Зевс
From Wikipedia, the free encyclopedia
Зевс — (лат. Iuppiter or Jove; бор. грек. Ζεύς) илаһтар батшаһы, грек мифологияһында Олимп хакимы, ун ике Олимпия илаһһының береһе. Ул ата-әсәһе Титан хакиме Кронос һәм Реяның алтынсы балаһы була. Уның атаһы Кронос Реянан тыуған һәр баланы йотоп торған, сөнки күрәҙәселер һине балаларың Олимп хакимлегенән ҡолатып төшөрәсәк тип юраған. Зевс тыуғас, Рея Кроносҡа Зевс урынына йоторға таш бирә. Үҙе Зевсты йәшереп ҡуя. Зевс үҫеп еткәс Кроносты үҙенең союзниктары Циклоптар менән хакимлектән бәреп төшөрә. Был бәрелеш Титаномахия исеме менән билдәле. Улар үлемһеҙ булғанға, Зевс Кроносты тамуҡта төрмәгә ябып ҡуя, үҙе, күрәҙәселәр юрағанса, илаһтар батшаһы булып китә.
Зевс | |
бор. грек. Ζεύς[1] | |
| |
Кук, йәшен, ялағай илаһһы, Юғары илаһ | |
Мифология |
Боронғо грек |
---|---|
Атаһы | |
Әсәһе | |
Туғандары |
Гера[2][3], Аид[d][2], Посейдон[d][2][4], Деметра[2], Хирон[d] һәм Гестия[d][2] |
Ҡатыны | |
Балалары |
Арес, Афродита, Аполлон, Афина, Гефест, Артемида, Гермес, Персефона, Дионис һ.б. |
Башҡа мәҙәниәттә |
Юпитер, Тор, Перун, Тиния |
Зевс Викимилектә | |
Боронғо Грецияла ул ҙур баһа ала. Ул үҙенә ихтирам яулай. Ун ике Олимпия илаһтары араһында ул иң мөһим илаһ була. Зевс һауа торошо менән идара итә, Мойранан (яҙмыштан) башҡа һәр кемгә бойороҡ бирә ала. Асыуы килгәндә көслө йәшен йәшнәтәсәге тураһында һөйләгән.
Ул һеңлеһе Гераға өйләнә, әммә башҡа алиһәләр һәм әжәлле ҡатындар менән бәйленеше һәм балалары күп була. Был Гераның асыуына тейә, ул үс алырға теләй.
Посейдон һәм Аид уның ағалары була. Ул улар менән донъяны бүлешеп алырға килешә, һәм Зевс күкте, Посейдон диңгеҙҙе, Аид ер астын ала.[5][6] Олимпия уйындары уның хөрмәтенә үткәрелә.
Зевстың һеңлеләре Гера, Деметра, Гестия исемле булалар. Икәүһе ун ике илаһ исемлегендә була.[6]