Диалектика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Диале́ктика (бор. грек. διαλεκτική — урыҫса искусство спорить, вести рассуждение; башҡортса бәхәсләшеү, фекер алышыу оҫталығы) — философиялағы дәлилләү һәм нигеҙләү (аргументация) ысулы. Бер үк ваҡытта ул шулай уҡ фекерләүҙең уйланған йөкмәткеһендә булған ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы тикшереүсе теоретик фекерләү формаһы һәм алымы.[1] Диалектик материализмда — материаль донъя үҫешенең дөйөм тәғлимәте һәм бер үк ваҡытта танып белеү теорияһы һәм логикаһы. Диалектик ысул Европа һәм Һинд философияһында төп алымдарҙың береһе булып һанала. «Диалектика» һүҙенең бөгөнгө мәғәнәлә ҡулланылыу башы боронғо грек философияһынан килә һәм уның киң билдәлелек (популярлыҡ) яулауына башлыса Платондың "Диалогтар"ы сәбәпсе була. Уларҙа төрлө фекерҙә булған ике йәки унан да күберәк әңгәмәсе, үҙ уйҙары менән уртаҡлашыу юлы аша хәҡиҡәтте табырға тырыша. Гегелдән башлап диалектикa күренеш менән ваҡиғаларҙы үҙгәрешһеҙ һәм бер-береһенән бойондороҡһоҙ тип ҡараған фекерләү алымы булған метафизикаға ҡаршы ҡуйыла[2].
Философия тарихында билдәле аҡыл эйәләре диалектика төшөнсәһен түбәндәгесә билдәләгән:
- йәшәйештең мәңгелек үҫеп-нығыныуы һәм үҙгәреүсәлеге хаҡындағы тәғлимәт (Гераклит)[3];
- ярҙамсы һорауҙар ҡуйып уларға системалы яуаптар алыу юлы менән хәҡиҡәтте аңлап-төшөнә торған әңгәмә (диалог)
- күренеш һәм ваҡиғаларҙың иң юғары (идеаль) асылына төшөнөү маҡсатында төшөнсәләрҙе айырып бүлгеләү һәм берләштереү алымы (Платон)[3];
- фәнни тикшеренеүҙәрҙең дөйөм ҡағиҙәләренә, йәки, уның менән берүк булған, — дөйөм урындарына ҡағылышлы фән (Аристотель)[5];
- ҡапма-ҡаршылаҡтарҙың тап килеүе тураһындағы тәғлимәт (Николай Кузанский, Джордано Бруно)[3];
- бер бөтөн һәм абсолют (тулы) белемгә ынтылып, ҡапма-ҡаршылыҡтарҙа ҡотолғоһоҙ буталған кешенең аңындағы ысынбарлыҡты боҙоп күҙ алдына килтереүҙәрен (иллюзияларын) тарҡатыу һәм юҡҡа сығарыу алымы (Иммануил Кант)[3];
- йәшәйеш, рух һәм тарих үҫешенең эске этәреү көстәре булараҡ ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы дөйөм танып белеү алымы (Гегель)[3];
- ысынбарлыҡты һәм уның революцион үҙгәреүен аңлау өсөн нигеҙ итеп ҡабул ителгән тәғлимәт һәм алым (марксизм-ленинизм)[3].