Имай Насыри, Насиров Имаметдин Низаметдин улы (30 сентябрь 1898 йыл — 29 март 1942 йыл) — башҡорт яҙыусыһы дәүләт һәм матбуғат эшмәкәре, журналист. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
Биографияһы
1898 йылда 30 сентябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Түбәнге Уҫылы ауылында тыуған.
1910—1914 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә уҡыған.
1925, 1926 — «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире.
1925—1931 — «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире.
1937 йылда Имай Насыри репрессиялана. 1942 йылда төрмәлә вафат була.
Репрессия ҡорбаны булараҡ 1956 йылда аҡлана.
Һылтанмалар
- Насыри Имай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Клара Туҡаева-Насирова. Шәжәрәм тарих һөйләй. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 16 апрель[2].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Сығанаҡтар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.