Исламда мираҫ хоҡуғы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Исламда мираҫ хоҡуғы (ғәр. علم الفرائض йәки ғәр. علم الموارث; рус. Исламское наследственное право) — ислам хоҡуғының (Фиҡһ) мираҫ мәсьәләһен өйрәнгән дисциплиналарының береһе. Мираҫ мәсьәләһен өйрәнгән һәм вариҫтары өлөшөн иҫәпләү менән шөғөлләнгән ислам хоҡуғы (фиҡһ) дисциплинаһы ғилм әл-мүвариҫи (ғәр. علم الموارث) тип атала[1]. Нәҫелдән күскән мираҫ хоҡуғын тикшереү кифәйә фарызы булып иҫәпләнә, йәғни әгәр мосолмандарҙың бер өлөшө был мәсьәләлә белемгә эйә булһа, башҡа мосолмандарҙан был дисциплинаны өйрәнеү бурысы алына[2].
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |