Загрос
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Загро́с (фарс. رشتهكوههای زاگرس,, Патак, Поштекух) — Ирандың иң ҙур тау системаһы. Ҡайһы бер тау армыттары Ираҡ биләмәләренә үтеп инә.
Загрос | |
---|---|
Характеристикалар | |
Майҙаны | 533 512 км² |
Оҙонлоғо | 1500 км |
Киңлеге | 300 km |
Бейек нөктәһе | |
Иң бейек түбәһе | Зардкух |
Бейек нөктәһе | 4548 м |
Урынлашыуы | |
33°40′ с. ш. 47°00′ в. д.HGЯO | |
Страна | |
Загрос Викимилектә |
Загрос тауҙары Ираҡ сиге эргәһендәге Ирандың Һормуз боғаҙына ҡәҙәр 1500 километрға һуҙылған. Тау теҙмәһе Тигр йылғаһы ағымына һәм Фарсы ҡултығы яр буйына параллель рәүештә 50-100 км аралыҡта ята. Иң бейек түбәһе Зардкух тауы (бейеклеге — 4548 м) Исфахан ҡалаһы янында урынлашҡан. Шираз ҡалаһынан көньяҡтараҡ Загрос тауҙарының уртаса бейеклеге 1000 метрҙан түбәнерәк тәшкил итә.
Геологик яҡтан Загрос тауҙары Пиреней, Альп, Карпат, Балҡан һәм Эльбурс тауҙары һымаҡ миоценда барлыҡҡа килгән бөрөлмәле йәш тау системаларына ҡарай, һәм Урта диңгеҙ бөрөлмәле бүлкәтенә инә. Көнсығыштараҡ был бүлкәт Гиндукуш, Каракорум һәм Гималай тауҙары менән дауам ителә.
Фараз уйынса кеше кәзәләрҙе Загрос тауҙарында йортлаштыра. Шулай уҡ был төбәк гутий һәм луллубей һинд-европа ҡәбиләләренең тыуған ере тип иҫәпләнә. Ассирия дәүерендә бында Намри батшалығы булған.
Страбонға ярашлы, Загрос тауҙары Мидияны Вавилониянан айыра[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.