Зәғифлек
кешенең хәлен, уның эшмәкәрлеген сикләгән ҡаршылыҡтар, физик, аҡыл, йәки сенсор психик тайпылыштар / From Wikipedia, the free encyclopedia
Зәғифлек (лат. invalidus — һүҙмә-һүҙ «көсһөҙ», in — «юҡ» + validus — «көслө») — кешенең хәлен, уның эшмәкәрлеген сикләгән ҡаршылыҡтар йәки физик, аҡыл, йәки сенсор психик тайпылыштар[2].
Зәғиф — йәмғиәттә физик, аҡыл, йәки сенсор йәки психик тайпылыштары булыуы арҡаһында шәхси мөмкинселектәре сикләнгән кеше[2]. Рәсәй Федерацияһында «инвалид» статусын билдәләү медик-социаль экспертиза учреждениеларында башҡарыла һәм бер үк ваҡытта медик һәм юридик процедураны тәшкил итә. Инвалидлыҡ төркөмөн билдәләү юридик һәм социаль мәғәнәгә эйә, сөнки йәмғиәт менән айырым мөнәсәбәттәрҙе билдәләй: инвалидтың льготалары булыуы, инвалидлыҡ буйынса пенсия түләү, эш буйынса сикләүҙәр һәм эшкә яраҡһыҙлыҡ. Ҡайһы бер белгестәр инвалидтарҙы социаль тигеҙһеҙлек формаларының береһе булараҡ ҡарай[2].