From Wikipedia, the free encyclopedia
Анна Григорьевна Достоевская (ҡыҙ фамилияһы Сниткина; 30 августа [11 сентября] 1846, Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы — 9 июнь 1918, Ялта, Таврия губернаһы, РСФСР) — Ф. М. Достоевскийҙың 1867 йылдан икенсе ҡатыны һәм уның балаларының әсәһе. Иренең ижади мираҫын нәшер итеүсе һәм баҫтырып сығарыусы, библиограф һәм ҡиммәтле хәтирәләр авторы, шулай уҡ Рәсәйҙең беренсе билдәле филателисы.
Достоевская Анна Григорьевна | |
рус. Анна Григорьевна Достоевская | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2][3][…] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы[4] Рәсәй[5] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рус. Анна Григорьевна Сниткина |
Тыуған көнө | 30 август (11 сентябрь) 1846[6] |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[7][5] |
Вафат булған көнө | 9 июнь 1918[1][8] (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Ялта[d], Таврида губернаһы[d][9][5] |
Ерләнгән урыны | Тихвин зыяраты (Санкт-Петербург) |
Хәләл ефете | Достоевский, Фёдор Михаил улы[10][5] |
Балалары | Любовь Фёдоровна Достоевская[d][5] |
Туған тел | урыҫ теле |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | автор дневника, Судебный писарь, стенографистка |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Anna Dostoyevskaya |
Достоевская Анна Григорьевна Викимилектә |
Анна Григорьевна Санкт-Петербургта чиновник Григорий Иванович Сниткин (1799—1866) һәм уның ҡатыны Анна Николаевна, (Мария Анна Мальтопеус) (1812—1893) Финляндияның Турку ҡалаһында тыуған. Атаһы яғынан украин сығышлы була. Уның ата-бабалары — казактар, Полтава губернаһында ерҙәре булған, уны һатып, Санкт-Петербургҡа күсеп килә. Шул уҡ ваҡытта фамилияһын Снитконан Сниткинға алмаштыра.[11]
Анна бала саҡтан Достоевский әҫәрҙәрен яратып уҡый. Стенография курстары тыңлаусыһы.1866 йылдың 4 октябренән күсереп яҙыусы стенографист сифатында Ф. М. Достоевскийҙың «Игрок» романын баҫмаға әҙерләүҙә ҡатнаша. Достоевский быға тиклем бер ҡасан да үҙенең әҫәрҙәрен әйтеп яҙҙырмаған, ә уларҙы үҙе яҙған. Бындай эш ысулы уға ғәҙәти булмаған, әммә дуҫы А. П. Милюков кәңәше буйынса романды ваҡытында тамамлау һәм нәшриәтсе Ф. Т. Стелловский алдындағы килешеү йөкләмәләрен үтәү өсөн, ул яңы яҙыу ысулына мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.
Стенографист эше уның бөтә көтөлгәненән дә артып китә. 1867 йылдың 15 февралендә Анна Григорьевна яҙыусының ҡатыны була, ә ике айҙан Достоевскийҙар сит илгә китә, унда дүрт йылдан ашыу (1871 йылдың июленә тиклем) ҡала. Иренә бурыстарын түләргә һәм мөлкәтен иҫәпкә алыуҙан ҡасырға, шулай уҡ сит илгә сәйәхәт итеү өсөн етерлек аҡса йыйырға ярҙам итеү өсөн Анна Григорьевна үҙенең бөтә бирнәһен залогҡа ҡуя, һуңынан улар уны кире һатып ала алмай.[12]
Германияға барышлай, улар бер нисә көнгә Вильнюста туҡтаған. Достоевскийҙар туҡтаған бинала 2006 йылдың декабрендә мемориаль таҡтаташ асыла (скульпторы Ромуальдас Квинтас).[13] Был данлыҡлы сәфәр тураһында «Баденда йәй» (Лето в Бадене) романы яҙылған, унда Анна Григорьевна төп герой булып сығыш яһай. Швейцарияға көньяҡҡа табан юлланған Достоевскийҙар Баденда туҡтай,.Бер йыл самаһы Женевала йәшәйҙәр, . 1868 йылда уларҙың тәүге ҡыҙҙары София тыуа, ул өс айлыҡ сағында вафат була. 1869 йылда Дрезденда Достоевскийҙарҙың ҡыҙы Любовь тыуа.
1871 Йылда Достоевский рулетканы мәңгегә ташлай. 1871 йылда Петербургҡа ҡайтҡас, уларҙың Федор исемле улдары тыуа. Романист-яҙыусы тормошонда иң яҡты осор башлана. Анна Григорьевна үҙ ҡулына иренең бөтә иҡтисади мәсьәләләрен (аҡсалата һәм нәшриәт эштәрен) алған һәм тиҙҙән уны бурыстарынан азат иткән. Изге һәм аҡыллы ҡатын яҙыусының тормошон яйға һала, нәшриәтселәр, типографиялар менән эш алып бара, уның әҫәрҙәрен үҙе нәшер итә. 1875 йылда улы Алексей донъяға килә. Ул 1878 йылда вафат була. Яҙыусы хәләл ефетенә үҙенең «Братья Карамазовы» (1879—1880) тигән һуңғы романын бағышлаған.[14]
Анна Григорьева 35 йәшендә тол ҡала, икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡмай. Яҙыусы үлгәндән һуң уның ҡулъяҙмаларын, хаттарын, документтарын, китаптарын, шәхси әйберҙәрен, мебелен һәм фотоларын йыя. 1889 йылда 1000-дән ашыу исемдән торған йыйынтыҡ Мәскәүҙә Тарихи музейҙа «Ф. М. Достоевский иҫтәлегенә музей» һаҡлағысҡа ҡуйыла. Ул ваҡытта Рәсәйҙә 1879 һәм 1883 йылдарҙа Санкт-Петербургта ойошторолған Пушкин һәм Лермонтов әҙәби музейҙары ғына эшләгән була.
Анна Григорьевна 1906 йылда "Ф. М. Достоевскийҙың тормошона һәм ижадына ҡағылышлы «Библиографик әҫәрҙәр һәм сәнғәт әҫәрҙәре индексын» һәм « Мәскәүҙә Александр III исемендәге Император Рус тарихи музейында, 1846—1903 йылдарҙа Ф. М. Достоевский иҫтәлегенә музей, 1846—1903» каталогын төҙөп нәшер итә.[15] Уның «А. Г. Достоевская көндәлеге 1867 йыл» (1923 йылда баҫылып сыҡҡан) һәм «А. Г. Достоевская иҫтәлектәре» (1925 йылда баҫылып сыҡҡан) китаптары яҙыусының биографияһы өсөн мөһим сығанаҡ булып тора.[16]
1917—1918 йылдарҙың ҡышында Сестрорецк курортының медицина бинаһында йәшәй, ҡулъяҙмалар өҫтөндә эшләй. Анна Григорьевна Ялтала 1918 йылда маляриянан вафат була. 50 йылдан һуң ейәне Федор Достоевский тырышлығы менән 1968 йылда Поликуров зыяратынан уның көлөн Александр Невский лавраһына күсерәләр һәм иренең ҡәбере янында ерләйҙәр.
Анна Достоевская ире китаптарын баҫтырыу һәм таратыу менән уңышлы шөғөлләнә, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә үҙ заманының тәүге Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының береһе була. Шул уҡ ваҡытта ул баҙарҙы өйрәнә һәм китап нәшриәте һәм китап сауҙаһы деталдәренә төшөнә[17]. Анна Григорьевна ф. М. Достоевскийҙың ете тулы йыйынтығын баҫтырып сығара.[18] Яҙыусының бүләһе Дмитрий Андреевич Достоевский (1945) былай тип яҙа: «Достоевскийға ҡыҙыҡһыныу арта һәм яҙылыуҙы оҫта алып барыу арҡаһында, бөтә баҫмалар ҙа тиҙ һәм тулыһынса тарала».[19] 1911 йылда, һаулығының ҡырҡа насарайыуы һәм яҙыусының хәтирәләре менән шөғөлләнеүгә бәйле, Анна Григорьевна Ф. М. Достоевскийҙың әҫәрҙәрен баҫтырыу хоҡуғын "Нәшриәт һәм полиграфия эше ширҡәте "А. Ф. Марк"с нәшриәтенә һата, китаптың авторлыҡ хоҡуҡтарын һәм таралыуын үҙендә һаҡлап ҡала.[19]
Революция йылдарында яҙыусының күп кенә ҡулъяҙмалары һәм документтары юғала. Анна Григорьевнаның ике ейәненә васыят итеп ҡалдырған «Братьев Карамазовых», романының аҡ һәм ҡара варианттарының яҙмышы 1917 йылдан һуң әлегә тиклем билдәһеҙ[20]. 1929 йылда «Ф. М. Достоевский иҫтәлегенә музей» коллекцияһы материалдары Мәскәүҙә Ф. М. Достоевскийҙың музей-фатирына күсә.
Рәсәйҙә филателия менән мауығыусы тәүге танылған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Уның коллекцияһы 1867 йылда Дрезденда һалына. Быға Анна Григорьевна менән Фёдор Михайловичтың ҡатын-ҡыҙ характеры тураһындағы бәхәсе сәбәпсе булда. Яҙыусы бер тапҡыр саф һауала йөрөгәндә ҡатын-ҡыҙҙың маҡсатҡа ирешеү өсөн оҙаҡ һәм ныҡышмалы көсөргәнешкә һәләтлелегенә шикләнеүен белдерә. Анна Григорьевна үҙенең почта маркалары коллекцияһын ғүмер буйы тулыландыра. Үҙенең «Хәтирәләрендә» билдәләүенсә, ул аҡсаға бер марка ла һатып алмай, ә хаттарҙан алынған йәки бүләк ителгәндәрҙе генә ҡуллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был коллекцияның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.[21]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.