From Wikipedia, the free encyclopedia
Дәүләтҡол (рус. Давлеткул) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 145 кеше[3]. Почта индексы — 453883, ОКАТО коды — 80241880003.
Дәүләтҡол | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Корнеевка ауыл Советы, Мәләүез районы, Стәрлетамаҡ кантоны һәм Стәрлетамаҡ өйәҙе |
Халыҡ һаны |
145 кеше (2010)[1], 144 кеше (2002)[2], 167 кеше (2009)[2] |
Почта индексы | 453883 |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 145 | 79 | 66 | 54,5 | 45,5 |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (93 %) йәшәй[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Дәүләтҡол ауылына 1783—1795 йылдар араһында нигеҙ һалына. V ревизияны 230 кеше йәшәгән 36 йорт менән ҡаршы ала. 55 йылдан һуң 38 йорт (бер йортта 9-ға яҡын кеше) билдәләнә. Ауыл 1783 йылғы документтарҙа телгә алынған Юрматы улусы сотнигы Дәүләтҡол Итйемәсовтың (Итжимясов) исемен йөрөтә. Уның улы Бикбулат Дәүләтҡолов (1751—1826). Бикбулаттың улы Һөйәрғол һәм ейәндәре Ишморат, Ишмөхәмәт, Мөхәмәтғәли.
Ишбулды Йыһангиров — 1-се башҡорт полкы яугиры, уның составында Парижға тиклем барып еткән. Ике миҙал менән бүләкләнгән (Асфандияров Л. 3. Башкирские полки в Париже // Сб. Сохраним выцветшие строки… Уфа, 1988.).
1842 йылда 256 кешегә 416 бот ужым икмәге һәм 1224 бот яҙғы икмәк сәселә. Ауылда 426 ат, 377 эре мөгөҙлө мал, 236 һарыҡ һәм 26 кәзә булған. 62 умарта һәм 16 солоҡ тотҡандар[5].
Урам исемдәре[6]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.