From Wikipedia, the free encyclopedia
Губин Евгений Иванович (25 февраль 1923 йыл — 5 март 1991 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик-штурмовик, подполковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1944).
Губин Евгений Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 25 февраль 1923 |
Тыуған урыны | Тирлән ауылы, Тамьян-Ҡатай кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 5 март 1991 (68 йәш) |
Вафат булған урыны | Һамар, РСФСР, СССР |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Евгений Иванович Губин 1923 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны Тирлән Заводы ҡасабаһында[1] эшсе ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.
8 класты, Белорет аэроклубын, 1942 йылда Свердловск ҡалаһында осоусыларҙың авиация мәктәбен тамамлаған.
1941 йылдың апрель айында Башҡорт АССР-ының район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл армия сафына саҡырыла. 1942 йылда Свердловск хәрби авиация осоусылар мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылдың 26 ғинуарынан алып ҡатнаша. 1944 йылдан алып ВКП (б) ағзаһы.
Штурмлаусы авиаполктың өлкән осоусыһы лейтенант Е. И. Губин 1943 йылдың 26 ғинуарынан 1944 йылдың февраленә тиклем 82 хәрби осош яһай, 54 автомашинаны, 5 танкты, 4 ялан артиллерия орудиеһын, 29 зенит нөктәһен, һуғыш кәрәк-яраҡтары менән 1 складты, 18 йөк арбаһын, 5 пулемёт нөктәһен, 2 самолетты һәм 350-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә.
Һуғыштан һуң ҡыйыу осоусы-штурмовик СССР Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1948 йылда Тамбов лётчиктарҙы һуҡыр һәм төнгө осоуға әҙерләү юғары авиация курстарын, ә 1955 йылда — офицерҙар составын камиллаштырыу буйынса Үҙәк осоу-тактика курстарын тамамлай.
1958 йылдан подполковник Е. И. Губин — запаста. Куйбышев ҡалаһында (хәҙер — Һамар) йәшәй һәм «Волгоэнергомонтаж» тресында ҡорамалдар буйынса инженер булып эшләй. 1991 йылдың 5 мартында вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.