | 78 | 48,7 | 51,3 |
1989 йыл 12 ғинуар | 110 | 49 | 61 | 44,5 | 55,5 |
2002 йыл 9 октябрь | 80 | 36 | 44 | 45,0 | 55,0 |
2010 йыл 14 октябрь | 50 | 23 | 27 | 46,0 | 54,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Яҡуп ауылы Һаҡмар йылғаһының һул ярында, райондың көньяҡ-көнсығыш өлөшөнөң тау-урман зонаһының матур урынында, Крепостная (Дала) Йылайыр йылғаһының Һаҡмар йылғаһына ҡойған урынында урынлашҡан.
Башҡортостандың Йылайыр районында бөгөн Яҡуп исеме менән ике ауыл билдәле: Иҫке Яҡуп һәм Яңы Яҡуп. Тәүҙә бер ауыл — Яҡуп була, икенсеһенә коллективлаштырыу йылдарында нигеҙ һалына.
Яҡуп ауылы тарихы тәүгә өйрәнелә. Район энциклопедияһында хаталы мәғлүмәт бар — ауыл Бөрйән улусы ауылы булараҡ күрһәтелгән һәм йәнәһе лә 1795 йылда Йылайыр районы теркәлгән.
Уның килеп сығыу ваҡыты һәм сәбәптәре тураһында мәғлүмәт юҡ. 1795—1834 йылдарҙағы ревизияларҙа билдәләнмәгән. X ревизия документтарында ғына (1859) һаҡланған, унда Ырымбур губернаһы Яҡуп ауылы һәм 3-сө юрттың 4-се башҡорт кантоны (Түңгәүер улусы) өйәҙе билдәләнгән[ЦРУ РБ. Ф.-138. Оп.2. Д.646. Л.2-19]. Әммә уның 1850 йылдағы IX ревизияһында иҫәпкә алыныуы тураһында күрһәтмә лә бар, шулай итеп, Яҡуп ауылы 1834—1850 йылдар арауығында барлыҡҡа килгән.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: XIX быуат картаһында ауыл Һаҡмар йылғаһының уң ярында, уға Йылайыр (Степной) йылғаһы ҡойған урында күрһәтелгән һәм ауылды ике өлөшкә бүлгән кеүек тойола [Европа Рәсәйенең махсус картаһы].
1859 йылда Яҡуп ауылы административ үҙәккә әйләнә. 1-се Ырымбур кантоны Түңгәүер Йорт ойошмаһының унынсы халыҡ иҫәбен алыуға ингән башҡорттарҙың йән башына бәйле исемлек түбәндәгеләрҙе теркәгән: "Яҡуп ауыл йәмғиәте: Яҡуп, Ғәҙел (һуңыраҡ Вәлит ауыл йәмғиәтенә ҡараған), Ишембәт, Мәҡсүт. 1863—1864 йылдарҙа Яҡуп ауыл йәмғиәте 3 ауылды берләштергән: «Яҡуп, Ишембәт, Мәҡсүт ауылдары»[ЦРУ РБ. Ф. И-2. Оп.1. Д. 15158. Л.37; Административ-территориаль бүленеш тарихы, 2003. с.374].
Көньяҡ түңгәүерҙәре ауылы Яҡупҡа 1834—1850 йылдарҙа Ейәнғолов нигеҙ һалған. X ревизияла (1859 йыл) Яҡуп Мәҡсүтов үҙенең ауылында йәшәгән, уға 82 йәш булған.
1860 йылдар башында Яҡуп ауылында 55 йорт хужалығы һәм 180 ир-ат була. Был ауыл халҡы малсылыҡ һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән, Йәйләүгә сыҡҡан. Тулыһынса һылтанма буйынса уҡығыҙ[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.