![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/ff/Mr_Pipo_Brain_03.svg/langba-640px-Mr_Pipo_Brain_03.svg.png&w=640&q=50)
Теория
күренештәрҙең билдәле бер тупланмаһын тасуирлап аңлатыусы һәм был өлкәлә асылған ҡануни бәйләнештәрҙе берҙәм башланғысҡа бәйләүсе тәғли / From Wikipedia, the free encyclopedia
Тео́рия (грек. θεωρία «өйрәнеү, тикшереү») — күренештәрҙең билдәле бер тупланмаһын тасуирлап аңлатыусы һәм был өлкәлә асылған ҡануни бәйләнештәрҙе берҙәм башланғысҡа бәйләүсе тәғлимәт, фәнни белем системаһы[1].
Теория | |
![]() | |
Ҡапма-ҡаршыһы | практика[d] һәм практика[d] |
---|---|
![]() |
Тикшерелеүсе күренеште, уның бәйләнештәрен, асылын һәм законсалыҡтарын һәр яҡлап белеүҙән ғибәрәт. Тикшерелеүсе күренештең законсалыҡтары тураһындағы белемдәр теорияла ҡампа-ҡаршылыҡһыҙ була һәм берләштереүсе башланғысҡа нигеҙләнә.
Теория синтетик белемдең мәғлүмәти моделе булып тора, уның сиктәрендә айырым төшөнсәләр, гипотезалар һәм закондар, үҙҙәренең автономлығын юғалтып, берҙәм системаның элементына әүерелә. Теорияла бер һығымталар ғәмәли раҫламалар һәм/йәки логик һығымта ҡағиҙәләре нигеҙендә икенсе раҫламаларҙан сығарыла. Теориялар фәнни ысул буйынса формалаштырыла, эшләнә һәм тикшерелә. Теория алдынан ҡабатлана ала торған раҫламалы гипотеза килә. Теория йә бер-береһенә яраҡлашҡан теориялар тәғлимәткә әйләнә.
Теорияның мөһим үҙсәнлеге — алдан әйтеү, прогнозлау һәләте, шуның нигеҙендә уның верификацияһы эшләнә.