From Wikipedia, the free encyclopedia
Европий (лат. Europium, Eu) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор элементы. Тәртип номеры - 63. Атом массаһы 151,964 а. лантаноидтар төркөмөнә ҡарай, шулай уҡ тәбиғәттә һирәк осрай торған элемент. Ябай матдә европий башҡа лантаноидтар кеүек үк — йомшаҡ көмөшһыу-аҡ металл, һауала еңел окислана.
Европий | |
Масса | 151,964 ± 0,001 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Европа[2] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Демарсе, Эжен Анатоль[d][2] |
Асыу датаһы | 1901[2] |
Элемент символы | Eu[3] |
Химик формула | Eu[4] |
Каноническая формула SMILES | [Eu][4] |
Атом һаны | 63[5] |
Электр кирелеге | 1,2 |
Ионный радиус | 1,17 ангстрем[6], 1,25 ангстрем[6], 1,35 ангстрем[6], 0,95 ангстрем[6] һәм 1,07 ангстрем[6] |
Европий Викимилектә |
Европий элементының символы - Eu (Европий тип уҡыла).
Һуңғараҡ европий тип танылған спектраль һыҙаттарҙы беренсе булып Крукс (1886) һәм Лекок де Буабодран күҙәткәндәр (1892). Демарсе 1896 йылда элементтың спектрын күрә, ә 1901 йылда элементты бүлеп алыуға өлгәшә, уға Европа хөрмәтенә европий тип исем бирә[7].
Европий лантаноидтар составына инә, АҠШ, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Австралия, Бразилия, Һиндостан, Скандинавия ерҙәрендә йыш осрай. Донъяла иң ҙур ятҡылыҡтары Кенияла[8]. Байтаҡ запастары Тымыҡ океан утрауҙары янында тәрән һыуҙағы һирәк осрай торған минералдар ятҡылыҡтарында, Японияның Минамитори иҡтисади зонаһында урынлашҡан[9].
Металлик европийҙы Eu2O3 матдәһен углерод йәки лантан вакуумында тергеҙеп, шулай уҡ EuCl3 расплавын электролизлап алалар.
Европий лантаноидтарҙың иң ҡыйбаттарының береһе булып тора[10]. 2014 йылда ЕВМ-1 европий металл хаҡы - 1 килограмына 800-2000 тиклем АҠШ доллары тәшкил иткән, ә европий оксидының таҙалығы 99,9 % булғанда — 1кг 500 доллар тирәһе.
Европий һыуҙа үҙен кальций һымаҡ тота. Европийҙың аҙ минераллашҡан тәбиғи һыуҙарҙа максималь күҙәтелә торған концентрациялары 1 мкг/л-дан кәмерәк ( диңгеҙ һыуҙарында — 1,1·10−6 мг/л) тәшкил итә. Бындай концентрацияларҙа һыу сифатына йоғонтоһо ҙур түгел. Һыуҙа рөхсәт ителгән иң сикке концентрацияһы (ПДК) бары тик Рәсәй нормалары менән генә көйләнә һәм эсергә яраҡлы һыу өсөн-0,3 мг/л тип билдәләнгән.
Европийҙа токсиндар аҙ. Европийҙың кеше организмына тәьҫире һөҙөмтәләре тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәттәр юҡ.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.